«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » «Үс итеп!»



09.08.2018 «Үс итеп!»

«Үс итеп!»
Эй яратты инде Наилә ошо һүҙҙе. Әйтерһең дә, тыуғанда уҡ ошо һүҙ менән донъяға ауаз һалған! Ятаҡта йәшәгәндә үк бергә ҡатнашып йәшәгәйнек.
Ире тураһында: «Тәүге егетемә үс итеп, ошо егеткә сыҡтым әле!» – тип үҙе һөйләне. Бер тап булғанда: «Ирем һулға йөрөй, тиҙәр, мин дә үс итеп йөрөй башланым!» – тип хыянат итеүен дә һөйләп ташланы.
Күп йылдар уҙғас, урамда тап булды. Өҫтө-башы бысранып бөткән, йөҙө танығыһыҙ...
Эй, Хоҙайым, тағы кемгә үс итеп ошо хәлгә ҡалды икән, был меҫкен?!
Ниндәй һорау биреремде алдан тойҙо, ахыры: «Тегегә үс итеп эсеп йөрөйөм тағы», – тине, ғәйебен аҡларға тырышҡандай.
– Унан үс алам тип, үҙеңдең йәнеңде алаһың бит, иҫәркәй!...
Аҡылын юйған бисараға кәңәш биреү ҙә урынһыҙ ине.
...Әле кисә көн буйы ҡарлы ямғыр яуҙы. Бына һиңә яҙ! Яҡшы хужа этен дә сығармаҫ был көндә, ти ололар. Май айында ла көндәр шулай була икән?! Был һорауыма яуап итеп күршем: «Ошондай көндә кеше ерләгән кешеләргә Хоҙай ярҙам бирһен инде. Һинең теге Наилә дуҫыңды ерләйҙәр бөгөн, эскеһен ташлай алманы мәрхүмә. Тыңламаны бит кеше әйткәнде! Бөгөн шуға үс итеп ҡарлы ямғыр яуа, ахыры...» – тип тә өҫтәне.
Ә мәрхүмәне ерләшкән кешеләрҙә ни үсе бар икән тәбиғәттең?! Уйланырға урын беҙгә лә!

Илһамлы Нур.
Әбйәлил районы,
Асҡар ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға