«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ни күрергә теләһәң…



24.06.2018 Ни күрергә теләһәң…

Ни күрергә теләһәң…
Бер ир дуҫына ҡунаҡҡа барған. Тегеһе уға яҡты йөҙ күрһәтеп һыйлаған, шарап та ҡойоп биргән. Ҡунаҡ эсәйем, тип кәсә эсенә ҡараһа, күҙенә йылан ба­лаһы ятҡан кеүек күренгән. Тик ду­ҫының күңелен төшөрмәйем, тип эскән дә бөткән.
Аҙағыраҡ, өйөнә ҡайтҡас, был ауырып киткән. Ашҡаҙаны ныҡ ауыртҡан, ашамаған дарыуы ҡалмаған. Хатта ки үлер хәлгә еткән.
Уның был хәлен ишетеп, теге дуҫы тағы ҡунаҡҡа саҡырған. Барһа, дарыу һалдым, тип шыйыҡлыҡ тулы кәсә биргән. Сирле ир һауыт эсендә тағы йылан балаһы күргән. Тик был юлы шым ҡалмаған, дуҫына һауытта нимә ятҡанын әйткән.
Дуҫы иһә түшәмгә төртөп күрһәткән. Баҡһаң, ундағы биҙәк кәсәлә йылан рәүешендә күренгән. Ҡунаҡтың ауырыуы һыпырып ташлағандай юҡ булған.
…Кеше шикләнергә ярата шул.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға