21.11.2018 Ҡамырың уңып бешһен
✔Бәлеш ҡамырына картуф крахмалы ҡушығыҙ. Ул, беренсенән, ҡамырҙы ҡабарта, икенсенән, ризыҡ йомшаҡ булып бешә. Ондо ҡамыр баҫыр алдынан ғына иләгеҙ.
✔Бәлеш, ҡоймаҡ, икмәк ҡамырына манный ярмаһы һалығыҙ (ярты литр шыйыҡлыҡҡа бер ҡалаҡ). Ул да ҡамырҙы ҡабартып ебәрә һәм йомшаҡ итә.
✔Ҡамырға, һөттән ҡала, ярты стакан минераль һыу өҫтәгеҙ. Ярты стакан һыуға бер ҡалаҡ тоҙ һалып, аш һеркәһе йәки лимон кислотаһы менән «һүндереп» алығыҙ.
✔Сүпрәле ҡамыр әҙерләгәндә, бөтә ингредиент та бүлмә температураһында булырға тейеш. Һыуытҡыстан ғына алып эшләһәгеҙ, ҡамыр оҙаҡ әсей. Шыйыҡлыҡты 30 – 35 градусҡа тиклем йылытығыҙ. Ҡамыр баҫҡан бүлмәлә ел булырға тейеш түгел.