«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йондоҙнамә (15-21 октябрь)



14.10.2018 Йондоҙнамә (15-21 октябрь)

Йондоҙнамә (15-21 октябрь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Матди ҡыйынлыҡтар бер аҙ дауам итер. Уларға бирешмәҫһегеҙ һымаҡ. Дөйөм хәлегеҙ ниндәй­ҙер элек төҙөгән маҡсатығыҙҙан баш тартырға мәжбүр итер – уны бойомға ашырыу өсөн әлегә мөмкинлектәрегеҙ юҡ. Яҡындағы күп һөйләгән кешеләр менән һаҡ булығыҙ.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Яҡын туғандарығыҙ төрлө мәшәҡәт өҫтәп торор. Уларҙың бәғзеләрен хәл итеүе еңел булмаҫ кеүек. Был арала кәрәкмәгән, иҫкергән әйберҙәрҙән мөмкин тиклем ҡотолоғоҙ. Йомала бик тиҙ эш итергә тура килер, моғайын.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Эш урынығыҙҙа ла, өйҙә лә баш күтәрергә лә ваҡытығыҙ булмаҫ. Юҡ-бар эштәрҙең осо-ҡырыйы күренмәҫ һымаҡ. Иң мөһимде ваҡ-төйәктән айыра алһағыҙ, бик яҡшы булыр ине. Килеп торған яңылыҡтарҙы иғтибар менән күҙәтегеҙ. Улар араһында һеҙ көткән хәбәр мотлаҡ булыр.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Был арала ниндәйҙер, тәү ҡарашҡа өмөтлө күренгән тәҡдим ишетеүегеҙ ихтимал. Уға шундуҡ ризалашырға ашыҡмағыҙ – буш ҡыуыҡ булып сығыуы ла бар. Аҙна барышында аралашыу еңел барыр, кешеләргә үҙ фекерегеҙҙе еткереү еңеләйер. Иң яҡшы көндәрегеҙ – шаршамбы һәм йома.

Буға (21.04 – 21.05)
Һәйбәт көндәр. Күтәренке кәйефегеҙ һәр саҡ эштәрегеҙгә булышлыҡ итеп торор. Ҡәҙимге, күптән туйҙырған эштәрҙе лә дәрт менән башҡарырһығыҙ. Шаршамбыла һеҙҙе бигерәк тә һиҙелерлек уңыштар көтә. Йомала көтөлмәгән хәлдәр булыуы ла мөмкин.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Буш, файҙаһыҙ һөйләшеүҙәр, осрашыуҙар күп булмаҡсы. Тырышыуҙарға ҡарамаҫтан, улар­ҙан ҡотола алмаҫһығыҙ. Ошо көндәрҙә ниндәйҙер мөһим хәбәр ишетерһегеҙ кеүек. Уның нигеҙендә яҡын киләсәккә маҡсаттарығыҙ ҙа бер аҙ асыҡланыр һымаҡ. Был арала осраҡлы мәжлестәрҙән ары тороуығыҙ хәйерле.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Аралашыуҙа һеҙҙән иғтибарлылыҡ талап ителә. Ҡайһы бер таныштарығыҙ кәрәкмәгән яҡҡа тартҡылай кеүек, һаҡ булығыҙ. Аҙна барышында һуңғы ваҡыттағы ваҡиғаларға йомғаҡ яһау урынлы. Уңышһыҙлыҡтарығыҙҙы ла барлап сыҡһағыҙ, һәйбәт булыр ине.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Күптәнге танышығыҙ менән аралашыуҙа һаҡ булығыҙ. Юҡ сәбәп арҡаһында ла мөнәсәбәт­тәрҙең боҙолоуы ихтимал. Был яҡтан бигерәк тә шаршамбы айырылып торор. Башығыҙға өмөтлө уйҙар ҙа инер. Шуларҙың бәғзеләре киләсәктә кәрәк булыр һымаҡ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Осор әүҙем эшмәкәрлек өсөн уңайлы. Шишәмбе-шаршамбыла теләһә ниндәй ҡатмарлы мәсьәләне лә ыңғай хәл итә алырһығыҙ. Кесе йомала ниндәйҙер ярҙам да алыуығыҙ мөмкин. Йондоҙҙар йома кисен мотлаҡ өйөгөҙҙә үткәрергә ҡуша.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Аҙна һис тә еңел булырға оҡшамай. Яҡшы белгән, өйрәнелгән эштәр ҙә ауырлыҡ менән барыр. Етәкселәрҙең дә ҡәнәғәтһеҙлек белдереүе бар. Был хәл һеҙҙән түҙемлек талап итер. Киләсәктәге үҙгәрештәргә әҙерләнергә лә онотмағыҙ.

Саян (24.10 – 22.11)
Төрлө ваҡиға – яҡшыһы ла, насары ла күп булмаҡсы. Тап был арала ниндәйҙер өмөтлө танышлыҡ булдырырһығыҙ һымаҡ. Икенсе яҡтан, аҙна барышында күптәнге бәйләнешегеҙ өҙөлөүе лә ихтимал. Күптәр йәмәғәт эштәрендә уңыр, кеше араһында сығыштарығыҙ ҙа һәйбәт үтер.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Аҙна башында уҡ бәғзеләр күптән башлаған ҙур эште уңышлы тамамлар. Ижади кешеләрҙе лә өмөтлө көндәр көтә. Шаршамбынан һуң матди мәсьәләләрҙең тәүге урынға сығыуы бар. Аҡса эҙләргә лә тура килер, бәлки. Ярҙам һис тә уйламаған яҡтан килер.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға