«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » «Сит ил кешеһенә ғашиҡ булдым!»



31.10.2018 «Сит ил кешеһенә ғашиҡ булдым!»

«Сит ил кешеһенә ғашиҡ булдым!»
йәки Интернет аша йәр эҙләгән ҡатын-ҡыҙҙы алдарға теләүселәр һис тә кәмемәй

Төҫкә-башҡа сибәр булған, аҡсалы урында эшләп йөрөгән Әлфиәгә ғаилә бәхетен татырға насип булманы. Тәүге ире менән студент саҡта танышып, өйләнешкәс, тегеһе алкоголик булып сыҡты. Дуҫтары менән йөрөп ҡайтты ла, балаһы булыуға ҡарамаҫтан, Әлфиәне зар илатып туҡманы. Ата-әсәһенең дуҫ йәшәүен күреп үҫкән ҡатын һис кенә лә былай йәшәргә ризалашманы, айырылышты.

Бер нисә йыл үткәс, ул яңы урында эшләй башланы. Унда Айнурҙы осратты. Оҙаҡҡа һуҙмай, өйләнешеп, донъя ҡорҙолар. Тик был ғаиләнең дә нигеҙе ныҡлы булманы, Әлфиә тырышып эшләгәндә, Айнур, бизнес менән шөғөлләнәм тип, эшенән китте. Төрлө банктан кредит алып, ғаиләне бурысҡа батырҙы. Тегендә-бында һуғылып йөрөй торғас, Себер яҡтарына китеп олаҡты. Таныштары бер ни тиклем ваҡыттан ҡатынға: "Айнур унда фатиры булған ҡатын менән йәшәп ята. Көтмә һин уны, айырыл!" – тигән хәбәрҙе еткерҙе. Был ғаилә лә шулай тарҡалды.
Күҙ асып йомғансы егерме биш йыл ваҡыт үтеп тә китте. Әлфиә башҡа кейәүгә сыҡманы, берҙән-бер ҡыҙы ла үҫеп, үҙ ғаиләһен ҡорҙо. Ул күрше ҡалаға күсеп киткәс, бигерәк тә күңелһеҙ булып ҡалды. Бер көн эштә коллегаһы менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеп ултырғанда: "Яңғыҙ йәшәүе бигерәк ҡыйындыр инде. Дуҫым үҙенең яртыһын социаль селтәрҙә тапҡан. Хәҙер бына тигән йәшәй­ҙәр. Интернетта танышыу сайттары бихисап бит! Төҫкә-башҡа төшөп ҡалғандарҙан түгелһең, теркәл, бәлки, һиңә лә бәхет йылмайыр", – тип кәңәш бирә.

Ни булһа ла булыр!
Башта был кәңәште етди итеп ҡабул итмәгән ҡатын тора-бара: "Ни булһа ла булыр", – тип, интернет селтәрендәге күҙгә ташланған беренсе танышыу сайтында теркәлә. Күп тә үтмәй, төрлө ир-егет 45 йәште ҡыуған, әле һаман һы­лыулығын юғалтмаған ҡатынға хат яуҙыра башлай. Үкенескә күрә, бер нисәһе менән хат алышып ҡараһа ла, береһе лә күңеленә ятмай. Бер көн ҡатынға Англиянан хәбәр килеп төшә. Урта йәштәге, брендлы, ҡиммәтле, модалы әйберҙәр кейгән, ике ҡатлы коттедж алдында баҫып торған ир уны бер ҡарау­ҙан әсир итә. Етмәһә, инглиз, француз һәм рус телен яҡшы белгән әҙәм татлы һүҙҙәрен йәлләмәй, күптән комплименттар ишетмәгән Әлфиә бәхетенән һауаның етенсе ҡатында йөҙә. Һөйөү утында янған ҡатындың күҙҙәре томалана, яратҡанынан түҙемһеҙләнеп хат көтә. Ҡатындың тиҙ генә ышанысына ингән ир бер туҡтауһыҙ һөйөү һүҙҙәре яҙа, бергә булырбыҙ, үҙеңде кәләш итеп алырмын, тип ышандыра. Бер көн ул, күрше ҡалаға барып, насар хәлгә тарығанын һәм ашығыс рәүештә аҡса кәрәклеге тураһында яҙа. Һөйгән кешеһе өсөн һуңғы тинен бирергә риза гүзәл зат күрһәтелгән иҫәпкә ҙур ғына күләмдә аҡса күсерә. Ирҙән шундуҡ елдәр иҫә, уның сайттағы бите лә юҡҡа сыға.

Маньякка тап булырға мөмкин
Әйткәндәй, Әлфиә танышыу сайттарында эш алып барған мутлашыусыларҙың беренсе һәм һуңғы ҡорбаны түгел. Мөхәб­бәттәрен оҙаҡ эҙләп тә таба алмағандар уларҙы виртуаль донъяла осратырға тырыша. Әммә күпселек осраҡта ҡатын-ҡыҙҙар мутлашыусы, аферист, альфонс һәм хатта маньякка ла тап була.
Бер ҡатлы гүзәл затты тишек кәмәгә ултыртыу юлдары бихисап. Мутлашыусыларҙың күбеһе үҙҙәрен табип, капитан, летчик тип таныта. Ҡатын-ҡыҙҙың ышанысын яулағас, улар, ауырыуға йә башҡа бәләгә һылтанып, аҡсаһын алдап ала. Йәки "һөйгәне"нә компьютер, телефон һәм башҡа ҡиммәтле бүләк ебәрәм тип, телефон номерын һорай. Һуңынан телефонға "Посылка килеп етһен өсөн курьер сығымдарын түләргә кәрәк" тигән смс-хәбәр килә. Ҡорбан курьер сығымдарын түләгәс, бер ни тиклем ваҡыттан һуң дөрөҫлөк асыҡлана.
Йәки сит ил кешеһе интернет аша танышҡан һөйгәнен үҙенә саҡырып, ул әйткән туристик агентлыҡҡа мөрәжәғәт итергә ҡуша. Сит илгә барырға йыйынған кеше путевка һатып алғандан һуң агентлыҡ та, уны ҡунаҡҡа са­ҡырған кеше лә юҡҡа сыға.

Көрәшеү файҙаһыҙ
Үкенескә күрә, бындай интернет мутлашыусылары менән көрәшеү файҙаһыҙ. Хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итеп тә, ыңғай һөҙөмтәгә ирешеп булмаясаҡ. Хоҡуҡ боҙоусыны уны аҡса алып торған ваҡытында ҡулға алырға кәрәк. Әммә күпселек осраҡта мутлашыусы "йыраҡтан" ғына эш итә.
Әгәр ҙә һеҙҙең яңы интернет дуҫығыҙ һеҙҙән аҡса таптыра икән, тимәк, һеҙ мутлашыусы менән аралашаһығыҙ. Бындай танышыуҙан яҡшылыҡ көтмәгеҙ, уның менән хатлашыуығыҙҙы туҡтатыуығыҙ хәйерле.

Лиана ВӘЛИУЛЛИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға