09.07.2018 Йондоҙнамә (9-15 июль)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Был арала йондоҙҙар шикле кешеләрҙән, таныш булмаған урындарҙан ары йөрөргә ҡуша. Төп эшегеҙҙә ниндәйҙер ҡатмарлы мәсьәләгә тап булыуығыҙ бар. Уны хәл итеүгә кемдер ныҡ ҡына аҫтыртын ҡамасаулай кеүек.
һыуғояр (21.01 – 19.02)
Һәйбәт аҙна. Өй-йорт тирәһендә күпте эшләй алырһығыҙ һымаҡ. Яҡындарығыҙ менән дә арағыҙ ыңғай яҡҡа үҙгәрер, элекке үпкәләшеүҙәр ҙә онотолор, моғайын. Ғөмүмән, кешеләргә асыҡ йөҙ күрһәтһәгеҙ, үҙегеҙгә лә шул әйләнеп ҡайтыр.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Аралашыу, танышыуҙар бик файҙалы булмаҡсы. Ҡайһы бер матди мәсьәләләрҙе лә ыңғай хәл итә алырһығыҙ. Был көндәр уҡыу һәм белем арттырыу өсөн дә һәйбәт. Икенсе енес тарафтан һеҙҙең менән ҡыҙыҡһыныусылар күбәйер.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Һеҙҙең тирәләге ваҡиғалар бер аҙ борсоп торор. Уларҙың ысын асылын байтаҡ ваҡыт үткәс кенә аңларһығыҙ. Аҙна барышында йыш ҡына кеше араһында, иғтибар үҙәгендә булырһығыҙ. Бәғзеләр үҙ һәләттәрен дә күрһәтә алыр.
Буға (21.04 – 21.05)
Күптәрҙең үҙе тирәләй тәртип урынлаштырыу теләге көсәйер. Был йүнәлештә бер аҙ алға китә алырһығыҙ, үҙ көсөгөҙгә ышанысығыҙ артыр кеүек. Бәғзеләрҙең ҡапыл ижади һәләте асылып китер һымаҡ.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Был арала күптәр шәхси мөнәсәбәттәрҙе бер аҙ нығыта алыр. Бының өсөн бер аҙ тырышлыҡ та һалырға тура килер. Кәйефегеҙ һәм һаулығығыҙ мотлаҡ ыңғай яҡҡа үҙгәрер. Матди мәсьәләләр һаман да борсоп торор. Йондоҙҙар кәрәкмәгән әйберҙәрҙән ҡотолорға кәңәш итә.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Әүҙемерәк булған һайын ҡыйынлыҡтар ҙа күбәйер. Мәсьәләләрҙе хәл иткәндә урау юлдар менән эш итеүегеҙ дөрөҫ булыр. Йыш ҡына һис тә күңелегеҙгә ятмаған эш менән булышырһығыҙ. Аҙна аҙағындараҡ икеле хәлдәр күбәйеп китәсәк. Һәр осраҡта ла һаҡ булығыҙ.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Осор аралашыуҙарға бай булмаҡсы. Үҙегеҙгә кәрәк мәғлүмәттәрҙе лә таба алырһығыҙ, моғайын. Бигерәк тә шаршамбыла әүҙем эш итеүегеҙ мөһим. Һәүетемсә барған ваҡиғаларҙың көтөлмәгән боролош алыуы ихтимал. Ҡайһы бер дошмандарығыҙҙың «тештәр»ен күрһәтеүе лә бар.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Һеҙҙең өсөн мөһим булмаған мәсьәләне хәл итеүҙе кисектереп торорға ла тура килер, бәлки. Бының өсөн етди сәбәптәр ҡалҡып сығыр һымаҡ. Кесе йомала ниндәйҙер күтән көткән хәбәрҙе алырһығыҙ. Шәмбеләге хәл һеҙҙән түҙемлек талап итер.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Ҡайһы бер алдан ҡуйған маҡсаттарығыҙ бойомға ашырылып бара кеүек. Бер аҙ тырышлыҡ күрһәтергә генә кәрәк. Сығымдарығыҙҙы кәметеү яҡшы булыр ине. Кесе йомала алданыуығыҙ бик ихтимал, икеле хәлдәр килеп сығыуы бар.
Саян (24.10 – 22.11)
Аралашыуҙа ҡыйынлыҡтар булыр. Кемдер дәғүә лә белдерер. Йондоҙҙар тыныс булырға, иңегеҙгә күпте алмаҫҡа, кеше эштәренә артыҡ ҡыҫылмаҫҡа кәңәш итә. Йомалағы кире ваҡиғалар һеҙгә бер нисек тә ҡағылмаҫ, урап үтер.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Был арала шикле хәлдәрҙән ары тороғоҙ. Кеше кәңәштәренә лә артыҡ ышанмағыҙ. Шаршамбы, кесе йомала бөтә эшегеҙ ҙә һәйбәт барыр. Был арала күңелегеҙҙе күптән ҡырған бурыстан ҡотола алырһығыҙ.