29.10.2018 Ҡолаҡ һал! Ҡышҡыһын да йәшел тәмләткестәр менән
Өй – беҙҙең өсөн эштән арып ҡайтҡанда ял итеү урыны. 9 квадрат метрлы ғына бүлмәлә йәшәйһегеҙ икән, ҡунаҡтар, һиндә нисек яҡты һәм иркен, тип әйтһен өсөн нимә эшләргә?
Бының өсөн дөрөҫ мебель һайлау ҙа, яҡты төҫтәр гаммаһы ла ҙур роль уйнай.
-Бәләкәй бүлмәлә ҡараңғы тондар булырға тейеш түгел.
- Тәҙрәгә ҡорғандар һайлағанда яҡты төҫтәргә, еңел туҡымаларға өҫтөнлөк бирегеҙ.
- Бүлмәгеҙ иркен булып күренһен тиһәгеҙ, бер яҡ стенаға түшәмгә етеп торған бейек шкаф ҡуйып, уның ишектәрен көҙгөнән эшләтегеҙ. Ҙур шкафҡа бөтә әйберегеҙ һыясаҡ.
- Карауат торған, һеҙ гел яҙышҡан эш зонаһын гипсокартондан һырлап яһалған бүлем, үтә күренмәле пәрҙә менән айырып ҡуйырға була.
- Мебелдең аяҡтары булырға тейеш. Иҙән күренгән һайын, бүлмә ҙурыраҡ булып тойола.
- Диван аҫты, ишек артындағы урындарҙы ла әйбер һалыу өсөн файҙаланығыҙ.
- Обойҙағы вертикаль һүрәттәр ҙә бүлмәне «ҙурайта».
- Яҡтылыҡ лампочкалары бер нисә урында, күп яруслы итеп ҡуйылырға тейеш. Мөйөшкә торшер ултыртыу ҙа бүлмәне иркенәйтеп ебәрә.
- Бер яҡ стенаға яҡты фотообой йәбештерһәгеҙ ҙә, урын иркенәйгән кеүек тойолор.
- Ҡыҫыҡ бүлмә ҡараңғы һәм унда аяҡ баҫырға урын булмаһа, бәләкәй күренәсәк.