«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Берҙәмлеккә бәрәкәт өҫтәйек



08.01.2011 Берҙәмлеккә бәрәкәт өҫтәйек

Гәзит уҡыусыларҙың ҡанатландыра килеүе һәм мөхәрририәттең ихласлығы менән, һеҙҙең хәбәрсегеҙгә байтаҡ ваҡыт инде «Айбағар» тип аталған рубриканы алып барыу форсаты тейҙе. Яҙған кеше өсөн, мәҡәләне яҙыу һәм баҫтырыуҙан бигерәк, һүҙенең уҡыусылар күңеленә юл табыуы мөһимерәк. «Йәшлек» редакцияһына килгән хаттарығыҙ һәм телефон аша хәбәрләшеүегеҙгә ҡарағанда, гәзит аша еткерә килгән фекерҙәремдең күп өлөшө һеҙҙе ғафил ҡалдырмаған. Быға ғәжәпләнәһе лә түгел, сөнки ил һәм йәмғиәт барған юлдар, халыҡ яҙмышы, ваҡыт шауҡымына бирелмәҫтәй мәңгелек ҡиммәттәр һәр кемде тулҡынландыра. Һәм гел генә шулай буласаҡ та. ҡояш нуры, саф һауа һәм бәрәкәтле ерһеҙ йәшәүҙең мөмкин түгеллеген аңлаған кеүек, әсәй­һеҙ, икмәкһеҙ, әхлаҡһыҙ кеше булып та ғүмер кисереү ярамай. Тауҙарҙың ишелеүе, диңгеҙҙәр­ҙең кибеүе ихтимал, әммә әсә менән сабый, сабый менән әсә араһындағы бәйләнеш ҡояш менән Ер араһындағы бәйләнеш кеүек үк айырылғыһыҙ.

Беҙҙе берсә йыһандарға, икенсе ҡарауға упҡындарға төшөргән донъя иҫ-аҡыл етмәҫлек ҡатмарлы һәм күп яҡлы, унда ғәмәлгә ашыусы хәл-ваҡиғалар­ға ниндәйҙер баһа бирергә тырышыу ҙа еңел эш түгел. Һәр мәсьәләне күреп, иң мөһимдәренән айырып алыу өсөн дә гәзит уҡыусының тормош тәжрибәһе менән һуғарылған уртаҡ аҡылына эйә булырға кәрәк. Шуға күрә лә редакцияға ебәргән һеҙҙең һәр бер хатығыҙ ҡәҙерле һәм уларҙа мин, йәшермәй әйтәм, йыш ҡына һеҙҙең менән уртаҡлашыр фекерҙәр табам. Тимәк, яҙғандарым – һеҙҙең дә ижад. Башланған йылда ла кәңәштәрҙе уртаҡ итеү ниәте һеҙҙең теләктәрегеҙҙе һанлауҙан килде.
Донъяла бер генә дәүләт тә милли мәртәбәһенә ҡағылышлы мәсьәләләр хаҡында уйланмай йәшәй алмай. Ижтимағи хәрәкәт һәм фәндең этәргес көсө илдәргә һәм халыҡтарға ойоп, йоҡомһорап йәшәүгә форсат бирмәй. Әгәр тарихтың оло юлынан ситтә тороп ҡалмаҫҡа теләйһегеҙ икән, кешелек алған тиҙләнештән тайпылмаҫҡа тура килә. Дәүләттәр, цивилизациялар, мәҙәниәттәр ниндәйҙер дәрәжәлә тигеҙләшкән беҙҙең заманда айырым ижтимағи-иҡтисади ҡоролоштар икенселәрҙе көтөп тора алмай. Көслө – мөсһөҙгә, байҙың фәҡиргә ярҙам итә торған осорҙар артта ҡалды. Альтруизм һәм хәйриәлелек аяуһыҙ конкуренция көрәше менән алмашынды. Йәшәүгә хоҡуҡ, ҡорал көсөнән тыш, финанс, интеллектуаль капитал менән яулана.
Глобаль процестарҙа йәнә бер йүнәлешкә иғтибар итмәү мөмкин түгел. Фән менән техниканың етеҙ үҫеше кеше һәм тәбиғәт араһындағы мөнәсәбәттәрҙә, иң юғары нөктәне үтеп, теге йәки был яҡҡа ауышырға торған хәлгә етте. Математикала бифуркация тигән төшөнсә бар. Ул хәҙер тарихта ла, социологияла ла киң ҡулланыла. Билдәле бер законлылыҡтар һәм көстәр йоғонтоһо аҫтында, ниндәйҙер параметрҙар­ҙың талғын ғына үҙгәргән сағында хәрәкәт итеү формалары киҫкен үҙгәреш ала, йәғни теләһә ниндәй процесс йәки ваҡиғаның бөтөнләй икенсе юлдан китеүе ихтимал. Тәбиғәттәге процестарға, ижтимағи ваҡиғаларға диҡҡәт менән күҙ һалғанда, кешелектең әлеге бифуркация нөктәһендә тороуын аңлауы ауыр түгел. Кешелек, бер яҡтан, йәшәүгә булған дәртен күрһәтһә, икенсе яҡтан, уның тирә-яҡ мөхит менән мөнәсәбәте был оптимизмды юҡҡа сығара. Дөйөм йәмғиәт, тотороҡло үҫеш юлын үтеп, тарҡалыу, аҡрынлап юҡҡа сыға барыу юлына баҫты.
Авторығыҙ һеҙгә еткергән фаразлауҙарҙа ниндәйҙер яңылыҡ та, өркөтөү күрәҙәлеге лә юҡ. Кешелек үҙ үҫешенең юғары нөктәһенә етте, тиһәк тә, уның аҡылы цивилизацияны һаҡлап алып ҡалыу һәм уны һәр халыҡтың да ҡаҙанышы итеү өсөн мөмкинлектәр табыр, тигән өмөт һүрелмәгән. Халыҡтарҙың кәңәш-килешеүҙәр нигеҙендә һыйышып йәшәй алыуы, һуғышһыҙ донъя хәҙер хыял ғына түгел. Икенсе яҡтан, тәбиғәттең хәлен аңларға тырышыу экологтарҙың ғына хәстәрлеге булыу­ҙан үтте. Кеше менән тәбиғәт мөнәсәбәттәрен сәйәсмәндәр һәм йәмәғәтселек донъялағы иң өҫтөнлөклө мәсьәлә булараҡ таный. Әммә ошо хәҡиҡәтте аңлау өсөн йөҙҙәрсә йыл кәрәк булды.
Бына, ниһайәт, самаһыҙ оҙайлы Яңы йыл байрамдары ла уҙып бара. Тиҫтәләрсә миллион кеше буш ваҡытын ҡайҙа ҡуйырға белмәй яфаланған көндәрҙә Рәсәй дәүләте, кешелек йәмғиәте тип аталған ҡатмарлы организм, әлбиттә, йәшәүен туҡтатманы. Заводтарҙа ҡорос ҡайнатыу, фермаларҙа һыйыр һауыу дауам итте. Кемдер яңы йыр яҙҙы, караптар диңгеҙҙәрҙе гиҙҙе. Ошо мәлдәрҙә нисәмә сабый яҡты донъяға күҙен асҡандыр, нисә мең кеше Хоҙай ҡаршыһына барып баҫҡандыр...
Рәсәй Президенты Дмитрий Медведевтың Яңы йыл ҡотлауында мин дәүләтебеҙҙең бихисап проблемаһын хәл итергә тырышыу ниәтен ишеткәндәй булдым. Илебеҙҙе хәҙер уғрылыҡ, бандитлыҡ, тоталь яуапһыҙлыҡ өҙгөләй, закон менән енәйәтселек араһында бығаса күрелмәгән алыш бара. Әгәр ошо мәлдә дәүләт йомшаҡлыҡ күрһәтһә, енәйәт алдында сигенһә, ришүәтселекте ауыҙлыҡлай алмаһа, Рәсәй дәүләтселеге өҫтөнә «тамам» тигән яҙыу элергә мөмкин. Бер үк ваҡытта илебеҙ тышҡы ҡыҫымға, төрлө провокацияларға ла дусар. Уның ерҙәренә, тәбиғи байлыҡтарына дәғүәләр эске сәйәси һәм милләт-ара тотороҡһоҙлоҡ менән көсәйтелә. Милли һәм конфессия-ара бәхәстәрҙең ҡуйырыуы артабан да етди мәсьәлә булып ҡаласаҡ.
Һис һүҙһеҙ, дәүләт сәйәсәте донъяның һәр иле менән теләһә ниндәй мәсьәләләр буйынса ла, бер-береңде ихтирам итеп һәм, шул уҡ ваҡытта, милли мәнфәғәттәрҙе алға ҡуйып һөйләшә белеүҙе талап итә. Ер йөҙөндә мөһим һәм мөһим булмаған мәсьәләләр юҡ. Шулай уҡ илдәрҙе лә ҙурҙарына йә кеселәренә айырыр­ға ярамай. Һәр нәмәнең һәм һәр кемдең үҙ урыны бар. Рәсәйҙең тышҡы сәйәсәтендәге күп йүнәлештәрҙәге эшмәкәрлек, бер яҡтан, Американың глобаль стратегияһын ниндәйҙер дәрәжәлә һүрелтеүҙе маҡсат итеп ҡуйһа, икенсенән, үҙебеҙҙең милли мәнфәғәттәрҙе әүҙем яҡлау фазаһына инеүебеҙ тураһында һөйләй. Был йәһәттән Рәсәй Федерацияһы үҙенең тәбиғи мөмкинлектәрен дә, геостратегик хәлен дә, нығына барыусы иҡтисадын да, хәрби ҡеүәтен дә файҙаланырға ниәтләй. Тышҡы агрессив байтаҡ көстәргә Рәсәйгә күп осраҡта яңғыҙ ҡаршы торорға тура килә.
БДБ йоғонтоло ойошма түгел. Коллектив именлек буйынса договор ойошмаһы (ОДКБ) әле булһа төҙөлөү осорон үтә алмай. Рәсәйҙең ышаныслы тышҡы союздаштары юҡ. Тимәк, даими тышҡы сәйәсәт, илдең иҡтисади мәнфәғәттәрен бөтә мөмкинлектәрҙе лә файҙаланып яҡлау – заман зарурлығынан тыуған хәҡиҡәт.
Илебеҙҙең башҡа дәүләттәр менән мөнәсәбәттәрендә туҡтауһыҙ сигенеү, ташламалар яһау сәйәсәтенән үҙебеҙҙең мәнфәғәттәрҙе яҡлауға йөҙ менән боролоуы Украина һәм Белоруссия менән газ, нефть өсөн хаҡтарға ҡағылышлы бәхәстәрҙә яҡшы күренде. Президенттың ошо принципиаль мәсьәләлә ныҡлыҡ күрһәтеүе, әлбиттә, уның популярлығын күтәрер. Әммә иң мөһиме – Рәсәй етәкселеге ниндәйҙер сәйәси маҡсаттар хаҡына ил иҡтисадына зыян килтереүҙең урынһыҙ булыуын таныны. РФ Дәүләт Думаһының БДБ илдәре менән бәйләнештәр буйынса комитеты рәйесе Андрей Кокошин әйтмешләй, «үҙ халҡынан башҡа, Рәсәйҙең бер кем алдында ла бурысы юҡ». Бындай ҡараштың баһаһын күрергә яҙһын. Модернизация, яңы технологиялар индереү, фән үҙәктәре асыу, бүтән проекттар – ниндәйҙер тарихи бурыс­тарҙы хәл итеү түгел. Ысынында һәм барып сыҡһа, дәүләт үҙ халҡына тиҫтәләрсә йыл буйына йыйылып, өлгөрөүҙән уҙып барған бурыстарҙы ҡайтарырға ғына ниәтләй. Ләкин Президент әйткәс тә, Хөкүмәт ант иткәс тә хыялдар донъяһына инергә ашыҡмағыҙ. Тарихтан мәғлүм булғанса, дәүләт, халҡына күп мәртәбә вәғәҙә биреп тә, уны үтәргә ашыҡмай. Юғарыла телгә алынған проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн бүленгән тиҫтәләрсә миллиард һум аҡса урлап бөтөрөлмәгән хәлдә лә, Президент идеяларының чиновниктарҙың һүҙ бутҡаһына батып ҡалыуы бик ихтимал. Рәсәйҙә шау-шыу ни ҡәҙәре ҡыҙыу башланһа, эш тә шул ҡәҙәре тиҙерәк һүрелә, онотола.
Әммә, ниндәй генә хафалар, шик-шөбһәләр йөрәкте телгеләмәһен, яҡшылыҡҡа ышанғы килә. Рәсәйҙең сәйәсәте гел генә бер ярҙан икенсеһенә һуғылыусы карап кеүек бармаҫ әле. Ауырлыҡтар үтеп булһа ла, бәлки, иҡтисад та эшләп китер. Милли проекттар рәүешендә башлан­ған эштәр ҙә бер ваҡыт системалы дәүләт эшмәкәрлегенә әүерелер. Чиновниктар бюрократияһына йүгән кейҙерә алһаҡ, армияны ысын ил ҡалҡаны итһәк, әхлаҡһыҙлыҡҡа, бандитлыҡҡа ҡаршы көрәште һүҙҙән эшкә күсерһәк, шәт, Рәсәй ҙә цивилизациялы йәмғиәт булып йәшәй башлар. Бының өсөн уның шашҡан байҙарға һәм бөлгән фәҡирҙәргә бүленеүе түгел, ә бер маҡсатлы, уртаҡ уйлы халыҡ булып йәшәүе кәрәк. Рәсәй арба-санаһын сәфәргә, ғәҙәтенсә, оҙағыраҡ әҙерләй. Хәҙер уны тиҙерәк егеп, юлға сығайыҡ. Уңышлы сәфәргә!


Марсель ҡОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға