11.01.2011 Түшкә миҙал тағылды ла...
Тик «йәшел йылан» әсә исемен йотто
Өйҙә күмәкләшеп сыр-сыу килеп, ҡышҡылыҡҡа салаттар әҙерләп йөрөгәндә, кемдер ишек ҡаҡты. Күп тә үтмәй, башына төҫө уңа башлаған, әҙерәк таушалған яулыҡ ябынған ҡатындың башы күренде. Был бит үрге оста йәшәүсе Зәлифә апай. Үҙгәреп киткән. Әллә шешенеп бөткән йөҙө шулай күрһәтәме икән? Янында бәләкәс кенә, биш йәштәр самаһындағы улы ла бар. Өйгә үтергә саҡырҙыҡ. Танауға бәреп ингән араҡы еҫе күңелде болғандырып ҡуйһа ла, йөҙөмдө сирмаҫҡа тырыштым. Ә бына Зәлифә апай һүҙ башлағас, ысын-ысындан ҡыйын булып китте. Йомошом бар ине, тип инһә лә, йомошон әйтергә ашыҡманы ул. Бөгөнгө тормошон һөйләп алып китте. Быйыл ҡыҙы, туғыҙынсыны тамамлап, синыфташы менән уҡырға ингәйне, шул турала һүҙ башланы. Йәнәһе лә, синыфташ ҡыҙы уны, өләсәйемдәргә ҡайтып йөрөрбөҙ, тип алдап, ҡалаға алып киткән. «Ә хәҙер нуль. Нуль ярҙамы. Уны уҡытыр өсөн ҡайҙан аҙна һайын 500 һум аҡса табайым?» – тип туҙына ғына. Телгенәһен киҫеп эткә бирһәң, ул да ашамаҫ. Бындай һүҙҙәрҙе ир-аттарҙан да бик һирәк ишетәм, уныһы ла иҫерек, телен тыя белмәгәндәрҙән генә. Ә бында ҡатын кешенең, алты бала әсәһенең ауыҙынан әшәке һүҙҙәрҙе ишетеүҙән телһеҙ ҡалдым. Ә ул эсен яндырып торған ҡайғыларын сисеүен дауам итә. 11-се синыфты бөткән улын ире уҡырға ебәрмәй икән. «Ниндәй уҡыу уға? Ана, сусҡа ҡарап, өйҙә ятһын», – тигән. «Барыбер уҡытасаҡмын мин уны. ҡаршы төшә башлаһам, ҡанға батырып туҡмап ташлаһа ла, барыбер уҡытасаҡмын». Белемһеҙ, сусҡа ҡарап, өйҙә ятыр саҡмы ни инде? Заманаһы рөхсәт итмәй бит быны. Улы үҙенең киләсәгенә балта сабыусы атаһын ғәфү итерме икән һуң? Эйе, улын уҡытам, тип әйтә лә ул Зәлифә апай, ә ҡыҙына 500 һум аҡса таба алмай. Бөгөнгө көн өсөн аҡсамы ни ул 500 һум? Айына 2000 һумға йәшәргә мөмкинме? Ә бит студент ашамай, кейенмәй йәшәй алмай. Юлға киткән аҡсаны һанап тораһы ла түгел. Яҡындағы район үҙәгенә күсерттем әле, ти. Әйтерһең, унда хәл башҡасараҡ та, аҡсаһыҙ ғына йәшәп була. Тәүгә уҡырға барған ерендә Гөлфирә синыфташының өләсәһендә йәшәгән булған. Әммә фатирға түләргә аҡсаһы, өйөнән килеп торорлоҡ аҙыҡ-түлек булмағас, сит кешене кемдең һыйындырғыһы килһен? Уға уҡыуын ташлап ҡайтырға тура килгән. Өйҙән ярҙам булмағас, әлеге урынында уҡый алыуы ла икеле. Әлбиттә, бөгөн ата-әсәләргә бала уҡытыуы еңел түгел. Әммә көмөшкәгә ҡайҙан аҡса табаһың һуң һин, әсә кеше?
Бер кирегә тәгәрәгән тормош тәгәрмәсен дөрөҫ юлға сығарыуы еңелдән түгел икән шул. Берәүһе алға этеп, икенсеһе артҡа борорға тырышҡан саҡта, бәлки, бөтөнләй мөмкин дә түгелдер. Мин бәләкәй саҡта уҡ Зәлифә апайҙың тормошо еңелдән түгел ине. Ире эсергә ярата. Етмәһә, яһил. Балаларына ла, үҙенә лә ҡаты туҡмаҡ эләкмәһен тип, бик йыш ҡына кешелә, аҙбар башында балалары менән ҡунып йөрөргә тура килә торғайны уға. ҡышын кейемһеҙ, ойоҡбашта ғына йөрөгән саҡтары ла булғылай ине. Ә үҙе шундай оҫта бит ул, эшсән, баҫҡан ерендә осҡон сәсә торған үткер ҡатын. Уның бындай ҡыйынлыҡтар кисереп йәшәүен күреүе бик ҡыйын була торғайны.
Әммә бер мәл тормоштарында яҡты көндәр башланды. Ире эсеүенән туҡтаны. Бөтә күңелем менән шатландым шул саҡ был ғаилә өсөн. Ҙур, балҡып торған йорт һалып инделәр. Өйҙәре эстән дә, тыштан да ялтырап тора, тәҙрә төбөндә гөлдәр теҙелгән. Икеһе лә фермала эшләп йөрөй. Эш хаҡына оно-бойҙайы, быҙауы, сусҡаһы килеп тора. Күп итеп мал тоталар. Машина алып ебәрҙеләр. Дүрт бала артынан тағы ла ике сабыйға ғүмер бирҙеләр. Шатланып йәшә лә йәшә генә. Тик шайтан үҙ ҡолдарын еңел генә ҡосағынан ысҡындыра буламы һуң?
Тағы ла эске китте. Әрләш-талаш. Хоҙайғынам, ундайынан аралай ғына күр инде. Зәлифә апайҙың да йыш ҡына эскеләүе тураһында ишетә башланым. Бөртөкләп йыйылған донъя ҡайҙалыр яйлап осто. Элекке кеүек малдары ла ишле түгел. Ә балалары бит күмәк. ҡулда, етмәһә, ике сабый. Улар кем генә булып үҫеп етер? Әсә наҙынан, атай тәрбиәһенән мәхрүм балалар киләсәктә тормошта үҙ урындарын таба алырлыҡ кешеләр булып үҫерме? Ата тәрбиәһе тигәндән, урам буйлап 15 – 16 йәшлек улын сыбыртҡы менән ҡыуып йөрөтөү һәм аҙаҡ шул сыбыртҡы менән туҡмау үҫмер егеткә тәрбиә бирҙеме икән? Ата кешенең ниндәйҙер яза бирергә сәбәбе лә бар кеүек – улы эсеүҙән бушамай. Тик быға кем ғәйепле һуң? Балаһы ғәйебенең бер өлөшөн үҙенә лә алырға кәрәктер атай кешегә.
... Насар еҫкә һәм һүгенеү һүҙҙәренә сыҙай алмай, аш-һыу бүлмәһенән төпкө яҡҡа инеп киттем. Күңелдә шул тиклем асыу ҡайнай. Кемгә, нимәгә икәнен асыҡ ҡына әйтеп булмай – ҡатынының һәм балаларының бөтә тормошон боҙған эсергә яратыусы иренәме, әллә һынауҙарҙан бөгөлөп төшөп, үҙе лә эскегә һабышҡан Зәлифә апайғамы, әллә бынамын тигән әсәй булырҙай ҡатынға лайыҡлы тормош бүләк итмәгән яҙмышҡамы. Ә балалары һуң? Уларҙың ни ғәйебе бар? Бәләкәйҙән өй йылыһы, ҡайнар аш һәм йылы һүҙ күрмәгән балалар киләсәктә нимәгә өмөт итһен дә, нисек яҡшы тормош барлығына ышанһын?!
Беҙҙән сығып, урам буйлап атлауына оҙаҡ ҡарап торҙом Зәлифә апайҙың. Алты бала әсәһе булған апай заманында «Әсәлек даны» миҙалын алды ла ул, тик ошо бөйөк исемен генә лайыҡлы күтәреп йөрөтә алманы. Әсәлек йөгө һалыныр иңдәренә «йәшел йылан» менеп ҡунаҡланы. Хәҙер уға ҡаршы көрәшергә көсө ҡалдымы икән уның? Балалары, бишектә ятҡан сабыйы хаҡына булһа ла...
Р. РИНАТОВА.