«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Дарыуҙар кире ҡайтарылмай



19.11.2018 Дарыуҙар кире ҡайтарылмай

Дарыуҙар кире ҡайтарылмай
Аптеканан әсәйемә яңылыш кәрәкмәгән дарыу һатып алғанмын. Ул ҡиммәтле генә ине. Кире алып барғайным, провизор ҡыҙ ҡабул итмәне. Улар хаҡлымы?

Н. ҒӘЛИЕВА.
Өфө ҡалаһы.

Дарыу препараттары кире ҡайтарыла, алмаштырыла алмай. Әммә чек һуҡҡан мәлдә уларҙы алыуҙан баш тартырға була. “Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһында”ғы федераль законға нигеҙләнеп, дарыуҙың ҡулланыу мөҙҙәте уҙған булһа, маркировкаһында дефект күрһәгеҙ (серия һәм яраҡлылыҡ ваҡыты күрһәтелмәһә), ҡулланыу буйынса инструкцияһы булмаһа, шыйыҡ дарыуҙың төҫө үҙгәргәнен, һауытының, ҡап­ҡасының сатнағанын асыҡлаһағыҙ, кире тапшырып, аҡсағыҙҙы кире ҡайтарырға була.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға