«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Осрашыуҙың да була төрлөһө



14.11.2018 Осрашыуҙың да була төрлөһө

Осрашыуҙың да була төрлөһө
Көтөп алған йәй ҙә һиҙелмәйсә үтеп китте. Был миҙгелдең ғүмере ҡыҫҡа кеүек тойолһа ла, кешегә әллә күпме йылы тәьҫорат бүләк итә ул. Күптәр был йәмле осорҙоң һәр көнөнөң ҡәҙерен белеп ҡалыр­ға тырыша. Еләк йыйһынмы, ял итергә барһынмы, ауылына ҡайтһынмы – ғөмүмән, уның иҫкә алырлыҡ мәлдәре йыл буйына етерлек. Һуңғы йылдарҙа йәй көнө класташтарҙың, курсташтар­ҙың осрашыуҙары ла әүҙемләште. Бөгөн һүҙем бына ошо турала.

Эйе, мәктәп йылдары, студент саҡтар үҙе бер ғүмер булып, һәр кемдең хәтерендә яҡты иҫтәлектәр ҡалдыра. Һабаҡташтар хәтирәләрҙе байҡап, бала саҡ, йәшлек һуҡмаҡтары буйлап сәйәхәт итергә йыйыла. Бергәләшеп мәктәптә, училище, институттарҙа уҡығандағы ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе, уҡытыусыларҙы иҫкә алыу ниндәй күңелле! Әммә һәр ваҡытта ла улай түгел икән шул. Ҡайһы бер осрашыуҙарҙың кешене илһамландырыу урынына күңелен төшөрөп, ҡанаттарын һындырып ҡайтарыуы хаҡында ла ишетергә тура килә.
Үҙем дә ун йылдан һуң класташтарым менән осрашыуға бер аҙ һағайыбыраҡ барғайным. Сөнки нисек ҡабул итерҙәр, тикшереп ҡарарҙармы, үҙҙәрен өҫтөн ҡуйыу­сылар табылмаҫмы, тигән уйҙар бер аҙ борсолдорҙо. Шулай ҙа барыһы ла мәктәп йылдарындағы кеүек үк ябай, ихлас булып ҡалған, бер тигеҙ булып аралашып, күңел асып, биш йыл һайын осрашып торорға вәғәҙәләшеп ҡайтыуыбыҙға бик шатландым. Ә бына бер танышым ошондай сараға бер барыуҙан һуң, һабаҡташтары менән башҡа ғүмерҙә лә күрешмәҫлек булып ҡайтҡан.
Ул үҙе ауылда тормош ҡорған. Ғаиләһе менән урта хәлле генә йәшәп ятһа ла, донъялары теүәл, биш бала үҫтерәләр, барыһына ла яҡшы тәрбиә, белем бирергә тырышалар. Кеше алдында кәм-хур булмаҫҡа тип, ире менән матур ғына кейенеп алып, осрашыуға барып төшкәндәр. Класташтары башта ҡосаҡлап ҡаршы алған, һуңынан өҫтәл артына ултырыу менән, әйтерһең дә, бөтөнләй алыштырылған әҙәмдәргә әйләнәләр. Бөтә хәбәр уларҙың уңыштары, ҡаҙаныштары, матди хәлдәре хаҡында ғына була. Кем ниндәй яңы машина алған, фатирҙарында ниндәй ремонт эшләткән, ҡайҙа ял иткән, фәлән-фәсмәтән... Алтын биҙәүестәре, затлы кейемдәре менән маҡтанырға теләгәндәй, ҡупырайып ултырған ҡатындары, эскән шараптары баштарына киткәс, хатта ябайыраҡ итеп кейенеп килгәндәрҙе энәһенән-ебенә тиклем тикшерергә лә оялмай башлай.
– Ултыра торғас, миңә элекке класташтарым бөтөнләй ят кешеләр булып тойолдо. Бергә уйнап, йыртыҡ ыштандарҙа урам, ялан ҡыҙырып үҫкән малай дуҫтарым менән һүҙҙәребеҙ берекмәне, үҙҙәрен өҫтөн итеп ҡуйырға маташыуҙары арҡаһында үҙемде, руссалап әйткәндә, “не в своей тарелке” итеп тоя башланым. Юҡ, минең кеүек ябайыраҡтар ҙа бар ине, әммә осрашыуҙа алдан уҡ ҡаҙаныштар менән маҡтаныу мөхите булдырылғанға күрә, уларҙың да уңайһыҙланып ултырыуы һиҙелә ине. Бына шунан һуң бер ҙә осрашыуға барғаным юҡ. Ә шулай ҙа башҡаларҙың синыфташтары менән нисек һағынышып күрешеүҙәре, бергәләп күңелле ял итеүҙәренә һоҡланам, – тип һөйләгәйне ул бер аҙ әсенеп.
Бына шулай, класташтар, курсташтар осрашыуының да була икән төрлөһө-шатландырғаны һәм көйөндөргәне. Ә һеҙ, гәзит уҡыусылар, быйыл һабаҡташтарығыҙ менән осраштығыҙмы һәм унан ниндәй тәьҫораттар ҡалды?

Гөлнара АСҠАРОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға