«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Метил алып ҡуймағыҙ!



23.11.2018 Метил алып ҡуймағыҙ!


Көҙ-ҡыш миҙгеле ямғыр-ҡары, юлдарҙан сәсрәгән бысрағы, ҡараңғылығы менән мәшәҡәт тыуҙыра. Тап ошо мәлдә тәҙрә- фарҙарҙы таҙартыу өсөн туңмаусы шыйыҡсаларҙың әһәмиәте ныҡ арта.
Әле “незамерзайка”ны бар ерҙә лә һаталар. Зәңгәр төҫлө шыйыҡсаны юл буйында ла, супермаркеттарҙа ла, автозапчастар магазиндарында ла тәҡдим итәләр. Әтнәкәһе шул – ҡайһы берәүҙәре кешенең һаулығына ныҡ зыян килтереүе бар.
Юл буйҙарынан, шикле урындарҙан тәҙрә йыуғыс шыйыҡсаһын һатып алмау хәйерлерәк. Сауҙа урындарында ла шешә этикеткаһын уҡып һайлау яҡшыраҡ. Әгәр ҙә “незамерзайка”ла изопропил спирты бар, тиелһә, уны алырға мөмкин. Был матдә ацетонға оҡшаш ҡырҡыу насар еҫле булһа ла, кеше организмына зыянлы түгел.
Ә бына шыйыҡса этикеткаһында метил спирты булыуы күрһәтел­һә, йәки еҫкәп ҡарағанда араҡы еҫе килһә, унда метил спирты булыу мөмкин. Ул һыуыҡта туңып бармай, шуға күрә лә мутлашыусы әҙәмдәр уға зәңгәр буяу өҫтәп, ялған тәҙрә йыуғыс эшләй. Метил үтә ныҡ ағыулы матдә, тын юлдарын, күҙҙәрҙе әсеттерә. Әгәр ҙә мейес эшләгәндә метиллы шыйыҡса менән тәҙрә йыуҙырһағыҙ, уның парҙары салонға инә, водитель-пассажирҙар­ҙы ағыулай, йоҡоно килтерә. Яңылыш эскәндә метил һуҡырайта, үлемгә килтереүе лә ихтимал.
Бындай шыйыҡсалар йыш ҡына юл буйҙарында һатыла, сөнки бик төшөмлө бизнес һанала. Метиллы таҙартҡыс шыйыҡса, автокосметиканы РФ-ның Баш дәүләт санитар табибы ҡарары менән 2007 йылдан бирле ҡулланыу тыйылған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға