«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йондоҙнамә (4-10 июнь)



04.06.2018 Йондоҙнамә (4-10 июнь)

Йондоҙнамә (4-10 июнь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)

Яуаплылыҡ һәм тырышлығығыҙ арҡаһында ҙур булмаған уңыштарға өлгәшерһегеҙ. Аҙна барышында элек белмәгәнде белерһегеҙ һәм был мәғлүмәт һеҙгә бик файҙалы буласаҡ. Был арала рәсми ҡағыҙҙар менән бәйле эштәрегеҙ бигерәк тә яҡшы барасаҡ.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Мәл тәнде һауыҡтырыу өсөн бик уңайлы. Элекке сирҙәрегеҙ сигенер, уларҙы еңер өсөн көс-хәлегеҙ етерлек булыр. Эштә­регеҙҙә тәртип урынлаштырыу ҙа кәйефегеҙҙе күтәрер. Йомала төрлө дәғүә, икеле хәлдән ары тороғоҙ. Аҙналағы аралашыуҙар файҙалы үтер.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Һеҙҙе уңышлы осор көтә. Был көндәрҙә күптәр яҡын киләсәккә маҡсаттар ҡора алыр. Бәғзеләр өй-йорт буйынса ниндәйҙер эште тамамлар. Йома бер юлы файҙалы ла, көсөргәнешле лә көтөлә. Ғаилә мөнәсәбәттәре лә был арала ҡыуандырып торор.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Аҙна барышында һәләттәрегеҙҙе күрһәтә алырһығыҙ. Тик һәр саҡ үҙ аллы эш итергә тырышығыҙ, кеше кәңәштәре башығыҙҙы бутаясаҡ ҡына. Элек башҡарған эштәрегеҙҙең йомғаҡтары ла яҡшы һөҙөмтә бирер. Был көндәрҙә аралашыуҙар күбәйер. Һеҙҙең тирәлә яңы кешеләр ҙә пәйҙә булыр.

Буға (21.04 – 21.05)
Ваҡытығыҙҙы әүҙем һәм файҙалы үткәрер­һегеҙ. Кеше араһында күп булырға тура килер, абруйығыҙ ҙа артыр. Был арала янығыҙҙа ышаныслы дуҫтарығыҙ булыуын асыҡ күрерһегеҙ. Ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәндәргә ҡарата иғтибарлыраҡ булығыҙ – башҡарған изгелегегеҙ аҙаҡтан үҙегеҙгә икеләтә файҙа булып ҡайтыр.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Мәшәҡәттәр күп булһа ла, ғөмүмән, эштәрегеҙ һәйбәт барыр. Тап был арала күптән көткән хәбәрҙе лә ишетерһегеҙ, бәлки. Алыҫ һәм яҡын араға сәфәрҙәр яҡшы үтер. Шәхси өлкәлә ҡыйынлыҡтарға осрарһығыҙ. Яңы таныштарығыҙға әллә ни ҙур өмөт бағламағыҙ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Осор уҡыу һәм белем арттырыу өсөн уңайлы. Элек белмәгән һәм аңламаған ҡайһы бер ваҡиғаларҙы төшөнөрһөгөҙ. Шәхси мөнәсәбәттәр ҙә һәр саҡ ҡыуандырыр. Буйҙаҡтар мөһим аҙым яһау тураһында уйлана башлар. Өйләнешкәндәр ғаилә һәм балалар менән бәйле шатлыҡтар кисерер.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Бәғзеләр аралашыуҙа ҡыйынлыҡтарға осрар, моғайын. Күптәрҙең шәхси мөнәсәбәттәре бер аҙ ҡаҡшай башлар. Яңы танышлыҡтар әллә ни оҙаҡҡа бармаҫ. Шаршамбыла иң яҡын кешеләр менән дә уртаҡ тел табыу ауырлашыр.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Донъяуи мәсьәләләр һәр саҡ уйландырыр. Хәйер, тап ошо арала ниндәйҙер ҡатмарлы мәсьәләне хәл итеү юлын табырһығыҙ. Бәғзеләр матди ярҙам алыр. Ғөмүмән, аҙна барышында бер ҙә уйламағанда ҡулығыҙға аҡса инеүе ихтимал. Йомала һәйбәт хәбәр килер.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Күптәрҙең алдан күрә белеү һәләте көсәйер. Шуның арҡаһында шишәмбелә ниндәй­ҙер сетерекле хәлде урап үтерһегеҙ. Был көндәрҙә шау-шыулы урындарҙан ары йөрөгөҙ. Яңғыҙ булған саҡтарҙа күңелегеҙ тынысланыр, башығыҙға ҡайһы бер өмөтлө фекерҙәр ҙә килер.

Саян (24.10 – 22.11)
Осор бер аҙ көсөргәнешле һәм үтә мәшәҡәтле булыр. Өлкән йәштәге туғандарығыҙ йәки етәкселәр менән арағыҙ ваҡытлыса боҙолор. Һәр хәлдә, үҙ һүҙегеҙҙә ныҡ тороғоҙ. Шаршам­былағы ваҡиғалар хәлегеҙҙе яҡшыртырға ярҙам итер.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Был арала иң ҡатмарлы мәсьәләләр ҙә һеҙҙең өсөн артыҡ ҡыйынлыҡ тыуҙырмаҫ. Тура бәрелмәй, урау юлдар менән эш итһәгеҙ, һиҙелерлек уңыштарға мотлаҡ ирешерһегеҙ. Шаршамбыла бәғзеләрҙе мөһим һөйләшеү көтә. Артабанғы үҫеш өсөн үҙегеҙҙә етерлек көс-тәжрибә булғанын асыҡ тойорһоғоҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға