«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Телеңде йоторлоҡ! Кәбеҫтә тоҙлау



06.12.2018 Телеңде йоторлоҡ! Кәбеҫтә тоҙлау


Боросло кәбеҫтә
10 кг кәбеҫтә, 0,5 кг татлы ҡыҙыл борос, шул уҡ миҡдар­ҙа һары һәм йәшел борос, 150 г тоҙ, 3 л һыу алына.
Кәбеҫтә менән татлы боросто нәҙек кенә итеп турап, тоҙлоҡ ҡойорға. Ул 3л һыу һәм 150 г тоҙҙан әҙерләнә. Өҫтөнә ауыр әйбер ҡуйып, һалҡын урында һаҡлайҙар.

Баллы ла, тоҙло ла

10 кг кәбеҫтә, 2 кг татлы болгар боросо, 300 г бал, бер ҡуҙаҡ әсе борос, 3 л һыу, 150 г тоҙ.
Кәбеҫтәне ваҡ ҡына итеп, ә татлы боросто ҙур киҫәктәргә турарға. Бөтәһен дә бергә ҡушып, яҡшылап бутағас, тоҙлап, әсе борос өҫтәргә. Һауытҡа тултыр­ғанда ҡайнар һыуҙа иретелгән бал ҡатнашмаһын ҡойорға. Һалҡын урында һаҡларға кәңәш ителә.

Кавказса кәбеҫтә

3,5 кг кәбеҫтә, ике-өс сөгөлдөр, биш-алты петрушка тамыры һәм япраҡтары, ике әсе борос ҡуҙағы, 10 ҡарағат япрағы, бер шәлкем укроп, ике-өс лавр япрағы, 15-20 дана борос, 220 г тоҙ алына.
Кәбеҫтәне дүрт, әгәр ҙә ҙур булһа, һигеҙ өлөшкә бүлергә. Петрушка, укроп, сөгөлдөрҙө йыуып турарға.
Кәстрүл төбөнә кәбеҫтә япраҡтары, өҫтөнә йәшел тәмләткестәр һалырға. Ошо рәүешле һауытты тултырырға. Иң өҫтә кәбеҫтә япраҡтары булырға тейеш.
Тоҙлоҡ әҙерләргә кәрәк буласаҡ. Һыуға тоҙ, лавр япрағы, борос һалып, ҡайнатып сығаралар. Аҙ ғына һыуынғас, кәбеҫтә өҫтөнә ҡоялар ҙа, ауыр әйбер ҡуйып ябалар. Ике-өс көн йылы урында тотҡас, һалҡынға сығаралар, бер аҙнанан ул ашарға яраҡлы булып, тоҙланып етә.
8,5 кг кәбеҫтә ҡатнашмаһына яҡынса 7 л тоҙлоҡ алына.

Маринадлау
Ҡаты башлы кәбеҫтәне һайлап алып, тоҙлағандағы кеүек турай­ҙар. Тоҙ һибеп, яҡшылап бутап, бүлмәлә ике-өс сәғәт тотҡас, банкаларға тығыҙлап тултырырға кәрәк. Алдан һәр банка төбөнә тәмләткестәр һалығыҙ: ҡара борос (5 – 8 бөртөк), аҙ ғына дәрсен (корица) һәм ҡәнәфер, бер лавр япрағы.
Тоҙлоҡ: бер литр һыуға – дүрт балғалаҡ аш һеркәһе эссенцияһы, балғалаҡ ярым тоҙ, дүрт балғалаҡ шәкәр. Банкаларҙы ябып, 85 градус температурала стерилләйҙәр: 0,5 л банкаларҙы – 20 минут, 1 литрлыҡтарын – 30 минут.
Сәскәле кәбеҫтәне тоҙлау
Тоҙлау өсөн бындай кәбеҫтәнең көҙгө сорттары яҡшы була. Кәбеҫтәне ойошҡан сәскәләренә бүлеп, һалҡын һыуҙа йыуып, банкаларға тығыҙлап тултыралар. Өҫтөнә ҡайнатып һыуытылған тоҙлоҡ ҡойорға кәрәк. 10 кг кәбеҫтә өсөн 5,5 л һыу, 40 г тоҙ, 400 г аш һеркәһенән эшләнгән тоҙлоҡ кәрәк. Ике аҙнанан һуң һалҡын урынға ҡуялар.

Һуты ла файҙалы

Өй шарттарында кәбеҫтәне ябай технология буйынса тоҙлай­ҙар. Барлыҡҡа килгән һутын стерилләнгән эмаль һауытҡа һөҙөп, өс-биш сәғәткә ҡалдыралар. Һут үтә күренмәле булғас, уны марля аша һөҙөп, 70 – 80 градусҡа еткәнсе йылыталар. Унан банкаларға тултырһаң да була. Әгәр ҙә әселеген бөтөрөргә теләһәгеҙ, аҙ ғына шәкәр сиробы өҫтәгеҙ. Банкаларҙы 80 градусҡа тиклем йылытылған һыуҙа 25 – 30 минут пастеризациялайҙар һәм ҡапҡасын ныҡ итеп ябып ҡуялар. Һут кәбеҫтәнең шифалы, диетик сифаттарын һаҡлап ҡала.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға