21.07.2018 Тамырлы кәбән (Булған хәл)
Заманында комсомолда бергә хеҙмәт иткән дуҫым килеп инде лә, оҙаҡ ҡына гәпләшеп алғас, һүҙ ҡыҙыҡлы хәтирәләргә күсеп китте. Атаһы һуғыш ветераны, күптән инде гүр эйәһе булһа ла, уны яратҡан улы бик йыш ҡына иҫкә ала, осрашҡан һайын ғәзиз кешеһе хаҡындағы иҫтәлектәре менән уртаҡлаша.
– Йәйҙең эҫе бер мәлендә атай ҡарт менән бесән сабабыҙ. Ул йыуан итеп төрөлгән махоркаһын ҡырын ҡабып ала ла, бер туҡтамай яландың осона тиклем оҙон бакуйҙарын һалып, салғыһын һелтәй ҙә һелтәй...
Яландың уртаһында ботаҡтарын йәйелдереп, матур үләнле урында бесәнгә кибергә бирмәй, бер уҫаҡ үҫә ине. Бесән осоро еткән һайын ҡарт һуҡ бармағын өҫкә күтәрә лә, ағасҡа күрһәтеп: «Эй, мин һинең башыңа етәм, бесәнгә кибергә лә бирмәй ҡаплап ултыраһың бит», – тип шелтәләй ине.
Бесәнде аҙағына тиклем эшләшергә тура килмәне, сөнки уҫаҡ тирәһендә кибеп өлгөрмәгән бакуйҙар әле дымлыраҡ ине. Шуға күрә, ваҡыт наҡыҫ булыу сәбәпле, атайҙы бер үҙен ҡалдырғаным өсөн үкенә-үкенә, Өфөгә уҡырға сығып киттем. Ҡар яуғас та, ҡыш етеүгә ҡайтып китергә тура килде. Өйгә индем дә, өҫтө һалып-нитеп тормай, түргә уҙҙым. Атай ҡарт өйҙә икән, самауыр артында сәйен һемереп ултыра. Ишаралап, мине лә ҡушылырға саҡырҙы. Баш һелкеп, ризалығымды белдерҙем дә: «Атай, йә, бесәнеңде алып ҡайттыңмы?» – тип һорай һалдым.
– Һы, алып ҡайтмай ни, ана, сығып ҡара, лапаҫ артында ултыра, Данис ағайың килтереп бирҙе.
Мин тышҡа сығып, баҡсаның эсендә ултырған кәбәндең эргәһенә килдем. Хуш еҫле, йәм-йәшел бесән күңелле йәйҙе иҫкә төшөрҙө. Бөртөгө лә боҙолмаған икән баһа, ҡайҙа, Данис ағайымды күреп, ризалатайым әле, тип уның өйөнә табан ыңғайланым.
Хужа өйҙә ине. Ул кәбәндең тарихын һөйләп, көлдөрөп тә алды.
– Атау ағай миңә ашамлығын, тәмәкеһен биреп, яландағы бесәнен алып ҡайтырға ҡушҡайны. Киттем трактор менән бесәнлегенә. Килеп еткәс, кәбәнде трос менән уратып алдым да, әкрен генә тарта башланым. Бәй, ни күҙем менән күрәйем: кәбән урынынан ҡуҙғалмай ҙа. Тарта биргәйнем – шул килеш кенә йығылды ла ҡуйҙы. Бына һиңә, мә! Ни эшләргә, Атау бабай иманымды өшкөрә бит хәҙер, мәйтәм. Тросты бушатайым әле тип, тракторҙы артҡа сиктерә башланым. Шул саҡ кәбәнем кире килеп тормаһынмы, малай!
Был ни ғәләмәт, күҙгә күренә түгелме?! Туҡта әле, тағы тартып ҡарайым әле. Икенсе тапҡыр тағы ҡуҙғалыуым булды, кәбән тағы һуҙылып төшөп ятты. Артҡа сиктем – кәбән тороп ултырҙы. Шулай бер нисә тапҡыр ҡабатлай торғас, ни булһа ла булыр, тинем дә, тракторҙы әкрен тиҙлеккә ҡуйып тарта башланым. Ниндәйҙер шағыр-шоғор гөрһөлдәгән тауыш сығарып, кәбән тамырынан аҡтарылып килеп сыҡты. Баҡтиһәң, ҡарт уҫаҡтың ботаҡтарын сапҡыслап ташлаған да, өҫтөнә кәбән ҡойған икән. Бына шулай итеп алып ҡайттым мин Атау ҡарттың тамырлы кәбәнен.
Нур ИСЛАМ.