15.07.2018 Тыңлауһыҙ ҡыҙ
Интернет аша бөтәһен дә белеп, күреп тороу ғәҙәтебеҙгә инде. Бынан ун йыл элек социаль селтәрҙә теркәлгән кешеләр һанаулы ғына ине. Ә хәҙер унда теркәлмәгәндәр бик һирәк. Кемдең ҡайҙа, ни хәлдә йәшәп ятыуы хаҡында хәбәрҙар мин дә, хатта сит илдә тормош көтһәләр ҙә.
Бер курсташ ҡыҙымдың да ҡара тәнле сит ил кешеһенә сығып, төрлө ҡитға буйлап сәйәхәт итеүен, тора-бара унан мулат бала табыуын фотолары аша белеп торҙом. Мосолман ҡыҙҙары араһында негрға кейәүгә сығыусылар бармаҡ менән генә һанарлыҡ булғанға күрә, күптәр был хәлгә бот сабып аптыраны. Ә мин нисектер тыныс ҡабул иттем: Ғәҙиләнең (ул үҙен һәр ваҡыт Аделя тип йөрөттө), йәш саҡтан уҡ сит ил кешеһенә кейәүгә сығырға хыялланыуынан көлөп, эс ҡатып бөтә ине. Нисек булһа ла сит илгә эләгергә, унда буласаҡ тормош иптәшен эләктерергә – үҙ һүҙле ҡыҙҙың был уй-маҡсаты булмышын биләп алғайны. Һигеҙ йыл элек интернет аша ғына берәү менән танышып, Францияға сыҡты ла китте Ғәҙиләбеҙ. Көлкөнө тыйып торҙоҡ, нисек инде белмәгән-нитмәгән кеше өсөн билдәһеҙлеккә башкөллө сумырға мөмкин?! Тыңламаны ҡыҙый, иҫкәртеүҙәрҙе ҡолағына лә элмәне. Әсәһенең, бала сағыңдан алып ниңә тыңлауһыҙ булдың, тип илауына ла иғтибар итмәне.
Бер ярты йыл самаһы элек Ғәҙилә зым-зыя юҡ булды. Социаль селтәрҙәрҙән юғалды, тиеүем. Матур, етеш тормошо менән маҡтанырға яратҡан ҡатындың иҫ китмәле матур отелдәрҙә, ял итеү урындарында төшкән фотоларына ҡарап һоҡланып: «Ошо футбол яланындай ап-аҡ түшәкле карауатта, тауҙай өйөлгән, йомшаҡ яҫтыҡтарға башыңды терәп, бер сәғәт кенә ял итәһе ине», – тип хыялланып алыуҙы ғәҙәткә һеңдереп бөткәйнем. Бер ваҡыт Илгизә исемле танышым шылтыратты:
– Әйҙә, осрашып алайыҡ. Ғәҙиләне лә күрерһең бер юлы, ул Рәсәйгә бөтөнләйгә ҡайтҡан икән.
Юғары кимәлдәге Европа ҡунаҡханаларында ғына ял итергә яратҡан, фотоларҙан бәхетле йылмайған Ғәҙилә – Аделяға ни булған һуң, тигән ҡыҙыҡһыныу ял көндәренә тиклем тынғы бирмәне. Ниһайәт, курсташ менән ҡосаҡлашып, ҡыуанышып күрештек.
– Ҡыҙҙар, аңлап торам, һеҙҙе нисек итеп минең был хәлгә төшөүем ҡыҙыҡһындыра. Иң тәүҙә үҙегеҙҙең хәлегеҙҙе һөйләгеҙ. Минеке – һуңынан, – тип көлөп ҡуйҙы әхирәтебеҙ. Беҙҙең ни, Рәсәй кешеләренең, йәшәйеше бер тамсы һыу кеүек оҡшаш: ипотека, балалар баҡсаһы өсөн аҡса йыйыуҙар, йылдан-йыл эш хаҡын кәметеүҙәре, юлдағы тығындарҙа ярты көндө уҙғарыу һ.б. Ә Ғәҙилә беҙҙе тыңлағанда, ярты сәғәт һайын ҡыҙына шылтыратып торҙо. “Әллә ҡыҙың сирләп киттеме?” – тип һорамай булдыра алманым.
– Ҡыҙҙар, мин баламды көскә Рәсәйгә урлап алып ҡайттым. Атаһы артыбыҙҙан килеп, баланы тартып алып ҡасыр кеүек тойола, – тимәһенме! – Ирем беҙҙе халыҡ-ара эҙләтеүгә биргән. Кисә генә бер автобус полиция, Интерпол вәкилдәре килеп тапты үҙебеҙҙе. Ярай әле граждандарын яҡлаған Рәсәй закондары ла юҡ түгел. Яҡлаулы булыр өсөн үҙебеҙҙең илдән сыҡмаҫҡа өйрәттеләр. Ирем бала йәнле тип әйтмәҫ инем, һағыныуҙан баланы эҙләтмәй бит инде! Францияла балаларың күберәк булған һайын һалым әҙерәк түләнә. Ғөмүмән, француздар донъяла иң күп һалым түләүселәрҙән иҫәпләнә. Ә Жозефтың һыҡһаң, ҡаны сыҡмаҫ, һарандың һараны.
И-их, ҡыҙҙар, теге ваҡыт һеҙҙең һүҙҙе тыңлаған булһам, бөгөн минән дә аҡыллы кеше булмаҫ ине. Күрмәгән-нитмәгән кешегә ҡатынлыҡҡа интернет аша танышып сығып киттем. Тәне ҡара булһа ни, иң мөһиме ул – Франция гражданы, Европа кешеһе! Ҡыҫҡаһы, ирем миндә баштан уҡ бер ниндәй ҙә йылы хистәр уята алманы. Уның мәҙәниәте, теле, йолалары, холоҡ-фиғеле бөтөнләй ят ине. Тик һыр бирмәнем, тешемде ҡыҫып түҙҙем, өйрәндем. Күпме хыялландым сит илдә йәшәргә – бына хыялың тормошҡа ашты, һин бәхетле, тип үҙ-үҙемде йыуатып йәшәнем. Ирем бер аҙ иркәләһә, изгелек күрһәтһә, хәлдәр улай булмаҫ ине. Юҡ, уның һәр ваҡыт һынсыл ҡарашы, теге-был артыҡ сығымдар арҡаһында ғауға ҡуптарыуы, ҡаты күңеле, принципиаллеге арабыҙҙы йылыта алманы. Жозефтың аҡсаны артыҡ ҡыҫып тотоуына, бүләк бирмәүенә тәүҙәрәк үпкәләй инем. Тора-бара ҡыҙым тыуҙы, баш баҫып йәшәүемде дауам иттем.
Яҡшы йәшәү кимәле менән дан алған Европала нимәне сарыф итергә ярамай, тиһегеҙме? Мәҫәлән, Рәсәйҙә беҙ оҙаҡ итеп йыуынырға күнеккәнбеҙ. Һауыт-һабаны йыуғанда ла һыуҙы самаһыҙ тотонабыҙ. Саҡ ҡына өй эҫеп китһә, тәҙрә форточкаларын асып ҡуябыҙ – урамды “йылытабыҙ”. Электр энергияһын экономиялау ғәҙәте бөтөнләй юҡ – барлыҡ электр приборҙары ла эшләп тора. Әгәр ҙә йылы һыуҙы япһалар, авария арҡаһында уңайһыҙлыҡтар тыуһа – барлыҡ түрә - башлыҡты һүгәбеҙ. Европа мине көнкүреш шарттары менән шунда уҡ “айныҡтырҙы”. Коммуналь хаҡтарҙың ныҡ ҡиммәт булыуы арҡаһында, “шашҡан” Рәсәй кешеһе булараҡ, миңә һыуҙы, йылыны экономияларға өйрәнеү үтә ауыр булды. Душта ҡойонғанда һыуҙың иң түбән баҫымын һайларға кәрәк, һауыт-һабаны йыуғанда, йыйыу шыйыҡсаһынан һуң саймаҫҡа, ә таҫтамал менән һөртөп ҡуйырға. Ваннала йыуынаһың икән, артыңдан бысраҡ һыуҙы түкмәй, уны кер йыуыу өсөн файҙаланырға. Үтек ҡулланыу урынына йыш ҡына әйберҙе ванна бүлмәһенә элеп ҡуйырға, ул һыуҙың парынан үҙенән-үҙе тигеҙләнеп тора. Был ҡағиҙәләргә өйрәндем, өйрәнмәгән ҡайҙа!
Ирем ярлы булды тип әйтә алмайым, Европаның урта класына ҡарай ине. Беҙ провинцияла йәшәнек, данлыҡлы Куршавель курортын ишеткәнегеҙ барҙыр, шул тирәләрәк. Жозеф бер ғәрәп байының шале тип аталған йорт-ерен тәрбиәләп тороусы булып эшләне. Тирә-йүндәгеләр уға көнләшеп ҡараны – эш хаҡы уртасанан күберәк, тағы берәй шөғөл өсөн буш ваҡытың ҡала, телефон, башҡа бәйләнеш, юл хаҡы өсөн түләнә. Ә мин ошо курорттарҙың береһендә йыйыштырыусы булдым. Эйе, эйе, мин иҫ китмәле бай отелдәрҙә төшкән фотоларым, дөрөҫөндә, эш урыным ине. Ирем мине тәүге көндәрҙән үк эш табыуымды, уның елкәһендә ятмауымды һораны. Францияла ҡартайғас яҡшы йәшәү өсөн пенсияға сыҡҡансы тотороҡло эшләүең шарт. Һәйбәт урында уртаса хеҙмәт хаҡы алып эшләр өсөн мотлаҡ Европа дипломы кәрәк, Рәсәйҙекен эшкә һанап та тормайҙар. Минең дә юғары уҡыу йортоноң дипломы менән ҡыҙыҡһыныусы булманы – сит илдә ауыр хеҙмәткә генә яраным. Эшемдә хеҙмәтсе кеүек бил бөгөп, ял итеүселәрҙең әр һүҙҙәрен аҙ ишетмәнем. Өйөмдә лә ирем мине тиңһенмәне, үҙен күпкә юғарыраҡ ҡуйҙы. Әйтерһең дә, мин – түбән социаль ҡатлам кешеһе, тик “аяҡ һөртөү” өсөн генә. Француздар бер ҡасан да магазиндарға тиктән тиккә йөрөмәй. Аҙна һайын почта йәшниген тултырып төрлө реклама, буклет, акция тураһында китапсыҡтар һалып китәләр. Минең бурыс – ошо мәғлүмәттәргә таянып, ҡайҙа нимәне арзан хаҡҡа һатып алыу өсөн исемлек төҙөү. Жозеф ташламаһыҙ ниҙер һатып алыуҙы күҙ алдына ла килтермәй торғайны, мебель булһынмы, кейем, көнкүреш техникаһы һ.б. Бер ҡасан да уйламаған әйберен һатып алмаясаҡ – алдағы айҙарға барлыҡ сығымы планлаштырылған.
Ҡыҙым тыуғас, барлыҡ күңелемде, тыуған яғымды һағыныуымды, түгелмәгән наҙымды уға һалдым. Ирем декрет ялының тәмен татырға ирек бирмәне, Ализиға ике ай тулыу менән бала ҡараусы ялланыҡ. Сөнки Францияла бер бала өсөн аҡса түләнмәй, ә бала ҡараусы яллаған өсөн пособие ғына бар. Бәпесемде бик иртә имсәктән айырып, ял йортонда эшемде дауам итергә тура килде, шунһыҙ булмай, ир көн дә ҡолаҡ итен ашай! Арабыҙ һыуынғандан-һыуынды, ни тиһәң дә, һыҡмыр кешене бер ҡасан да яратып булмайҙыр ул. Уйлағаны, борсолғаны аҡса ғына, аҡса тип ауырыуға әйләнеп бөткән. Баланы артыҡ тамаҡ тип күрә, уға яңы кейем-һалым, уйынсыҡ һатып алыуҙы күҙ алдына ла килтермәй. Ә бала, үҙегеҙ беләһегеҙ, тиҙ үҫә – ярты йыл һайын тиерлек яңы үлсәмле кейемдәр талап ителә. Әйтеүе оят: ҡыҙыма арзан кейемде секонд-хендтарҙан һатып ала инек. Жозеф, нисектер, йыл да Рәсәйгә ҡайтып килеүебеҙгә ҡаршы булманы. Ализи менән әсәйемде һәм туғандарымды күреп, күңелем булып килә инем. Әлбиттә, юл сығымдары үҙемдең эш хаҡынан – ирем минең өсөн кеҫәһенән бер тин дә сығармауына тамам өйрәнеп бөткәйнем. Ҡыҙыҡ, Рәсәйгә ҡайтһам, туғандарым алдында мин сит илдә рәхәт тормош көткән иркә ханым булып күренә инем. Ә ысынында...
Ирем, һаранлығы арҡаһында, ванна ингәндә ҡыҙыбыҙҙы ла үҙе менән ала ине. Күҙ алдына килтерәһегеҙме, һыуҙы әрәм итмәҫ өсөн, тар ғына ваннала икәүләшеп йыуыныуҙарын? Ализи бәләкәй сағында был хәл тәбиғи кеүек булһа, мәктәп йәшенә еткән баланың атаһы менән шәрә килеш бер ваннала ултырыуын өнәмәй башланым. Беҙҙә, мосолмандарҙа, мәҫәлән, был сәйер күренеш, мин дә был хәлгә ҡаршы төштөм. Бер көн ошо арҡала оло тауыш ҡупты – ир баланы минән бөтөнләй тартып аласағы, ә мине Рәсәйгә ҡыуып ҡайтарасағы менән ҡурҡытып ҡуйҙы. Йөрәк табанға төштө, йәшлек йүләрлеге арҡаһында сит ил тип ҡыҙышып, күпме михнәт күреп, яратмаған кешеңде түҙеп йәшәп, етмәһә, ошо хаталарың өсөн ғәзиз бала хаҡы менән түләргәме ни?! Быға тиклем икеләнеп йөрөгәйнем, айырылыу хаҡындағы уйым тулыһынса нығынды. Тик мин быны белдертмәнем, көн дә нисек ҡасып ҡайтыу хаҡында план ҡорҙом. Яҡшы тормош, бай сит ил кешеһе тип алданып, һуңында йөрәк телеп сыҡҡан балаларын ҡалдырып ҡайтырға мәжбүр булған Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙары күпме?! Мин дә шундайҙарҙың береһе булһам?! Ошо хаҡта уйлап, төндәрен мендәр сылатҡан йоҡоһоҙ төндәрем артҡандан-арта барҙы. Ир ниҙер һиҙгән кеүек, әгәр теләһә, ул бит, ысынлап та, законға ярашлы, баланы сит илгә сығартмауы бар. Ә минең Рәсәйгә ҡайтыу өсөн ял мәлдәре етеп килә. Ҡыҙымды мәктәпкә әҙерләү буйынса эш башланым, йәнәһе, Франциянан башҡа ерҙең кәрәге бер тин. Буласаҡ уҡытыусыһы менән етди һөйләшеүҙәр ойошторған булдым, осрашыуға иремде лә алып барҙым, көн дә тигәндәй мәктәп темаһын күтәрҙем, кейем-һалымды, уҡыу әсбаптарын хәстәрләнем. Минең башымда ниндәй уйҙар ҡайнағанын, борсолоуҙарымды Жозеф һиҙмәне, буғай. Рәсәйгә ҡунаҡҡа йыйынғанды ҡарап йөрөүен йөрөнө, минең сумаҙандарға артыҡ кейем тултырмағанды күргәс, ҡыҙыҡһыныуын юғалтты. Шулай итеп, ҡыҙым менән бөтөнләйгә ҡайтып төштөм...
Ғәҙиләнең һөйләгәненә ышанырғамы-юҡмы – тип тигәндәй, шымып ҡалғайныҡ беҙ.
– Хәҙер хәлең нисек һуң? – тип һорай алдым, ҡарлыҡҡаныраҡ тауыш менән.
– Бик үк яҡшы тип әйтмәҫ инем. Ирем йә ҡурҡытып, йә инәлеп яҙа торғас, социаль селтәр сайттарынан юҡҡа сығырға тура килде. Ҡыҙым атаһын һағынып илап ала, ул әлегә бер нәмәне лә йүнләп аңламай шул. Төштәремдә һаташып сығам, имеш, ҡыҙымды атаһы урлап алып киткән. Ә мин күккә осҡан самолет артынан илай-илай йүгерәм. Ҡабатланмаҫ йәшлек осороноң ҡәҙерен белеп кенә, үҙебеҙҙең мосолман егетенә кейәүгә сыҡҡан булһам икән, тип уфтанып ҡуям. Унан эргәмдә мыш-мыш йоҡлап ятҡан ҡыҙымды ҡосаҡлап, ярай, күрәһе яҙмышым шул булғандыр, исмаһам, ғәзиз балам бар, тип үҙ-үҙемде йыуатам. Уның өсөн тырышып-тырмашып йәшәйәсәкмен, етмәһә, уға мулат булыуы арҡаһында Рәсәйҙә кәмһетеүле ҡараш, төрттөрөүле һүҙҙәр гарантияланған. Иң мөһиме, әсәйем хәлемде аңланы, йыуатты, бирешмә, ҡыҙым, тип миңә ышаныс өҫтәй. Рәхмәт инде уға, заманында сит илгә китеп күҙ йәшен аҙ түктермәнем. Тормош елдәренән ҡаҡҡылап-һуҡҡыланған, аҡылға ултырған балаһын ғәфү итте, тыңлауһыҙ ҡыҙын ҡабат үҙенә һыйындырҙы...
Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.