«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Тауышыңды үҙгәрт…



06.07.2018 Тауышыңды үҙгәрт…

Тауышыңды үҙгәрт…
Күгәрсен аҡланда бер ят өкөнө күргән дә, яҡын килеп һорау биргән:
– Әй, өкө, һин ҡайҙан килеп сыҡтың әле?
– Анау яҡтарҙа, көнсығышта, йәшәгәйнем, хәҙер көнбайышҡа осам.
Шулай тигән дә өкө бик ҡаты итеп ухылдай, зарланып, тауышлана башлаған.
Күгәрсен йәнә быға өндәшкән:
– Ә ни өсөн тыуған яғыңды ташлап китеп бараһың?
– Сөнки мине, тауышың насар, тип яратмайҙар, – тигән өкө.
– Юҡҡа йәнтөйәгеңдән китеп бараһың. Һиңә торған ерҙе түгел, ә бары тик тауышыңды бер аҙ үҙгәртергә лә, әҙерәк мыжырға кәрәк. Беләһеңме, көнбайышта ла, көнсығыштағы кеүек үк, туҡтауһыҙ ухылдағандарҙы яратмайҙар.

Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға