«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ҡышҡыһын да йәшел тәмләткестәр менән



22.10.2018 Ҡышҡыһын да йәшел тәмләткестәр менән

Ҡышҡыһын да йәшел  тәмләткестәр менән
Укроп, петрушка, кинзаны микротулҡынлы мейестә тиҙ генә киптерергә мөмкин. Ул хуш еҫле генә булып кибә. Яңы ғына йыйып алып, йыуып, ҡоро таҫтамал өҫтөндә киптерелгән тәмләткестәрҙе турамай киптерергә һәм пластик һауытҡа һалып, 10 минутҡа микротулҡынлы мейескә ҡуйырға. Тәүҙә 3 минутҡа «максимум» режимына, һуңынан иретеү режимына күсерергә. Әҙер массаны ҡағыҙ пакеттарҙа йәки быяла банкала һаҡларға кәрәк.

Укропты туңдырырға ла мөмкин. Йәшел тәмләткестәрҙе турап, пакетҡа тултырып, һыуытҡысҡа урынлаштырырға була. Уҡмашып йәбешмәһен, таралып торһон өсөн туңдырғанда пакетты һелкетеп торорға кәрәк.

Тағы ла бер һаҡлау ысулы бар. Ҡоротҡа, сырға, аҡ майға ҡушырға була.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға