«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Иғтибарлы булығыҙ!



12.11.2018 Иғтибарлы булығыҙ!

Иғтибарлы булығыҙ!
Йоҡо бүлмәһенә шкаф һатып алғайныҡ. Өйгә килтереп биргәндә, ҡатырға ҡабынан ысҡындырып, мебелдең өлөштәрен ентекләп тикшереп алманым. “Дәғүәм юҡ” тип, ҡағыҙға ҡул ҡуйҙым. Шкафты ҡора башлағайныҡ, ишегенең бәрелгән урындары булыуы асыҡланды. Мебель һатҡан фирма хәҙер уны алмаштырып биреүҙән баш тарта. Беҙгә нимә эшләргә?

Ғәлиә.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.

Мебелде ҡабул итеп алғанда, әлбиттә, һеҙгә һатып алған тауарығыҙҙың һайлаған төҫкә тура килеү-килмәүен, сыйылған, бәрелгән урындары бармы- юҡмы икәнлеген асыҡларға кәрәк ине. Ҡабул итеү актында быларҙың барыһын да күрһәтһәгеҙ, шунда ғына етештереүсе ойошма уны алмаштырып бирәсәк. Закон буйынса һеҙ ҡабул итеп алғанда тауар брак булһа ғына алмаштырып бирергә бурыслы. Үҙ аллы бойондороҡһоҙ экспертиза үткәр­һәгеҙ ҙә, шкафтың ишеге бәрелгән булыуын иҫбатлай алмаясаҡһығыҙ. Сөнки документҡа: “ Бер ниндәй ҙә дәғүәм юҡ”, – тип ҡул ҡуйғанһығыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға