«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » “...Әммә һәр ваҡыттағыса килеп сыҡты”



07.11.2018 “...Әммә һәр ваҡыттағыса килеп сыҡты”

“...Әммә һәр ваҡыттағыса килеп сыҡты”
Астың хәлен туҡ белмәҫ

Ун бер йыл элек илебеҙҙә “Минең документтар” тип аталған яңы селтәр барлыҡҡа килде. Муниципаль һәм дәүләт хеҙмәттәре тәҡдим иткән был селтәрҙең ыңғай яҡтарын ҙур ҡалаларҙа йәшәүселәр баһалап өлгөрҙө. Әммә, Виктор Степанович Чер­номырдиндың “Яҡшыраҡ булһын өсөн тырыштыҡ, әммә һәр ваҡыттағыса килеп сыҡты“ тигән ҡанатлы һүҙҙәренә ярашлы, был программа тейешенсә уйлап еткерелмәйенсә бойомға ашырыла башлап, халыҡҡа уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра бирә. Әйтәйек, хәҙерге ваҡытта беҙҙең өсөн – компьютер менән дуҫ булыусыларға – бик уңайлы “Дәүләт хеҙмәттәре” сайты ололарға, интернеттың “и” хәрефе лә барып етмәгән төпкөл ауылдарҙа йәшәүселәргә әллә күпме ҡатмарлыҡ барлыҡҡа килтергән. Үҙ исемен күрһәтергә теләмәгән N. ошо хаҡта зарланып, бәйләнешкә сыҡты (Федераль миграция идаралығына, күп функциялы үҙәк эшенә дәғүә белдереүселәр, беҙҙең исем-шәрифте яҙа күрмәгеҙ, аҙаҡтан проблемаларыбыҙ булыр, ана, журналисығыҙға барығыҙ, тиерҙәр, тип шөбһәләнгәс, исемдәрен яҙмайбыҙ):
– Әбйәлил районына, атай йортона ҡайтып йәшәү маҡсаты менән пропискаға торор өсөн Федераль миграция идаралығына килгәйнем, “Дәүләт хеҙмәте” аша сиратҡа яҙылдығыҙмы, тип һоранылар. Юҡ, тинем. Ҡайҙан, нисек яҙылайым мин – оло кеше? Шунһыҙ ҡабул итмәйбеҙ, тип кире борҙолар. Кемдер, ошонда яҡындағы киоскта “Минең документтар” аша сиратҡа яҙылырға мөмкин, тип өйрәтеп ебәрҙе. Барып, 350 һум аҡса түләп, сиратҡа яҙылдым. Өс көндән Федераль миграция идаралығына килерһегеҙ, тип әйттеләр. Ни өсөн тормошто шулай ҡатмарландыралар ул? Элек былай тере сират буйынса ла инеп була ине лә һуң. Халыҡҡа уңайлылыҡ тыуҙыралармы, тиһәң, киреһенсә, башты ҡатыралар. Хәҙер миңә кире ҡайтып, бер нисә көндән яңынан килергә кәрәк. Юлға күпме сығым, ваҡыт, көс китә... Теге киоск аша әллә бергәләп аҡса һуғып ултыралармы икән, тип тә аптырайым... Кемдер өсөн 350 – 1000 һум аҡса ла түгелдер, бәлки, ә минең кеүек осон осҡа саҡ ялғаусыларға байтаҡ сумма.
N.-дың ялыуы буйынса, һорауға асыҡлыҡ индереү маҡсатында Әбйәлил районына барып, Фе­де­раль миграция идаралығының урын­дағы бүлексәһе етәксеһе Гөлфинә Йәғәфәроваға мөрәжәғәт иткәс, ул, ундай дәғүәләрҙе көн дә ишетергә мәжбүрбеҙ, тип көйәләнде:
– Иң тәүҙә шуны әйтер инем: беҙ дәүләт хеҙмәтен күрһәткән өсөн кешенән бер тин дә алмайбыҙ, халыҡ банк аша дәүләт пошлинаһын ғына түләй. Ә аҡсаны шәхси эшҡыуарҙар ала: кемдең интернеты юҡ, шуларға түләүле хеҙмәт күрһәтәләр – “Дәүләт хеҙмәттәре” сайтында шәхси кабинет асып, электрон сиратҡа яҙалар. Уларҙың беҙгә бер ҡыҫылышы ла юҡ.
Хәҙерге ваҡытта беҙҙән бөтә нәмәне электрон вариантта талап итәләр. Электрон сиратҡа яҙылыу­сыларҙы ғына ҡабул итергә тейешбеҙ. Килгән кешегә, һеҙ электрон сиратҡа яҙылдығыҙмы, тиһәк, ә нимә ул, тип аптырайҙар. Әбей-бабайҙар­ҙың компьютеры, интернеты юҡлығын өҫтә ултырыусылар аңлар­ға теләмәй. Элек кешеләрҙе үҙебеҙ электрон сиратҡа яҙа торғайныҡ, әле өлгөрә алмайбыҙ, хеҙмәткәрҙәр етмәй. Алты хеҙмәткәр урынына өс кеше эшләйбеҙ. Шул уҡ күләмдәге эште башҡарабыҙ. Ә әйтәйек, “Дәүләт хеҙмәттәре”ндә күрһәткестәр (яҙылыусылар һаны) аҙ булһа, беҙгә ҡарата дисциплинар саралар ҡабул ителә. Бына шундай күңелһеҙ, сетерекле хәл ҡоршауында ҡалдыҡ.
Һөйләшеүгә шаһит булған Таштимер Моратшин, паспортсыларға рәхмәттән башҡа һүҙем юҡ, паспортымды бик тиҙ эшләп бирҙеләр, тип һүҙгә ҡушылды:
– Бик тырыш ҡыҙҙар эшләй бында, матур һөйләштеләр, хәлемә инделәр.
– Халыҡтан бик алыҫта булған, күпселектең йәшәйешен белмәгән “аҡыллы баштар” бөтәһенең дә өйөндә компьютер, ноутбук бар, барыһы ла интернетта ултыра, тип уйлай, ахыры. Астың хәлен туҡ белмәҫ, – уҡытыусы ханым да үҙ фекерен әйтте. – Бер уйлаһаң, шәхси эшҡыуарҙар түләүле хеҙмәт күрһәтеп, яҡшылыҡ ҡыла. Әгәр улар булмаһа, мәҫәлән, ҡарт кеше ҡайҙа барып электрон сиратҡа яҙылыр ине? Ләкин хаҡтары тешләшә. Йөҙ һум алһалар ҙа булыр ине, кешегә шәхси кабинет асып, электрон сират­ҡа яҙыу ҡатмарлы түгел бит.
Был мәсьәләне хәл итер өсөн, бәлки, ауыл хакимиәттәре аша электрон сиратҡа яҙылыуҙы ойошторорға кәрәктер? Ни тиһәң дә, улар халыҡҡа яҡыныраҡ. Һәр хәлдә, проблема бар һәм ул хакимиәт башлыҡтарын да битараф ҡалдырырға тейеш түгелдер.

Сиратҡа ла булыр икән сират!

Бынан тыш, Әбйәлил районынан әллә нисә кеше күп функциялы үҙәктең эшенә ҡарата ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе. Урта йәштәрҙәге ҡатын: “Танышым ауылдан Асҡарға килеп йоҡлап, төнгө сәғәт өстә сиратҡа яҙылырға барған, – тип һөйләне. – Мин барғанда кешеләр сиратта тора ине, тигәс, иҫем киткәйне. Бер аҙҙан үҙемә документтар артынан йөрөргә тура килде. Сират һыу буйындай! Унда эшләүсе ҡыҙҙар йүнләп бер ни белмәй, тупаҫ һөйләшәләр, ҡабат һораһаң, ҡысҡырып ебәрәләр. Хужалары яндан үтеп китә, уларға иҫкәртеү яһамай. Күп функциялы үҙәк беҙҙә “блат”лыларҙың килендәренең урыны тиҙәр, сөнки хужалар­ҙың килендәре, туғандары ултыра. Шулай беҙҙә хәлдәр”. “Бәләкәй бала менән пособие юлларға барып, тәүҙә талон артынан, аҙаҡ белгестәргә көнө буйы ике сиратта тороп, астан-ас ҡайтылды. Етмәһә, бушҡа йөрөгәнмен, имеш, ниндәйҙер белешмә етмәй, тип кире ҡайтарҙылар. Астың асыуы яман, юл да уңмағас, ирем, ҡайҙа йөрөнөгөҙ, тип кенә һорағайны, уға ябырылдым. Өйҙә иреш-талаш сыҡты шул үҙәк арҡаһында... Сиратта ултырғанда, бәпесем, һауа етмәгәс, йоҡланы ла йоҡланы. Уны имеҙгәндә, исмаһам, һин зыулап илаһаңсы, бәлки, тиҙерәк сираттан үткәрерҙәр, тигәйнем дә, иламағаны хәйерле булды, сөнки берәүҙең балаһы ҡарлыҡҡансы тиерлек иланы, әммә барыбер сиратһыҙ үткәрмәнеләр. Унда бит һәр икенсе кеше бала күтәргән, шул минең кеүек балалар пособиеһын юллай­ҙар. Үҙәктә эшләүселәр йәһәтерәк ҡыймылдаһа була бит инде, юҡ, һуҙылып эшләйҙәр”, – тип йәш әсә көлдө лә, көйҙө лә. “Бәйләнештә” сайтынан таныштар, дөп-дөрөҫ яҙылған, тип, ошо хатты ла ебәрҙе: “Күп функциялы үҙәктә ҡасан тәртип булыр икән? Төнгө сәғәт 2 – 3-тән барып, ишекте һаҡлап тораһың, ҡағыҙ, ручкаң менән, исемлеккә яҙылам, тип. Кемдер машинала ауылдан барып, шунда эргәһендә йоҡлай. XXI быуат, ә шундай мәхшәр. “Собес”ты бөтөргәс ҡыйын булды, ваҡытына яҙылып, документ тапшырып ҡайта инек, бында үҙәктә йәштәр үҙҙәре аңламай, яй эшләйҙәр. Иртәнге сәғәт 9-ға барһаң, кискә тиклем ултыраһың сират кө­төп, ауылдан килгәндәр арып-асығышып, ултырған ерҙән йоҡлап китә. Сығып ашап килер инең, бер кемдең дә сиратын биргеһе килмәй, былай ҙа теге аҙнала һуғыш булды. Залда кеше кәмемәйенсә был яғында талон көтөргә кәрәк, уныһын алһаң, тегендә саҡыр­ғандарын кө­тәһең. Ҡайһы берәүҙәр бер нисә көн үтә алмай ҡайта. Ҡайҙа ҡарай етәкселәр, депутаттар, был проблеманы хәл итмәй? Былай барһа, тиҙҙән һуғыш-үлтереш булыр ул, алла һаҡлаһын. Булған нәмәне бөтөрҙөләр Әбйәлилдең”.
Күп функциялы үҙәккә булған дәғүәләрҙе “йөкмәп”, дүшәмбелә Асҡарға барыуыбыҙҙан фәтүә булманы, сөнки үҙәк ул көндө ял итә ине. Бер сәғәт шунда торған арала ике тиҫтәгә яҡын кеше килеп, бушҡа килдек, тип ҡайғырып, ҡайһы берҙәре зарҙары менән бүлешеп, кире ҡайтып китте. Шишәмбе иһә үҙәккә халыҡ иртәнән тулды. Сират өсөн дә сиратта баҫып тороусылар араһында йәш әсәләр күп ине. Белгестәр һәүетемсә, ипле генә эшләп ултыр­ҙы, беҙҙең алда тупаҫ һөйләшкән кеше булманы. Шулай ҙа яй эшләүҙәре күҙгә салынмай ҡалманы. Ә бит “Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүсе күп функциялы үҙәктәр­ҙең эшмәкәрлеген ойоштороу ҡағиҙәһе”нә ярашлы, документтарҙы тапшырыу һәм уны һуңынан әҙер килеш кире ҡабул итеү өсөн сиратта көтөү ваҡыты 15 минуттан артмаҫҡа тейеш. Йәғни был үҙәктәр тәү сиратта халыҡҡа уңайлылыҡ тыуҙырыр өсөн, кеше­ләр­ҙең ваҡытын тәләфләмәү маҡсатында, уларҙы бер учреждениенан икенсеһенә, унан өсөнсөһөнә, дүртенсеһенә йүгерттермәҫ өсөн, “бер генә тәҙрә” принцибы буйынса булдырылды. Изге маҡсатты юҡҡа сығарырға күп тә кәрәкмәй икән – көттөрөп ултыртып ҡуйыу ҙа етә. Эйе, хәҙер тупһанан тупһаға йүгереү урынына, халыҡ үҙенең сиратын көтөп ултырып зарыға. Үрҙә телгә алынған ҡағиҙәгә ярашлы, күп функциялы үҙәк урынлашҡан муниципаль берәмектә йәшәгән һәр биш мең кешегә ғариза биреүселәрҙе ҡабул итеү секторында бер тәҙрә булдырылырға тейеш, ә район үҙәге Асҡарҙа йәмғеһе һигеҙ генә тәҙрә (береһе консультация тәҙрәһе). Әбйәлил районында яҡынса ҡырҡ биш мең кеше йәшәй, тимәк, ғариза биреүселәрҙе ҡабул итеү секторында тәҙрәләр һаны туғыҙҙан кәм булмаҫҡа тейеш. Әммә ләкин...
– Ауырлыҡтар әле алда, сөнки бинала ремонт буласаҡ, – тип ҡаршыланы беҙҙе Асҡарҙағы үҙәктең етәксеһе Флүр Фәттәхов. – Сентябрҙә башланды был хәл. Августа, мәҫәлән, беҙ биш тәҙрә менән эшләп, 1700-ҙөн ашыу документ ҡабул иттек. Һәр тәҙрәгә көнөнә уртаса 22-шәр эш тура килде. Шул 1700-ҙөң егерме алтыһы ғына (1,5 проценты) халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенең бүлегенә ҡараны. Районда халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенең бүлеге сентябрҙә ябылғас, халыҡты бында ебәрә башланылар. Ә ул өлкәләге эштәр бик ҡатмарлы, сөнки бер кеше бер юлы, ғәҙәттә, бер нисә документ юллап килә: балаһына 1,5 йәшкәсә пособие, коммуналь хеҙмәттәргә субсидия, 18 йәшкәсә пособие, ай һайын аҡсалата компенсация һ.б. Бер кешенең эше менән белгес ике-өс сәғәт булышырға мәжбүр. Ошо сәбәпле, эштәрҙе ҡарау һаны 1700-ҙән 1200-гә төштө. Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенә ҡараған эштәр 1,5 проценттан 36 процентҡа тиклем артты.
Төнгө сират тураһында: 12 сен­тябр­ҙән бер ай эсендә алты тапҡыр тикшереү үткәрҙек – өсөһө үҙебеҙҙең йүнәлеш буйынса, икеһе хөкүмәт тарафынан, береһе республика етәкселеге аппараты тарафынан. Тикшереү мәлендә киске сәғәт ун берҙә, төнгө берҙә, өстә һәм таңғы биштә үҙәк алдын фотоға төшөрҙөк – бер машина ла булманы. Кешеләр үҙҙәре исемлек төҙөй. Иртән автобус менән ауылдан килеп, асылыуға көн һайын яҡынса егерме өс кеше көтөп тора. Беҙ бит егерме өс тәҙрә аса алмайбыҙ. Шуға ла ошо иртән килгән 23 кешене төшкәсә ҡабул итәбеҙ. Асҡарҙыҡыларға, төштән һуң килегеҙ, сират булмай, тиһәң дә, барыбер иртән киләләр. 2015 йылда асылғанда өс кенә тәҙрә ине, кеше күп булғас, тәҙрәләр һаны бишәүгә, аҙаҡ һигеҙгә етте. Бынан тыш, бер белгесебеҙ Михайловкала дүшәмбе һәм шаршамбы көндәре документтар ҡабул итә. Ауыр хәлдән сығыр өсөн ошо уҡ белгесебеҙ ноябрҙең урталарынан дүшәмбе, шишәмбе, шаршамбы һәм йома көндәре эшләй башлаясаҡ.
Беҙ үҙебеҙ ҙә тиҙерәк эште яйлау яғында. Октябрҙә биш белгес эшкә алынды. Хеҙмәттәр төрө өс йөҙҙән ашыу: “Росреестр”, “Роскадастр”, Эске эштәр министрлығы һ.б., һ.б. Стажировка ике генә аҙна, шул арала бөтә нәмәне белеп тә бөтмәйҙәр, был мөмкин дә түгелдер. Эш барышында өйрәнергә тура килә. Һәр кесе йомала иртәнге сәғәт 9-ҙан 11-гә тиклем уҡыу, өйрәтеү бара, сөнки закондарҙа, ҡағиҙәләрҙә үҙгәрештәр күп, уҡытмайынса бер нисек тә булмай.
“Блат” тураһында һүҙ сыҡҡас, Флүр Мохтар улы быға айырым туҡталып үтте. Етәксенең әйтеүенсә, белгестәр иләк аша иләнеп эшкә алына. Эшкә инергә теләүселәр иң тәүҙә резюме ҡалдыра. Вакансия булһа, үҙҙәре тураһында шәхси мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүгә ризалыҡ биреп, башҡаларҙың шәхси мәғлүмәттәрен таратмау тураһындағы документҡа ҡул ҡуйып, анкета тултыралар. Ул анкеталар Өфөгә Именлек хеҙмәтенә ебәрелә. Уларҙың тикшереүен үткәс, стажировка башлана. Шунан һуң тест үтәләр. Тесты уңышлы атҡарғас, эшкә алыналар. Мәҫәлән, октябрҙә ун бер кешенең анкетаһы ҡаралған. Уларҙың өсөһө Именлек хеҙмәте аша үтә алмаған (кешенең анкетаһын ниндәй сәбәптәргә бәйле кире ҡайтарыуҙарын улар аңлатмай). Ҡалған һигеҙ кешенең береһе артабан уҡыуҙан үҙе баш тарта. Етәүҙең бишеһе эшкә алына, сөнки икеһе, ауырлыҡтарҙы күреп, бында эшләй алмайбыҙ, тип китеүҙе хуп күрә. Шул киткән икәү урынына ҡабаттан ике кешене саҡыртып, тикшертеп, уҡытып алғандар, әлеге мәлдә улар эшкә урынлашып йөрөй. Белгестәрҙең күпселеге иҡтисади һәм юридик белемле. Көн һайын халыҡ менән эшләү этикаһы буйынса һөйләшеү алып барабыҙ, тупаҫлыҡҡа юл ҡуймаҫҡа тырышабыҙ, тине етәксе.
Гәзит уҡыусыларыбыҙға шул да мәғлүм булһын, Асҡарҙағы күп функциялы үҙәк ремонттан һуң тулы ҡанлы тормош менән йәшәй башлаясаҡ: бөтәһе ун тәҙрә эшләйәсәк, айырым көтөү залы, ғаризалар ҡабул итеү залы, түләү терминалы, электрон сират, кондиционер-вентиляция системаһы ла ҡаралған, халыҡты дүшәмбе көнө лә ҡабул итәсәктәр. Ремонт тамамланмайынса (яҡынса бер ай самаһы) хәлдәрҙең ыңғайларына өмөт әҙерәк, тимәк, ялыуҙар ҙа, сират та буласаҡ. Әҙерәк түҙергә кәрәк, ти етәкселәр. Ләкин ул түҙемлекте күпме һынарға була һуң?

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
P.S. Мәҡәләне баҫыуға әҙерләнгәндә, Бөрйәндән дә шундай уҡ яр һалдылар: “Күп функциялы үҙәккә документ тапшырыу өсөн тәҡәт ҡорой!..”







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға