«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йондоҙнамә (6-12 август)



06.08.2018 Йондоҙнамә (6-12 август)

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Аҡсағыҙҙы йыйыбыраҡ тотоғоҙ. Аҙна аҙағында уйламаған сығымдар булыр. Шаршамбыла ҡылған эшегеҙ өсөн аҙаҡтан үкенеүегеҙ ҙә ихтимал. Ныҡлап уйлағанда, бер кешегә лә әллә ни зыян килтермәҫһегеҙ ҙә кеүек.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Иң ауыр һәм ҡатмарлы эштәр ҙә һәйбәт барыр. Аҡса менән бәйле мәсьәләләрҙә генә кешегә артыҡ ышанырға ашыҡмағыҙ. Кесе йомала ниндәйҙер ҙур эште еңел генә тамам­ларһығыҙ кеүек. Был арала һеҙҙән ярҙам һораусылар күбәйер, моғайын.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Һәйбәт аҙна. Был арала яҡындарығыҙ төрлө мәшәҡәт өҫтәп торор. Уларға ярҙам итеү күп көс-ваҡытығыҙҙы алыр. Кесе йомалағы хәлдәр үҙ көсөгөҙгә булған ышанысты тағы ла арттырыр. Ял көндәренә ҡорған маҡсаттарығыҙҙың ҡапыл боҙолоуы ла ихтимал.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Был арала бер аҙ аҡса эшләй алырһығыҙ һымаҡ. Тырышлыҡ күрһәтһәгеҙ, уңыштар мотлаҡ буласаҡ. Шаршамбыла бик етеҙ эш итергә кәрәк булыр. Хәйер, аҙаҡ ял итеп алырһығыҙ. Ҡайһы бер хәл ителмәгән мәсьәләләрҙе сисеү юлын да табырһығыҙ, моғайын.

Буға (21.04 – 21.05)
Йәшерәк кешеләрҙең шәхси өлкәләге мажараларға артыҡ бирелеп китеүе ихтимал. Олораҡтарға аҡса менән бәйле эштәрҙә һаҡ булырға кәңәш ителә. Был йәһәттән шишәмбе һәм шаршамбы хәүефлерәк күренә. Был көндәрҙә мөһим ҡағыҙҙарға ла ҡул ҡуйыу тыйыла.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Яңы эштәрҙә дуҫ-таныштарығыҙҙың ярҙамына өмөт итә алаһығыҙ. Теләктәрегеҙ күп, ләкин барыһына ла хәлегеҙ етмәҫ, моғайын. Һуңғы ваҡыттағы ваҡиғаларҙан фәһем алырға тырышығыҙ. Йәмәғәт эштәре ваҡытығыҙҙы күп алыр. Иң һәйбәт көндәрегеҙ – шишәмбе һәм шәмбе.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Үткән ваҡиғалар, элекке хәтирәләр һаман да уйығыҙҙа булыр һымаҡ. Уларҙы оноторға ла ваҡыттыр инде. Төп эшегеҙҙә күп аралашырға тура килер, ҡайһы бер мөнәсәбәттәрҙе яйға һалырһығыҙ. Шаршамбыла аҡса һеҙгә табан түгел, кирегә китеп торор.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Был арала йондоҙҙар һеҙгә түҙемлерәк бу­лырға ҡуша. Яҡындарығыҙ менән мөнәсәбәт­тәр­ҙе яйға һалыу күп көсөгөҙҙө алыр. Шулай ҙа барыһы ла һәйбәт булырға тейеш. Кесе йомала ниндәйҙер юғалтыу кисереүегеҙ ихтимал. Йомала, киреһенсә, уйламаған ерҙән ҡулығыҙға табыш инер.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Осор уҡып йөрөгәндәр һәм белем арттырғандар өсөн уңышлы. Аҙна барышында йыш юхаланырға һәм хатта алдашырға ла тура килер. Тап ошо арала өҫтәмә килем сығанағын да табыр­һығыҙ. Йомала ниндәйҙер эште урынынан ҡуҙғатып ебәрерһегеҙ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Элегерәк башҡарған эш өсөн сауап алырһығыҙ кеүек. Ҡылғанығыҙҙың тейешле баһаланыуы ҡыуандырыр, моғайын. Артабан бер аҙ ял итергә кәңәш ителә. Алдағы ҙур һәм яуаплы эштәр һеҙҙән күп көс-хәл талап итер. Эштәгеләр менән арағыҙ һәйбәт булыр.

Саян (24.10 – 22.11)
Һеҙҙе уңышлы аҙна көтә. Төп эшегеҙҙә артығын һөйләмәҫкә тырышығыҙ, күберәк тыңлағыҙ һәм фекер төйнәгеҙ. Шаршамбыла уңайлы мөмкинлектәр асылыр. Бәғзеләргә ниндәйҙер яуаплы йөкләмә биреүҙәре лә бар. Шикләнмәгеҙ, барыһы ла яҡшы булыр.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Яҡындағы маҡсаттарығыҙға бер ни тиклем үҙгәрештәр индерергә тура килер. Аҙна барышындағы аралашыуҙар өмөтлө күренә. Элекке бәйләнештәр ҙә һәр саҡ ярҙам итеп торор. Был арала яҡындарҙың йомоштарын да үтәрһегеҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға