13.06.2018 «Киләсәгемә үҙем нигеҙ һалам»
Ейәнсура районының Абзан ауылы ҡыҙы инглиз телен төплө өйрәнергә лә, модель агентлығында шөғөлләнергә лә өлгөрә
Бер кемгә лә арҡаланмай, үҙ көсөнә генә ышанғандар, хыялдарын ысынбарлыҡҡа әүерелдереү өсөн үҙҙәре тырышлыҡ һалғандар тормошта ла юғалып ҡалмай. Ейәнсура районының Абзан ауылы һылыуы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты башҡорт филологияһы факультетының инглиз бүлегенең IV курс студенты Әлсинә Мусина ла, тырышлыҡ – уңыш нигеҙе, тип иҫәпләй. Тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшкән ҡыҙ ғилми-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашырға ла, матурлыҡ мәктәбенә йөрөргә лә, бейеү менән шөғөлләнергә лә өлгөрә.
– Абзан мәктәбендәге инглиз теле буйынса уҡытыусым Вадим Зыя улына рәхмәтлемен. Ул ошо телгә ҡарата һөйөү уятты һәм мин был предметтан тик «бишле»гә генә өлгәштем. Сит телдәрҙе өйрәнеү бер кемгә лә еңел бирелмәй. Университетта ғына уҡып, барлыҡ белемде алып бөтөп булмай. Туҡтауһыҙ камиллашырға, күп уҡырға кәрәк. Инглиз телендә китаптар уҡырға тырышам, фильмдар ҡарайым. Мастер-кластарға йөрөйөм. Киләсәктә репетиторлыҡ менән шөғөлләнергә лә иҫәбем бар. Тарих менән дә ҡыҙыҡһынам. Иртәгәһе көнгә ҡурҡмай ҡарар өсөн үҙеңде үҫтерергә кәрәк, – ти ул.
Уҡыу йортон тамамлағас, аспирантураға инергә лә уйы бар. Үҙенең буласаҡ һөнәрен педагог итеп күрә.
– Миңә балалар менән эшләү ныҡ оҡшай. Шуға ла педагогик практикаларҙы ла һағынып көтөп алам. Әсәйем яғынан беҙ – уҡытыусылар династияһынан, – ти мөғәллимлек эшен яратыуы тураһында. Уға гимназияларҙа, йәйге лагерҙарҙа, үҫмерҙәр клубтарында ла уҡыусылар менән эшләргә тура килгән.
Балалар ҙа һөйкөмлө, тауышын күтәрмәй генә һөйләшкән, һәр нәмәгә маһир, ҡыҙыҡлы итеп дәрестәр алып бара белгән апайҙарын оҡшатҡан.
Әлсинәнең тағы бер яратҡан шөғөлө бар. Ул, ваҡыты тығыҙ булһа ла, модель агентлығында шөғөлләнә. Унда төрлө сарала, мода аҙналыҡтарында билдәле дизайнерҙарҙың кейем өлгөләрен күрһәтәләр, фотосессиялар эшләйҙәр. Матурлыҡ мәктәбендә шөғөлләнеү ҡатын-ҡыҙға гүзәллек серҙәрен төшөнөргә, үҙеңде күрһәтергә мөмкинлек бирә, тип һанай ул. Әлсинә Мусина быйыл Өфөлә үткән «Урал аръяғы һылыуҡайы» гүзәллек бәйгеһендә лә ҡатнашҡан һәм икенсе урын алған. Ҙур сараларҙа үҙ көсөңдө һынап ҡарау ышаныс ҡына өҫтәй. Үҙ көсөң менән үҙең генә яулаған үрҙәр ҡәҙерлерәк тә була, тигән фекерҙә Ейәнсура һылыуы. Алсаҡлығы, булдыҡлылығы менән дә төркөмдәштәре, дуҫтары араһында ихтирам яулаған, шуға, ниндәй генә сараларҙа ҡатнашһа ла, аҡыллы кәңәштәре менән ярҙам итергә әҙер теләктәштәре лә күп. Һәр көнө планлаштырылған Әлсинә спорт менән шөғөлләнергә лә ваҡыт таба. Белем алыу йылдан-йыл ауырлашҡанда, ҡулына диплом алып та, эш таба алмай йөрөгән йәштәрҙең ҡыйынлыҡтар алдында юғалып ҡалмауын, ғилем юлында ныҡышмал булыуын теләй. Белемле кеше бер ҡайҙа ла юғалып ҡалмай, тип һанай. Бәләкәйҙән алдына ҡуйған ниәттәрен тормошҡа ашырырға өйрәнгән, уҡыуға етди ҡараған Әлсинәнең тәүәккәллеге, маҡсатҡа ынтылышлығы етерлек. Йәшлек хыялдарын тормошҡа ашырыр, яулар үрҙәре алда әле уның.
З. ЙӘҺҮҘИНА.