«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йондоҙнамә (3-9 сентябрь)



04.09.2018 Йондоҙнамә (3-9 сентябрь)

Йондоҙнамә (3-9 сентябрь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Һаман да матди ҡыйынлыҡтар менән көрәшергә тура килер һымаҡ. Был арала эштә лә, өйҙә лә өҫтөгөҙгә күпте алырға кәңәш ителмәй. Юғиһә хәлдән тайырһығыҙ. Кесе йомала бик уңайлы мәлгә тап булыуығыҙ бар. Уны тормош бүләге тип ҡабул итегеҙ.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Мәл ваҡиғаларҙан фәһем алып, киләсәккә маҡсаттар ҡороу өсөн уңайлы. Эске тауышығыҙға ҡолаҡ һалһағыҙ, күпселек уйығыҙҙы бойомға ашыра алырһығыҙ. Был арала үҙ аллы эш итергә кәңәш ителә. Кеше фекерен тыңлауын тыңлағыҙ, ләкин барыһын да үҙегеҙсә башҡарығыҙ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Тап был арала ҡылған эштәрегеҙ яҡын киләсәктә матди килем килтерәсәк. Ғөмүмән, артабан аҡса яғынан хәлегеҙ мотлаҡ яҡшырырға тейеш. Шаршамбыла ниндәйҙер бик кәрәкле хәбәр ишетерһегеҙ. Һуңлап булһа ла күптәнге бурысығыҙҙы ла ҡайтарырға тура килер.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Төп эшегеҙҙә хәл бигүк тыныс булырға оҡшамай. Кем менәндер ҡаршылыҡҡа тиклем етеүе лә бар. Тыныс, уйлап ҡына эш итһәгеҙ, барыһы ла һәйбәт тамамланыр. Ошо көндәрҙә бик күптән күрмәгән ниндәйҙер кеше үҙе тураһында белдерер.

Буға (21.04 – 21.05)
Был арала сер рәүешендә генә мөһим яңылыҡ ишетерһегеҙ. Әлегә уны башҡаларҙан йәшереү дөрөҫөрәк булыр. Һеҙгә был хәбәрҙән файҙа сығарыу өсөн уңайлы ваҡытты көтөп алырға ғына ҡала. Бөтә көндәр ҙә һәйбәт үтер. Кесе йомала ғына ашыҡмай эш итергә ҡушыла.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Аҙна барышында ниндәйҙер ҙур эште уңышлы тамамларһығыҙ. Бер аҙ ял итһәгеҙ ҙә булыр, башҡаһы туҡтап торһон. Артабан һеҙҙе оҙайлы һәйбәт осор көтә. Бөтә көсөгөҙҙө үҙ мәсьәләләрегеҙҙе хәл итеүгә йүнәлтегеҙ. Бурысҡа инһәгеҙ ҙә ярай.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Кеше һүҙен тыңламағыҙ. Башҡаларҙы тыңлап, буталыуығыҙ ихтимал. Был арала төп эшегеҙҙә ял тураһында оноторға тура килер. Өҫтәмә йөкләмәләр менән башығыҙҙы ҡатырырҙар, моғайын. Һаулығығыҙға ҡарата иғтибарлыраҡ булығыҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Булған бәйләнештәрҙе нығытырға тырышығыҙ. Артабан аралашыу һәр саҡ ярҙам итеп торор. Был арала дошмандарығыҙ үҙҙәрен әллә ни белдермәҫ. Тыныс эш итә алырһығыҙ. Мәл ҡайһы бер элек ҡорған маҡсаттарығыҙҙы бойомға ашырыу өсөн уңайлы. Иң һәйбәт көндәрегеҙ – шишәмбе, шәмбе.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Ҡәҙимге аҙна. Бигүк иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғалар көтөлмәй. Дүшәмбелә элекке таныштарығыҙ бәйләнешкә сығыр. Был әллә ни ҙур ҡыуаныс килтермәҫ. Кемдер үҙенең үпкәләүен дә белдереүе ихтимал. Кесе йомала бик һирәк осрай торған уңайлы мәл кисерерһегеҙ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Осор бер аҙ көсөргәнешлерәк көтөлә. Күбәйеп киткән мәсьәләләр йыш эсегеҙҙе бошорор. Ошо сәбәпле, өйөгөҙҙә лә әллә ни тыныс булмаҫҡа оҡшай. Эш күп булһа ла, ял тураһында онотмағыҙ. Был арала табиптарға күренеү ҙә файҙалы булыр.

Саян (24.10 – 22.11)
Аҙнаны әүҙем үткәрерһегеҙ. Артыҡ икеләнмәйенсә эш итһәгеҙ яңылышмаҫһығыҙ. Тырышлығығыҙҙың һөҙөмтәһе бик тиҙ беленер. Шулай ҙа йыш ҡына теләктәрегеҙ булған мөмкинлектәргә тура килмәүе лә ихтимал.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Үтә уңышлы осор. Эш урынында ыңғай үҙгәрештәр булыр. Аҡыл-зиһенегеҙ күҙгә күренеп асылып китер. Мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын да асыҡ күрерһегеҙ. Кеше кәңәштәренә иғтибар итмәһәгеҙ ҙә була. Эштең асылын һеҙ үҙегеҙ ҙә яҡшы беләһегеҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға