«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йондоҙнамә (2-8 июль)



02.07.2018 Йондоҙнамә (2-8 июль)

Йондоҙнамә (2-8 июль)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)

Шәхси тормошоғоҙҙа ҡыйынлыҡтарға осрар­һығыҙ кеүек. Ҡайһы бер мөнәсәбәттәрегеҙ ниндәйҙер һынау үтер. Бәғзеләрҙең эштәренә икенсе кешеләр, туғандары ла ҡыҫылырға тырышыр. Ошондай хәлдәр менән аҙна үтеп китер.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Файҙалы осрашыуҙар һәм һөйләшеүҙәр күбәйер. Бөтә борсоған мәсьәлә тураһында бер ҙә тартынмай һөйләшеүегеҙ дөрөҫ булыр. Бер яҡтан, күңелегеҙ ҙә бушар, бер аҙ киләсәккә ҡорған маҡсаттарығыҙ ҙа асыҡланыр. Тик кеше кәңәштәренең иң кәрәгенә генә ҡолаҡ һалығыҙ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Әллә ни тыныс көндәр көтөлмәй. Кемдер ниндәйҙер күптәнге бурысығыҙ тураһында иҫегеҙгә төшөрөр. Эштә лә төрлө дәғүә менән мөрәжәғәт итеүҙәре бар. Был йәһәттән шаршамбы кире яҡтан айырылып торор. Кешеләрҙән фекерҙәрегеҙҙе йәшерергә тырышығыҙ.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Йондоҙҙар бер аҙ әүҙемлегегеҙҙе кәметергә, үҙегеҙгә ял бирергә ҡуша. Һуңғы ваҡытта үҙ мәсьәләгеҙҙе ситкә ҡуйып, башҡаларҙың йомоштарын хәл итеүгә артыҡ иғтибар бирҙегеҙ кеүек. Шаршамбы бар йәһәттән дә уңышлы булмаҡсы. Уйламағанда аҡса отоуығыҙ ҙа бик ихтимал.

Буға (21.04 – 21.05)
Был арала ҡайһы бер элек «тешегеҙ үтмәгән» эштәрҙе анһат ҡына урынынан ҡуҙғата алыр­һығыҙ һымаҡ. Тик барыһын да алдан ентекле уйлап эш итегеҙ. Бигерәк тә торлаҡ менән бәйле мәсьәләләр һәйбәт хәл ителер. Аҙна аҙағына һис көтөлмәгән ҡунаҡ килер.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Ҡатмарлы осор. Киләсәгегеҙ өсөн борсолоуығыҙ ихтимал. Был арала артыҡ көсәнмәҫкә тырышығыҙ, йышыраҡ ял итегеҙ. Мөмкин тиклем күберәк аяҡ-ҡул менән түгел, башығыҙ менән эшләгеҙ. Йомала күптән уйлап йөрөгән мәсьәләне сисеү юлын асыҡ аңларһығыҙ кеүек.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Ғөмүмән, аҙнаны бик файҙалы үткәрерһегеҙ. Яңы уй-фекерҙәр, өмөтлө осрашыуҙар менән йәшәрһегеҙ. Тик кесе йома ғына бер аҙ көтөлмәгәнсәрәк килер. Йоманы тынысыраҡ үткәрегеҙ, етәкселәр күҙенә артыҡ салынмағыҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Ҡайһы бер ваҡиғалар бер аҙ борсолорға ла мәжбүр итер. Төплө уйлағанда, борсолоу өсөн әллә ни сәбәп тә юҡ һымаҡ. Был арала аҡсағыҙҙы уйлаңҡырап тотоноғоҙ. Бәғзеләр ҙур эштәрҙе башлап ебәреү тураһында ныҡлы уйланыр.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Аҙна барышындағы һөйләшеү, осрашыуҙар мотлаҡ файҙалы буласаҡ. Шишәмбелә ниндәй­ҙер күптән эҙләгән мәғлүмәтте табырһығыҙ. Шаршамбынан һуң матди ҡыйынлыҡтарҙы асыҡ һиҙә башларһығыҙ. Йондоҙҙар кеше араһында әҙерәк булырға ҡуша.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Ҡатмарлы саҡта һәр ваҡыт ярҙамға өмөт итә алаһығыҙ. Ғөмүмән, ҡайһы бер элекке бәйләнештәрҙе яңыртыуығыҙ һәйбәт булыр. Уларҙың һеҙгә файҙаһы тейәсәк. Бәғзеләр киләсәккә маҡсаттарын тулыһынса асыҡлар, ҡайһыларына үҙгәрештәр индерер.

Саян (24.10 – 22.11)
Аҙна барышында күберәк ял итегеҙ. Тәбиғәткә сығыу ҙа яҡшы булыр ине. Был арала яңы ҙур эштәрҙе башлауҙы бер аҙға кисектереп тороғоҙ. Шаршамбылағы фекерҙәрегеҙ тейешле йүнәлеште һайларға ярҙам итер.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Ошо арала ниндәйҙер мөһим, киләсәгегеҙгә ҡағылған хәбәр ишетерһегеҙ. Уның кәңәш рәүешендә лә әйтелеүе мөмкин. Шаршамбыла кире ваҡиға булыуы бик ихтимал. Тик был хәлгә үҙегеҙ ғәйепле булырһығыҙ һымаҡ. Иң уңышлы көндәрегеҙ – йома һәм шәмбе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға