«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » “Аҡлау көтмәйем...”



20.11.2018 “Аҡлау көтмәйем...”

“Аҡлау көтмәйем...”
йәки Әсәһенең үлемендә ғәйепленең монологы

Сираттағы командировкаға китеп барам. Юл тигеҙ, шуға ла елдерәм генә. Кинәт, күҙ асып йомғансы, алдымдағы машина уңға бирҙе лә, юлдан төштө лә китте. Әлдә юлдың сите үтә текә түгел ине, дөбөр-шатыр барып туҡтаны. Тормозға баҫып, әллә водителдең хәле насарайҙымы, тип, машина янына ашыҡтым. Руль артындағы егет, мине күргәс, ишеген асып, ғәйепле йылмайғандай итте:
– Ҡурҡыттыммы әллә?
– Эйе, – тинем. – Хәлегеҙ нисек?
– Арыу. Төнгө сменанан һуң юлға сыҡҡайным. Йоҡлап киткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалғанмын...
– Ярай ҙа хәүефһеҙлек ҡайышын эләктергәнһегеҙ, юғиһә башығыҙ менән алғы быяланы тишеп сығыр инегеҙ.
– Былай ҙа әҙерәк төкөнөм, – егет маңлайын ышҡыны, – ҡайышты алыштырыр кәрәк, иҫкергән. Күҙем асыҡ ине лә ул, ә үҙем йоҡлап киткәнмен. Шулай ҙа була икән.
– Хәҙер, көтөп тороғоҙ. Миндә термоста һөтлө сәй бар.
Егет, ҡуй, кәрәкмәй, мәшәҡәтләнмәгеҙ, тиһә лә, пакетты килтереп, сәй ҡойоп бирҙем. Дымлы салфетка һондом, фольганы астым:
– Икмәк менән сыр.
Уңайһыҙланып тормаһын өсөн, үҙемә лә сәй ҡойоп алдым:
– Мин командировкаға юлланғанмын, ә һеҙ?
– Мин ауылға. Әсәйемә...
– Алыҫтанмы?
– Эйе. Мин Әнсәр* булам, – ул усын һуҙҙы.
Шулай итеп, эҫе сәй, алсаҡлығым үҙенекен итте: һүҙ артынан һүҙ эйәреп, уның өйләнгәне, балаһы барлығы асыҡланды.
– У–у, минең ҡатын яман холоҡһоҙ бит ул, үҙе килеп тороп йәмһеҙ, ә мин уны барыбер яратам, – тип ауыҙ йырҙы ҡыҫҡа сәсле егет. – Әле бөгөн дә, юлға сығыр алдынан, талаштыҡ. Суҡынып ятмайһыңмы шунда, тип ҡысҡырып тороп ҡалды.
– Ә нимәгә ирештегеҙ? – бутербродымды көйшәй-көйшәй, уға төбәләм.
– Юҡ нәмә өсөн. Кисә смена алдынан әйттем, ауылға барып әйләнәм, ашарға әҙерләп ҡуй, тинем. Ҡайтһам, йоҡлап ята. Шунан сыҡты талаш.
– Үҙегеҙ ҙә ҡыҙыуһығыҙҙыр.
– Бар инде әҙерәк.
– Әҙерәкме икән?!
– ...Һуң өйләндем мин. Контракт буйынса хеҙмәт итеп йөрөп, егерме һигеҙ йәште тултырҙым. Армияла саҡта социаль селтәр аша береһенән-береһе һылыуыраҡ ҡыҙҙар менән аралаштым, хатта дәртләнеп китеп, береһе менән отпускыла осрашырға ниәтләнем. Алинаның сәхифәһендә үҙе хаҡында артыҡ бер ни ҙә юҡ, бер нисә фотоһы ла, төрлө статус. Әммә һөйләшеүе ҡыҙыҡ ине уның менән, тел биҫтәһе. Осрашыу тәғәйенләнгән ергә бер бәпес килде: бәләкәй генә буйлы, ябыҡ ҡына, күҙлекле. Ә ул фотоларҙа ла, яҙышыуы буйынса ла өлкәнерәк кеүек ине. Ун ете генә йәшлек булып сыҡты. Миңә ун һигеҙ йәш, студентмын, тип алдаған икән, мәктәптә уҡып йөрөй. Виртуаль аралашыуҙа ла оҡшағайны, былай ҙа күңелгә ятты – үҙен иркен тота, көләкәс, һөйкөмлө. Бәпесем, тип кенә өндәштем иркә ҡыҙсыҡҡа. Ләкин танышыуыбыҙҙың алдашыуҙан башланыуы йөрәктең бер өлөшөн ҡырып тик торҙо. Алдаҡсы ла түгел бит инде, фантазерка – булмағанды ла булды, тип әйтеүе, һөйләүе ихтимал. Шул Алина менән кәнфитле-гөлләмәле осорҙа иптәштәр кафеға саҡырҙы. Унда ошо буласаҡ ҡатыным эшләй ине. Яуыз, аллаҡайым. Эшен эшләп йөрөй, клиенттарҙы геү килтереп әрләп йөрөй. Үҙе килеп тороп етди, шаярып һүҙ ҡушыуы ла ҡурҡыныс. Бәпесем менән сағыштырып ҡарағанда, холоҡтары ер менән күк араһы. Ике-өс сәғәттән миңә ҡарата мөғәмәләһе нисектер яҡшырҙы бит. Ә минең ҡан ҡайнай. Бәпесем менән эш үбешеү, ҡосаҡлашыуҙан ары китмәй, отпуск та бөтөп бара. Ҡыҫҡаһы, фуриямды өйөнә оҙата барып, унда ҡунырға ҡалдым. Шулай отпускымда ике ҡыҙ менән йөрөнөм: кискеһен ун ете йәшлек Алина бәпесем менән етәкләшеп, уның төрлө ирмәк хәбәрен тыңлап кинәнәм, төндәрен егерме ете йәшлек фуриямдың, Фәймәнең ҡосағында иркәләнәм. Хеҙмәткә кире киткәс, Алина менән аралашыуҙы дауам иттем, ә Фәймә миңә әллә ни ихласлыҡ күрһәтмәй ҙә ҡуя бит, йәнде көйҙөрөп. Һөйләшкеһе килһә һөйләшә, һөйләшкеһе килмәһә – “игнор”. Ҡырыҫлығы йәнгә тейә. Кәрәгең бар ине, хаҡың баҙар көндө өс тин, тип үсләшәм эстән генә. Ә үҙем уны онота алмайым. Ул мине ситкә типкән һайын, нығыраҡ эҫенәм үҙенә. Контрактым тулғас, ҡайттым. Бәпесем уҡырға инеп, икенсе ҡалаға “отработка”ға киткәйне, кисен кафеға барҙым. Һис бер ни булмағандай ҡылана Фәймә. Әйтерһең дә, сираттағы ябай бер клиентмын. Йәнем көйөп, нимә, берәү ҙә алмаймы, ҡартайып бараһың бит, тигәйнем, шундай итеп яндырып ҡараны, ҡойолдом да төштөм. Сыпраңлауына ҡарамаҫтан, оҙата барып, әлеге лә баяғы сценарий буйынса төндө ҡосағында үткәрҙем. Иртән уянып, йөҙөнә ҡарап яттым. Йоҡлағанда мөләйем, яҡлауһыҙ күренде. “Өйләнәм! Ул минең ҡатыным буласаҡ”, – тигән уйымдан үҙем ҡурҡып, торҙом да, йәһәт кенә кейенеп, тайҙым. Олатайымдарға барып, бер ай буйы шунда бесән эшләшеп яттым. Унда интернет юҡ, телефон бәйләнеше алама ғына, уйланырға ваҡыт күп булды. Матур, шаян, хәбәрсел бәпесемде лә һағынам, ләкин Фәймәне нығыраҡ юҡһынам. Бында эштең енси бәйләнештә генә түгеллеген аңлай башлағайным инде. Йөрөп-йөрөп, башымды, күңелемде елләтеп, ҡалаға кире килгәс, Фәймәгә барыр­ға йыйындым, өйләнешергә тәҡдим яһарға. Ҡырыҫ ҡыҙ миңә кейәүгә сығырға баш тартһа, аптырап тормам, Алина бәпесем үҫеп килә, тип үҙемде-үҙем дәртләндерәм, ә йөрәгем урынында түгел. Тәҡдимемде кире ҡаҡмаһын инде, тип теләйем. Шул ваҡытта Алина ҡайтыуы тураһында һөйөнсө алды: “Ата-әсәйем бөгөн өйҙә юҡ, беҙгә кил – икәү генә ун һигеҙ йәшемде билдәләрбеҙ”. Ә тыуған көнө уның күптән үткәйне (имтихандары мәленә тура килгәйне, шикелле). Фәймәне юҡһынып йөрөгәс, Алинаның өйөнә бармаҫҡа ине лә бит, бәпесем миңә яҡын дуҫ, иптәш кеүек булғас, гөлләмә, бүләк, күстәнәс алып, барҙым... “Нишләргә инде хәҙер?” – тип үкһеп илаған Алинаны, ауырға ҡалһаң, өйләнәм, тип йыуаттым. Фәймә бер аҙға онотолдо. Алина миңә миндек япрағы кеүек йәбеште. Һәр аҙымымды контролләй, артымдан күҙәтә, сәғәт һайын шылтыратып, һорау ала: ҡайҙа мин, кем менән, ни эшләйем... Тәүҙә ҡыҙыҡ ине, тора-бара ялҡыта башланы. Самаһын онотоп, тормошома үтә ҡыҫылды. Мәҫәлән, душта саҡта телефонымдан социаль сел­тәр­ҙәге сәхифәмә инеп, минең ҡатын-ҡыҙ дуҫтарҙы алып һелтәгән. Мин уның шәхси мөлкәте түгел дә инде. Ҡыҫҡаһы, быуар йылан ише муйынға аҫылынды, тын алыуы ауырлашты. Уның менән элекке күңелле, еңел аралашыуҙар онотолдо, ныҡ ҡыҙғансыҡ ине. Ә бер көндө мин Фәймә янына барып, һөйләшә генә башлағайным, артымса килеп еткән Алина шундай йәмһеҙ ғауға сығар­ҙы, иҫте китәрҙе. Ике бисә бер-береһенең сәсенә йәбеште. Шундағы егеттәр менән саҡ айырып алдыҡ. Тибешеп һуғышалар. Мин енләнгән Алинаны өйөнә алып барҙым да, башҡаса былай мөмкин түгел, мине онот, тип ярһып ҡайтып киттем. Һәм... Фәймәгә йүнәлдем. Әйҙә, миңә кейәүгә сыҡ, тинем. Беҙҙең барыбер бер ни килеп сыҡмаясаҡ, тине илап шешенеп бөткән Фәймә. Һынап ҡарайыҡ, тинем ныҡышып. Көйһөҙ генә ризалашты. Фәймә имен булмаған ғаиләлә үҫкән уртансы ҡыҙ. Апаһы һәм һеңлеһе менән дә талашып, аралашмай ине. Өйләнешкәс, минең туғандар менән дә һүҙгә килешергә өлгөрҙө. Бигерәк сабырһыҙ, тиҙ генә ҡыҙып бара, етмәһә, ҡыҙһа тиҙ генә һыуына белмәй, бупылдай ҙа бупылдай. Холоҡһоҙлоғо арҡаһында йәшәп китеүе ауыр булды. Әллә яңылыштыммы икән, һайланып һаҙға баттыммы, тип ҡырҡ тапҡыр терһәкте тешләрҙәй инем. Ләкин донъя көтөргә, ҡара эшкә шәп ул. Өйҙә идеаль тәртип, таҙалыҡ, аш-һыуҙы тәмле бешерә. Тик оҙаҡ йылдар балаға уҙманы. Табиптарҙы, анализдарҙы әйтеп тә тормайым, эс һылатып, йөрөмәгән әбей-һәбей ҡалманы! Өйләнеүемдең икенсе йылындамы икән, Алина менән магазинда иҫкәрмәҫтән осраш­ҡас, ул, һин – мине, яҙмышымды боҙҙоң, рәнйешем төшһөн, балағыҙ булмаһын, тип әйтеп китеп барғайны. Әллә шуның һүҙе үтәләме, тип аптырауға ҡалдым, хатта. Фәймә әллә нисә тапҡыр ЭКО-ға барҙы. Һинең арҡала ыҙалайым, тип, ауырға ҡала алмаған һайын мине әрләне. Суртымамы миңә бындай эт тормошо, насар мөнәсәбәт, айырылышам, тигәйнем дә, үҙем Фәймәһеҙ етем бала кеүекмен. Унан яҡыныраҡ бер кемем дә юҡ һымаҡ. Сираттағы ЭКО яһағас, табиптар уны бала тапҡанға тиклем торғоҙмаҫ өсөн, клиникаға һалып ҡуйҙы. Балабыҙ тыуҙы. Уны күргәс, иланым... Шундай ҡәҙерле ул беҙҙең өсөн. Берҙән-бер балабыҙ булғанға ла ҡәҙерле, аҡса йәһәтенән дә ҡиммәткә төштө. Миллион һумдан ашыу аҡса китте уны таптырып алғансы. Бөтә нәмә түләүле бит. Мин алған кредиттарҙы ҡаплап бөтөр өсөн көнө-төнө эшләйем. Фәймә бала тапҡандан һуң әҙерәк үҙгәрҙе, йомшарҙы. Наҙ тигәне самалыраҡ инде, ләкин һәйбәт әсәй булырға тырыша. Ну, яман...
– Килен ҡәйнә усағынан ярала, әсәйегеҙгә оҡшатып алғанһығыҙҙыр, – тим.
– Юҡ, - Әнсәр уйға ҡалды. – Әсәйем минең үтә йомшаҡ, хисле ине.
– “Ине”, тиһегеҙ, үҙегеҙ бая, әсәйемә ҡайтып барам, тигәйнегеҙ.
– Ҡәберенә. Сәскә һалырға, – Әнсәр салон эсендәге гөлләмәгә ымланы. – Бөгөн әсәйемдең тыуған көнө. Эй, һөйләһәң ҡыйын инде... Мин – әсәһен гүргә тыҡҡан кеше.
Мине ун һигеҙ йәшендә тапҡан ул. Атайым һуғыш суҡмары булған, миңә ике йәш тигәндә һуғышып, имгәнеп үлгән. Әсәйем бөтә һөйөүен миңә бирҙе. Үтә ныҡ яратты. Өлтөрәп торҙо. Уның яратҡан, һөйөклө улы, йыһаны үҙәге инем. Имен генә йәшәп ятҡаныбыҙҙа, мәктәпкә яңы уҡытыу­сы килде. Ҡатыны менән айырылыш­ҡан ир уртаһы. Бер ваҡыт иптәш малайҙар, ул һинең буласаҡ атайың, тип көлә башланы, әсәйең менән йөрөй, тинеләр. Был хәбәрҙе ауыр кисерҙем. Нисек инде минең яратҡан әсәйем, минең өсөн генә өҙөлөп-өлтөрәп торған кешем, башҡа бер әҙәм менән йөрөһөн, башҡаға иғтибарын бүлһен, ти?! Ҡара янып ҡайтып, әсәйемә, уның менән йөрөүеңде теләмәйем, тинем. Улым, минең дә үҙемдең шәхси тормошом булырға тейеш, һин үҫерһең дә, сығып китер­һең, мин яңғыҙым ҡалайыммы, тип йомшаҡ ҡына өндәште әсәйем. Йә мин, йә ул, тип ҡырт киҫтем. Әсәйем хаҡында йүнһеҙ һүҙ ишетеүе минең өсөн оло ғәрлек ине. Ул саҡтағы хәлдәрҙе иҫләүе лә ауыр... Уҡытыусы менән йөрөүен дауам иткән әсәйемә үсектем. Уға үс итеп, алама компанияға ылыҡтым, эсергә өйрәндем, күҙе алдында демонстратив рәүештә тәмәке тарттым, уға ҡаршы һөйләштем, аҡсаһын урланым, төндәр буйы теләһә ҡайҙа һәптәнләп йөрөр инем. Мәктәпте ташланым. Уҡытыусы ирҙе ҡарауыллап, күмәкләп елле генә туҡманыҡ. Ул беҙҙе, дөрөҫөрәге мине, һатманы. Ә мин оторо шаштым. Тыуған көнөмә яңы иптәштәремде өйгә саҡырҙым...
Ошо урында Әнсәр тотлоғоп, әңгәмә ебен өҙөп, һүҙҙе кинәт икенсегә борҙо:
– Ҡараңғыға ҡалмай өйгә әйләнеп ҡайтырға ине.
Беҙ йылы хушлаштыҡ. Һәр кем үҙ юлы менән китте.
Уны онотоп та бөткәйнем, социаль селтәр­ҙә икенсе исем аҫтында дуҫтарға өҫтәлде:
– Иҫләйһегеҙме? Юлда һөтлө сәй менән һыйлағайнығыҙ?
Ана шунан һуң аралашып, ул, әсәйем тураһында һөйләп бөтмәгәйнем, тип, йөрәк әрнеүен яҙып ебәрҙе:
– Был турала бер кемгә лә һөйләгәнем юҡ... Үҙемде күрә алмаҫлыҡ хәлгә еткергән, һәр саҡ үлем эҙләргә мәжбүр иткән ваҡиға тыуған көнөмдә булды. Ун алты йәшемдә. Күбеһе минән байтаҡҡа өлкәнерәк яңы таныштарымды өйгә саҡырҙым, әсәй­ҙән табын әҙерләттем. Мине араҡы менән һыйлап, тост күтәргән һайын төбөнәсә эсертеп, иҫерттеләр. Әсәйемде лә көсләп эсергә мәжбүр иттеләр. Аҙаҡ йоҡлап киткәнмен... Үҙегеҙ ҙә аңлаған­һығыҙҙыр, артабан ни булғанын... Уҡшыуыма уянып, ваннаға инәйем, тигәйнем, унда әсәйем ине, асманы. Мин ҡабат йоҡлап киттем... Аҙаҡ төш кеүек кенә хәтерләйем. Айныр-айнымаҫ, миңә йыуынырға кәрәк, әсәй, сыҡ, тип ҡысҡырҙым. Туҡылдаттым. Ул өндәшмәгәс, аптырап, ванна бүлмәһенең ишеген ныҡ итеп этәреп асып ҡараным, хәлдән килмәне. Күршеләргә инеп, балта һораным. Алйот кеше кеүек торғанмындыр инде, балтаны ҡулыма тоттормай, ирле-ҡатынлы эйәреп килделәр: “Төнөн музыканы ныҡ аҡырттығыҙ!” Күрше ағай ванна ишеген ҡайырып асты. Ҡатыны ҡысҡырып ебәрҙе лә, күҙемде ҡапларға маташты. Мин уның ҡулын эттем һәм саҡ аҡылдан яҙманым... Сәсе туҙған, бите, беләктәре, боттары күгәргән әсәйем йыртылған кейемен дә сисмәй, веналарын ҡырҡып, йән биргәйне... Тәфтишселәргә тыуған көнөмдә кемдәр булғанын һөйләп бирҙем, әммә хаиндар яза алманы. Уларға ҡарата енәйәт эшен астылар ҙа, дәлилдәр етмәй, тип, һуңынан кире яптылар. Үҙем уларҙан үс алырға маташып ҡараным, туҡмалып ҡына ҡалдым. Мине олатайымдар үҙҙәренә алып ҡайтты. Әсәйем йән биргән фатирҙы һатып, миңә икенсе ҡаланан торлаҡ йүнәттеләр. Мине ғәйепләп, бер ҡасан ауыр һүҙ әйтмәне улар, өләсәйем генә, эй, балам, балам, тип уфтаныр ине... Урта белемем булмағас, туғыҙҙан һуң, тип училищеға документтарымды биреп, беренсе курс­тан һуң армияға киттем дә, контракт буйынса хеҙмәт итеп тик йөрөнөм. Үҙемә ҡул һалырға ҡыйыулығым етмәне, үлемде көҫәп эҙләнем, әммә, күрәһегеҙ, һаман имен-аманмын. Бына шулай минең хәлдәр.
Ул минән, бәлки, аңлау, йыуатыу һүҙҙәре көткәндер, әммә уның һөйләгәндәренән шаңҡып ултырғанымда, яуапҡа “ҡот осҡос” тип кенә яҙа алдым. Ә ул дауам итте:
– Теге уҡытыусы ағай менән әсәйемдең ҡәбере янында бер нисә тапҡыр тап булыштыҡ. Әсәйеңде яраттым, гүзәл кеше ине, юҡҡа беҙҙең бәхеткә ҡаршы төштөң, эгоист, тип китеп барҙы.
Нисек йәшәйһең һин был ауыр йөк менән, тип һорарға иттем, егеткә аҡлау тапмайынса, ә ҡулдарым клавиатурала икенсе һүҙҙәрҙе йыйҙы:
– Кеше маңлайына яҙылғанды күрә, һинең өлөшөңә ошо ғазаплы һынау төшкәндер. Ҡалай булһа ла, артабан йәшәргә кәрәк.
Ул, әйтерһең дә, минең уйҙарымды уҡыны:
– Мин аҡлау көтмәйем. Йәшәйем инде, ҡайҙа барайым... Төҫө менән тас ҡына әсәйем булған ҡыҙым үҫә бит. Шуға ла уны тәү тапҡыр күргәс, түҙмәй иланым...
Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
Исемдәр үҙгәртелде.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға