«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ғашиҡтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай



11.07.2018 Ғашиҡтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай

Ғашиҡтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай
– Кешеләр әрләшкәндә ниңә бер-береһенә ҡысҡыра, беләһегеҙме? – тип һораған бер остаз шәкерттәренән.
– Талашҡанда тынғылыҡ юғала инде ул, – тип бер һүҙҙән яуаплаған уҡыусылар.
– Ә шулай ҙа эргәлә торған кешегә ҡысҡырмай ғына әйтеп булмаймы ни? – тип ныҡышҡан уҡытыусы.
Уҡыусылар төрлөсә фекер йөрөткән. Әммә бер яуап та уҡытыусыны ҡәнәғәтләндермәгән.
Ахырҙа үҙе аңлатҡан:
– Кешеләр талашһа, йөрәктәре лә алыҫлаша. Улар шуға ла бер-береһен ишетергә теләп, ҡысҡырырға мәжбүр. Ни тиклем ҡаты бәхәс ҡупһа, улар шул тиклем алыҫлаша, һәм шул тиклем нығыраҡ ҡысҡырырға тура килә.
Ә бына һөйгәндәр бер-береһе менән тыныс, хатта шыбырлап һөйләшә. Уларҙың йөрәктәре бик яҡын. Ғашиҡлыҡ көсәйгән һайын уларҙың тауыштары әкрен сыға. Хатта һөйләшмәһәләр ҙә, күҙҙәре аңлаша. Һүҙҙәрҙең кәрәге ҡалмай…
Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға