«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йондоҙнамә (22-28 октябрь)



22.10.2018 Йондоҙнамә (22-28 октябрь)

Йондоҙнамә (22-28 октябрь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Аралашыуҙа артыҡ асыҡ булмағыҙ. юғиһә был хәл һеҙгә мәшәҡәт килтерәсәк, ҡайһы ваҡыт зыян да күрерһегеҙ. Был арала етәкселәрҙең күҙенә салынмағыҙ, уларҙан барыбер йүнле һүҙ ишетмәҫһегеҙ. Йомала килем йәки ниндәйҙер бүләк көтөгөҙ.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Ҡайһы бер элекке бәйләнештәрҙең төрлө сәбәп менән өҙөлөүе бар. Бер юлы яңыларҙы ла булдырыуығыҙ ихтимал. Шаршамбыла дошмандарығыҙ ысын йөҙөн күрһәтер. Һәр хәлдә лә түҙемлерәк булығыҙ. Йомала бәғзеләргә көтөлмәгән ҡунаҡтарҙы ҡабул итергә тура килер.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Аҙна барышында ҡәҙимгенән күберәк эшләр­һегеҙ. Өйҙәге хәлдәр ҙә һеҙҙән иғтибар талап итә кеүек. Матди ҡыйынлыҡтарға ла әҙер булығыҙ. Мөмкин тиклем бурысҡа инмәҫкә тырышығыҙ, аҙаҡ уны ҡайтара алмаҫһығыҙ.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Был арала йондоҙҙар кеше араһында күберәк булырға кәңәш итә. Аралашыу файҙалы булыр, ҡайһы бер өмөтлө фекер ҙә ишетерһегеҙ һымаҡ. Көтмәгәндә ҡайҙандыр арыу ғына аҡса алыуығыҙ ихтимал. Күптәрҙең ниндәйҙер ҡиммәтле әйбер һатып алырға мөмкинлеге булыр.

Буға (21.04 – 21.05)
Элек хәл ителмәгән, ваҡытлыса кисектерелгән мәсьәләләргә ныҡлап тотонорға мөмкинлектәрегеҙ булыр. Бының өсөн көсөгөҙ һәм теләгегеҙ етерлек кеүек. Шаршамбылағы ваҡиғаларҙы ашыҡтырмаҫҡа ҡушыла. Ял көндәрендә һәйбәт хәбәр ишетерһегеҙ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Шәхси тормошоғоҙҙа ниндәйҙер ыңғай үҙгәрештәр төҫмөрләнә башлар. Киләсәктә һеҙҙең өсөн барыһы ла һәйбәт булырға тейеш. Был арала өмөтлө тәҡдим (хатта бер нисә) алыуығыҙ ихтимал. Ашыҡмаҫҡа, уйлап эш итергә кәңәш ителә. Алыҫ сәфәргә сыҡмауығыҙ хәйерле.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Аҙна барышында иғтибарлы булырға кәрәк. Ҡайһы бер ваҡиғаның һеҙ уйлағанса бармауы ла мөмкин. Был арала үҙ абруйығыҙҙы һәм фекерегеҙҙе ҡаты ғына яҡларға ла тура килер. Йәнләнеп киткән аҫтыртын дошмандарығыҙ һәр саҡ ҡамасаулап торор. Кесе йомала ниндәйҙер матди юғалтыу кисереүегеҙ бар.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Осор һис тә еңел булырға оҡшамай. Яңы ҙур эштәрҙе башлауҙан мөмкин тиклем тыйылығыҙ. Шаршамбыла яҡшы таныштар менән аралашыу­ҙа ҡыйынлыҡтар килеп сығыр. Кесе йомала алдығыҙҙа ауыр, әлегә хәл итә алмаҫлыҡ мәсьә­лә пәйҙә булыр, моғайын.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Аҙна бәғзеләргә борсолоу килтерер. Ҡайһы бер шәхси мөнәсәбәттәр бөтөнләй боҙолор. Быға артыҡ борсолмағыҙ, шулай кәрәк булғандыр. Башҡа өлкәләрҙә әллә ни ҙур уңыштарға өмөт итмәгеҙ. Тынысланыр өсөн бер аҙ ваҡыт кәрәк булыр.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Дүшәмбенән башлап уңайлы мәлдәр бар эшегеҙгә булышлыҡ итер. Яҡындарығыҙҙан кемдер һәләттәрегеҙҙе үҙ маҡсаттарына файҙаланырға тырыша һымаҡ. Иғтибарлы булығыҙ, быға юл ҡуймағыҙ. Шаршамбынан һуң күпселек эшегеҙ туҡтағандай тойолор.

Саян (24.10 – 22.11)
Осор аралашыуҙарға бай булмаҡсы. Уларҙан бер аҙ файҙа күреүегеҙ ҙә бар. Шулай ҙа яңы таныштарығыҙға ҡарата иғтибарлыраҡ бу­лығыҙ. Араһында ышанысһыҙ буш ҡыуыҡтар ҙа юҡ түгел. Был арала бәғзеләр элек башҡарған эше өсөн аҡса алыр.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Бөтә эшегеҙҙә лә яҡын кешеләрҙең ярҙамына, кәңәштәренә таянырға ҡушыла. Башҡаларға күрһәткән иғтибарығыҙ һәр саҡ ярҙам итеп торор. Күптән күрмәгән дуҫтарығыҙҙы барлап сығыу ҙа файҙалы булыр ине. Уларҙан файҙа күреүегеҙ ҙә ихтимал. Был арала уйламаған сәфәргә сығыуығыҙ бар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға