«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Һәр кемдең үҙ сере, һис ҡасан бөтәшмәҫ күңел яраһы...



06.10.2018 Һәр кемдең үҙ сере, һис ҡасан бөтәшмәҫ күңел яраһы...

Һәр кемдең үҙ сере, һис ҡасан бөтәшмәҫ күңел яраһы...
Ира эштән һуң магазинға ғына һуғылды ла, тура дауаханаға йүгерҙе. Палатаға инеп, барыһы менән дә һаулашҡас, әсәһе янына килде:
– Әсәй, сәләм!
– Һин кем? – стенаға текәлеп ятҡан ҡатын килеүсегә башын борҙо.
– Һуң был бит мин – ҡыҙың, – Ира аптырап әсәһенә ҡараны.
Ҡатын йәмһеҙ итеп көлдө:
– Һин – минең ҡыҙым?! Үҙеңде көҙгөлә күргәнең бармы? Шүрәле ишеһең. Ә минең ҡыҙым һып-һылыу. Ҡуй инде, маймыл...
Ира илап ебәрмәҫ өсөн ауыҙын йырып, дорфа ҡыланды – әсәһенең мендәрен йәтешләп һалды, юрғанын рәтләне:
– Ну, ғәфү ит, шулай булғаныма, – ә үҙ алдына, маймылдан тыуғанмындыр, тип мөңгөрләне.
Әсәһенең ошо арала иҫе инәле-сығалы: йә бер кемде лә танымай, йә кинәт аҡылы теүәлләнә. Бына әле лә ята торғас, Ираға иғтибарлы ҡарашын йүнәлтеп:
– Бәй, Ира, һин килгәнһең дә, ни эшләп һаулыҡ та һорашмай ултыраһың? – тип йылмайғандай итте.
– Уянғаныңды көттөм, – тиеү менән сикләнде Ира. Әсәһе йоҡлап киткәс, уйҙары менән бала сағына әйләнеп ҡайтты.
... Атаһы менән әсәһен тәүҙән үк, пар түгелдәр, тигәндәр. Атаһы оҙон буйлы, ҡашыҡҡа һалып йоторҙай сибәр, уҡымышлы, ә әсәһе буйға тәпәш кенә, урта профессиональ белемле. Ни тип өйләнешкәндәр­ҙер, был турала бер ваҡытта ла ата-әсәһенең дә, туғандарының да һөйләгәне булманы. Ира үҙен белгәндән алып ғаиләләрендә гел ыҙғыш, иреш-талаш ине. Өйҙөң ҡотон осор­ған ғауғаларҙы әсәһенең башлап ебәргәнен хәтерләй. Сәмле, ғәрсел ҡатын ирен ҡыҙғаныуҙан ни эшләргә белмәй янъял ҡуптарғандыр, ахыры. Сөнки атаһын, юғары белемле белгесте, тиҙ арала эше буйынса үрләткәндәр, һәм ул йыш ҡына һуң ҡайта башлаған, күпселектә – һалмыш. Ира иң ҡатмарлы мәлгә этәргес булған төндө ап-асыҡ хәтерләй: уны, ун йәшлек ҡыҙ баланы, әсәһе уятып, әйҙә, киттек, тип кейендереп алып сығып киткәйне.
Һалҡын ямғырлы август төнөндә атаһының эш урынына барып етәләр. Ҡараңғылыҡҡа сумған бинаның бер генә тәҙрәһендә ут баҙырай – унда, ҡорғандарҙы ла тартмай, атаһы ниндәйҙер ҡатын менән ҡосаҡлашып, үбешә. Әсәһе күҙҙәрен шар асып, өнһөҙ шул тәҙрәгә оҙаҡ ҡарап тора ла, Ираның барлығын да онотоп, ҡайтыу яғына шәп-шәп атлай. Ира уның артынан йүгерә. Йүнләп бер ни ҙә аңламаһа ла, әсәһен йыуатырға, уның усын һыпырырға теләй, ләкин ҡулдарын ныҡ итеп һелтәп атлаған әсәһен етәкләргә бер нисек тә өлгөрә алмай. Ҡыҙыҡай өндәшергә лә ҡурҡа. Ҡайтып етеп, фатирға ингәс, әсәһе шатырлатып ишектәрҙе бикләй:
– Ике аяғының береһен баҫтырмаясаҡмын!
Һуңынан, күп йылдар үткәс, “изге бән­дәләр­ҙең” ишеккә аноним яҙыуҙар ҡыҫтырғанын, шул арҡылы улар атаһының эш урынына аңдып барып йөрөүҙәрен белде. Атаһының бергә эшләгән йәш ҡыҙ менән һөйөшөүен ҡайһы көнсөл бәндә күтәрә алмағандыр, уныһы билдәһеҙ (бәлки, уға ғашиҡ берәй ҡатындыр, сөнки күркәм иргә өмөт итеүселәр аҙ булмай). Ләкин шул “изгелек теләүсе” күрәләтә ғаиләне емерә, ике кешене бәхет­һеҙ итә – Ираны һәм уның әсәһен. Әсәһе үҙ һүҙендә тора: өйгә инергә маташҡан иренә ишекте асмай, уйнаш иткән ереңә кире бар, тип ирешеп ҡысҡыра. Бер-ике көндән ире, исмаһам, алмаш кейемдәрҙе алайым, тип килгәс, шифоньерҙа эленеп торған күлдәк-костюмдарҙы элгестә килеш кенә иҙәнгә таҫлап һала ла, балта менән сапҡыслай. Ошоно күргән Ира күҙҙәрен сытырайтып йома, ҡолаҡтарын ҡаплай, ләкин әсәһенең һәр һүҙе йөрәген яралай: “Ҡара, ҡара... һинең ярат­ҡан атаң бит ул, йүнһеҙ атаң...” Әсәһе атаһының әйберҙәрен тәҙрә аша урамға быраҡтыра һәм ишек ярығынан иренә: “Башҡаса килмә лә, йөрөмә лә, бында һинең эҙең дә булмаһын!” – тип аҡыра. Шунан алып атаһы баш­ҡаса ғүмерҙә лә килмәй. Бәлки, улар өйҙә булмаған саҡта килеп, бер аҙ әйберен алғандыр, уныһын Ира белмәй. Айы­ры­лышҡас, әсәһе эскегә һалыша, эшенән ҡы­уыла. Аҙаҡ ул үҙен ҡулға алырға тырышып, төрлө эштә эшләп ҡарай, әммә эсергә әүәҫлеге ар­ҡаһында бер урында оҙаҡ тотҡарланмай. Эш хаҡы аҙ булғас, осто осҡа саҡ ялғай­ҙар. Яртышар йыллап эсмәй түҙгән ҡатын, яңғыҙлыҡтан зарығып, ауырлыҡтарҙан ыҙаланып, ҡайғыһын аҙналар буйына араҡы менән баҫырға ынтылғанда, Ира өсөн түҙгеһеҙ көндәр тыуа. Эсеп алған әсәһен шайтан алмаштыра – ул уҫалға, яуызға әйләнә, агрессияһын ҡайҙа итергә белмәй, бар асыуын ҡыҙына төшөрә, селпәрәмә килгән хыялдары, тор­мош­ҡа ашмаған маҡсаттары өсөн үсте һис бер ғәйепһеҙ баланан ала...
– Өйҙә йыш ҡына ашарға тәғәм ризыҡ булмай торғайны, – тип һөйләне ошо хаҡта Ира, әсәһен ерләгәс. – Мәктәптән асығып, арып ҡайтаһың да, ишек төбөндә тапанып тораһың, инәлеп, илап, ә иҫерек әсәй индермәй ҙә ҡуя. Ярай ҙа яҡында бер әбей йәшәне, унда ҡунып йөрөнөм. Сығарылыш кисәһенә барыһы ла ике-өс ай алдан әҙерләнергә тотондо: туфли һатып алдылар, күлдәк тектерҙеләр. Минең дә матур булғым килде. Шуға атайға барҙым. Атайым беҙҙән киткәс тә өйләнде, яңы ҡатыны мине яҡын юллатманы. Әллә яңы ҡатынының һүҙенән сыға алманы, әллә мине яратманы, хәлең нисек, тип ғүмерҙә лә атай хәлде лә һораманы, ярҙам да итмәне. Был юлы, бәлки ярҙамлашыр, тип өмөтләнгәйнем дә, аҡса юҡ, тине. Аптырағандың көнөнән ярты ставкаға кафеға йыйыштырыусы булып эшкә урынлаштым. Бер көн өҫтәлдәрҙе һөртөп йөрөгәндә, атай яңы ҡатыны менән кафеға килеп инде. Эшләгәнемде күреп, шаҡ ҡатып ҡарап китте, әммә яныма килмәне. Ә бит мин бәләкәйҙән үлә яҙып атайымды яратҡайным. Уның менән харап ғорурландым... Баш ҡалаға курстарға уҡырға сығып киткәнемдә, кеҫәмдә бер тин аҡса булманы. Әсәй минең сығып киткәнемде лә белмәй, иҫерек йоҡлап ятып ҡалды. Йәшәргә урын булмағас, ҡунырға тимер юл вокзалына барҙым. Унда бомждарҙы, алкаштарҙы күреп, хәтәр ҡурҡтым. Төнө буйы Өфө буйлап күҙ йәшен түгеп, тертләп, шикләнеп, ҡотом алынып йөрөнөм. Таңды саҡ аттырҙым. Уҡытыусыға, миңә йәшәргә арзанға мөйөш кәрәк ине, тигәйнем, бергә уҡыған ҡыҙҙар­ҙың береһе, әйҙә, миндә йәшәп тор, тип саҡырҙы. Аҙаҡ икенсеһе, өләсәйемдә бик осһоҙға бер койка-урын бар, тип ҡыуандыр­ҙы. Ғөмүмән, миңә курсташтарым шул тиклем ихлас ярҙам итте, уларға һаманғаса рәхмәт уҡыйым. Аҡсалары ла, кәңәштәре лә, йылы һүҙҙәре лә табылды минең өсөн. Ата-әсәмдән күрмәгән яҡшылыҡ, изгелекте ете ят кешеләрҙән күрҙем. Тамаҡ туйҙырырлыҡ аҡсаны гел улар йыйып бирҙе, кейемдәре менән дә бүлештеләр. Ә бер көндө, йылы курткам юҡ, нисек ҡышты сығырмын, ҡайҙан койка-урын өсөн аҡса табырға, тип хыялыйҙар булып, эй, Хоҙайым, ярҙам ит, тип, магазиндан икмәк алып сығып барғанда, ҡараһам, тротуар ситендә ҡағыҙ аҡса ята. Эйелеп алдым да, йәһәтләп пакетҡа тыҡтым, йәнәһе лә, кеше күрмәһен. Шул ҡағыҙ аҡсаға синтепон куртка һатып алдым, койка-урын өсөн хаҡты тулыһынса түләнем. Курстарҙы тамамлап, кире ҡайтҡас, эшкә урынлаштым, Руслан исемле егет менән таныштым. Ул мине оҙатып йөрөгәс, адресымды белә ине, шуға ла бер ялында беҙгә иртәрәк килеп, әсәйемдең иҫерек сағына тура килгәйне бит әле. Әсәйем уны индергән дә, мине яманлап, насарлап һөйләп бөткән. Эштән ҡайтып инһәм, Ира йөрөмтәл, бында уның менән йоҡламаған ир заты ҡалмаған, тип һөйләп тора. Әсәй, ниңә нахаҡҡа улайтаһың, тип илап ебәргәйнем, ә ниңә, дөрөҫөн һөйләйем, тисе. Русландың күҙҙәре тамам аҡайғайны. Башҡа килмәҫ, минең менән йөрөмәҫ, тип ҡайғырғайным. Ә ул килде. Әсәйеңде күргәс тә, атайымды хәтерләнем, тип һөйләне: “Хәбәре, үҙ-үҙен тотошо – тас минең атай инде!” Баҡтиһәң, минең аҡыллы, уңған Русланымдың атаһы шулай алкоголизм менән сирләп, вафат булған икән. Беҙ өйләнештек. Туйҙа әсәйем дә, атайым да булманы. Береһе иҫерек йоҡлап ятты, икенсеһен бисәһе ебәрмәне, шикелле. Хәйер, белмәйем. Ләкин шунан саҡ ҡына алдараҡ туғандарҙың юбилейында ул мине бөтөнләй күрмәмешкә һалышты, һаулыҡ һорашыу түгел, хатта минең яҡҡа ҡараманы ла. Шул мәлдә уны тормошомдан һыҙып ырғыттым. Икенсе ҡатыны мәрхүмә булғас, ул ҡабаттан өйләнде. Был юлы бик яҡшы, киң күңелле, мәрхәмәтле ҡатынға юлыҡты. Ул беҙҙе татыулаштырырға тырыша, әммә күңелем атайға ҡарата ҡатҡайны инде. Хатта ауыр хәлдә дауаханала ятҡанында ла янына барманым, сөнки әсәйҙе ерләгәндә ул бөтөнләй ярҙам итмәне, килеп, коридорҙа кеше араһында бер аҙ торҙо ла, сығып китте. Ә миңә шул саҡта уның бер йылы һүҙе етер ине. Уны кисерергә. Һөйөүенән, иғтибарынан мәхрүм иткәне өсөн.
Әсәйемдең эсеүе эҙһеҙ үтмәне. Атай менән айырылыш­ҡандан һуң ул стрестан диабет менән дә ауырып киткәйне, шул бөтәһе бергә уны аяҡтан яҙҙырҙы, яман сиргә юлыҡтыр­ҙы. Ауыртыуҙарын көслө дарыуҙар ҙа баҫа алманы. Һыҙланыуға сыҙай алмай, өйҙөң аҫтын-өҫкә килтерә торғайны. Быны һөйләүе түгел, иҫләүе лә үтә ҡыйын. Ғүмер һуңында, күрмәгәнеңде күрһәттем инде, кисер йүнһеҙ әсәйеңде, тип нисектер ғәфү үтенде: “Миңә бер тапҡыр ҙа боролоп ҡарамаһаң да, һиңә үпкә юҡ”. Ә мин уға үпкә һаҡламаным да. Йәлләй торғайным. Ниңә үҙеңде яндыраһың, атайҙан башҡа ла тормош бар, тип әйткем килде, тик ул эс серҙәрен бүлешерлек яҡыным була алманы.
Уның ҡарауы хәҙер, аллаға шөкөр, тип йәшәйем: иремдән уңдым, балаларым һау-сәләмәт, яҡшы уҡыйҙар, тәртиплеләр. Ҡайһы бер мәлдә зыулап ерле юҡтан ирешә башлаһам, үҙемдә әсәйемде танып, шунда уҡ телемде тешләйем. Уның хаталарын ҡабатламаясаҡмын. Ғү-мер-ҙә лә...
Оҙон буйлы, зауыҡлы кейенгән һылыу Ира урамдан үткәндә, ир-егеттәр уға һоҡланып ҡарап ҡала. Йылмайһа, тирә-яҡ яҡтырып китә. Донъяны йәмләр өсөн генә тыуған Ираның бала сағы шундай зарлы, үкенесле, күңелһеҙ булғандыр, тип кем уйлаһын?! Һәр кемдең үҙ сере, йылмайыу-көлөүе артында ла үҙ ҡайғы-хәсрәте, һис ҡасан бөтәшмәҫ яраһы, үҙ тамуғы...

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға