«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Газ плитаһын таҙа тотоғоҙ



27.10.2018 Газ плитаһын таҙа тотоғоҙ

Газ плитаһын таҙа тотоғоҙ
Хужабикәнең уңғанлығын һәм бөхтәлеген газ плитаһына ҡарап бел, тиҙәр. Гелән бешеренеп торғанда, уны идеаль таҙалыҡта тотоу мөмкин дә түгелдер. Таҙартып ҡына ҡуйыуың була, йә ҡайнап сыҡҡан аш түгелә, йә май сәсрәй.
- Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, хужабикәләр: плита бысраныу менән тиҙ генә һөртөп алығыҙ, юғиһә янған аҙыҡ ҡалдыҡтарын йыуып алыу ҡыйынға төшәсәк. Горелканың дүңгәләктәренә ризыҡ төшһә, газ да насар янасаҡ.
- Суйын менән металл ҡатнашмаһынан яһалған деталдәре еңел тартып алына, рәхәтләнеп химик таҙартыу шыйыҡсалары һәм тимер щетка менән йыуып алырға була. Агрегаттың декоратив эмаль менән ҡаплан­ған урындарын һабын йәки һауыт-һаба йыуа торған шыйыҡса менән таҙартырға мөмкин. Һуңынан эмалде ҡоро сепрәк менән ҡорот­һағыҙ, ул ялтырап торор.
- Белгестәр поддондың горелкалар аҫтындағы өлөшөн даими таҙартып торорға ҡуша. Әгәр таҙартмаһағыҙ, конфорканы ҡабыҙыу менән аш-һыу бүлмәһенә көйгән еҫ тараласаҡ.
- Газ плитаһын таҙа тоторға теләгәндәр тағы ла бер хәйлә тәҡдим итә. Агрегаттың өҫтөн фольга менән ҡаплаһағыҙ, плитаны таҙартып торорға ла кәрәкмәйәсәк. Бысранғанын алып ташлайһығыҙ ҙа, яңыһын йәйеп ҡуяһығыҙ.
- Рәшәткәләрҙе, ҡулға бирсәткә кейеп, нишатыр спирты йәки сода менән таҙарталар. Улар булмағанда, тимер йыуғыс иң ҡулайы.
Газ ҡабыҙа торған тотҡаларҙы теш щеткаһы менән таҙартыуы уңайлыраҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға