«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Яңы “Гранта” “Калина”ның башына етәсәк



14.08.2018 Яңы “Гранта” “Калина”ның башына етәсәк

Яңы “Гранта” “Калина”ның башына етәсәк
2011 йылдан бирле сығарылған “Лада Гранта” автомобиле тиҙ генә Рәсәй юлдарын яуланы.
“Жигули” һәм “Самара – 2” (2113 – 2114 – 2115) моделдәрен алмаштырған машина илебеҙҙәге иң арзан автомобиль һанала. Етешһеҙлектәре лә юҡ түгел: салоны үтә ябай, насар юлдарҙа пластик өлөштәре шығырлай. Шулай ҙа арзан һәм заманса булыуы, икенсел баҙарҙа һорау менән файҙаланыуы уны Рәсәйҙәге иң популяр автомобилдәр рәтенә ҡуя.
ВАЗ – 2190 “Гранта” ете йыл буйы етди яңыртылманы. 2014 йылда “ИжАвто” заводында биш ишекле лифтбек кузовлы машина сығарыла башланы – седанды ла уға оҡшатып, бер аҙ үҙгәрттеләр.
Быйыл август аҙағында Мәскәү халыҡ-ара автосалонында яңыртылған “Гранта” күрһәтеләсәк. АвтоВАЗ белгестәре уны, өр-яңы, ти. Тыштан ҡарағанда машинаға рестайлинг яһалған – фарҙар, капот, бампер “Веста” һәм “Х-рей” моделдәренекенә оҡшаған.
Ә бына производствола үҙгәрештәр күп. Беренсенән, “Гранта” һәм “Калина” моделдәре берләшеп, “Гранта” ғына ҡаласаҡ. Икенсенән, ВАЗ – 2190 седан, лифтбек, биш ишекле хэтчбек, универсал һәм кросс-универсал кузовтарында тәҡдим ителәсәк. Өсөнсөнән, “Гранта” үҙенән өлкәнерәк моделдәрҙең Х-дизайнын аласаҡ. Арт яҡтан да үҙгәрештәр бар: икенсе бампер ҡуйылып, дәүләт номеры багажник ҡапҡасына беркетеләсәк. Машинаның салоны бер аҙ “Калина”ныҡына тартым буласаҡ.
Капот аҫты элеккесә ҡаласаҡ: 1,6 литр күләмле 8 клапанлы 87 ат көслө йәки 16 клапанлы 106 ат көслө мотор, биш тиҙлекле механик һәм роботлы тапшырыуҙар ҡумтаһы торасаҡ. Шулай уҡ 98 ат көслө мотор һәм Jatco япон “автомат” ҡумталы машиналар ҙа сығарыласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға