10.05.2018 Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет сере нимәлә?
Ул – республикалағы мосолмандар өсөн « Аиша» журналының баш мөхәррире, ҡатын- ҡыҙҙар өсөн тренингтарҙың авторы, мосолмандарҙың танышыу агентлығы етәксеһе. Гөлбикә Хәйрлваринаны мосолман йәмәғәтселегендә күптәр эшлекле ханым, ғаилә консультанты булараҡ белә. Уның менән ҡатын-ҡыҙҙың көсө, гүзәл заттың күңел матурлығы тураһында һөйләштек.
– Гөлбикә, һеҙҙе мосолман ҡатын- ҡыҙҙары, йәштәр өсөн ойошторолған сараларҙа йыш күрергә була. Дингә нисек килергә булдығыҙ? Атай-әсәйегеҙ ҙә дин юлындамы?
– Әсәйем яғынан да, атайым яғынан да олатайым менән өләсәйем – бик динле кешеләр. Хатта хажға ла барып ҡайтҡандар. Ҡарт олатайым Өфөләге Йәмиғ мәсетендә белем алған, шунда эшләгән. Мин бишенсе синыфта уҡығанда уҡ намаҙ уҡырға өйрәнгәйнем. 27 йәштә генә яулыҡ ябындым. Аллаға шөкөр, шунан алып намаҙҙамын.
– Аллаһы Тәғәләнең барлығына инаныу, уға ғибәҙәт ҡылыу, иман кешегә нимә бирә?
– Беҙ барыбыҙ ҙа – Хоҙай бәндәләре. Бөгөнгө көнөбөҙгә, барлығыбыҙға, Уның биргәндәренә шөкөр итергә, рәхмәтле булырға, белмәй ҙә, белеп тә ҡылған гонаһтарыбыҙ өсөн ғәфү үтенергә тейешбеҙ. Әҙәм балаһы ауырлыҡтар, һынауҙар килһә генә Алланы иҫенә төшөрә. Бер ҡасан да Уны хәтерҙән сығарырға тейеш түгелбеҙ. Доғаларыбыҙҙы уҡып, намаҙ ҡылып, уға һыйынырға кәрәк. Иманлы булыу, Аллаһы Тәғәләгә һыйыныу күңелгә тыныслыҡ, ышаныс бирә. Барыһы ла Хоҙайҙың ҡулында, уға инанырға, ғибәҙәт ҡылырға ғына кәрәк. Был донъяла барыһын да юғалтырға мөмкин, ә Аллаһы Тәғәләне – юҡ. Уға ышанған ҡатын-ҡыҙ үҙе менән дә, үҙен уратып алған донъя менән дә гармонияла йәшәй.
– Һеҙ – психолог. Нисек уйлайһығыҙ, гүзәл заттың тәбиғәттән һалынған энергияһы нимәнән ғибәрәт? Беҙҙе нимә көслө итә, йәшәтә?
– Ҡатын-ҡыҙҙың көсө – уның көсһөҙлөгөндә, тиерһегеҙ... Эйе. Әгәр ҙә һин көслө характерлы икәнһең, быны нисек күрһәтергә һуң? Һығылмалы холоҡло, кәрәк ваҡытта хәйләкәр ҙә булырға кәрәк. Күптәр бындай һәләттә булырға тырышһа ла, булдыра алмай. Көндәлек тормошта ҡатын-ҡыҙҙың ваҡыты ни тиклем генә тығыҙ булмаһын, намаҙ уҡығаны Аллаһы Тәғәләгә ғибәҙәт ҡылырға нисек тә ваҡытын таба. Сөнки беҙ Хоҙайға буйһонабыҙ. Буйһоноу – нимә бар, шуны мөхәббәт менән ҡабул итеү, бер нәмәгә лә өмөт итмәү. Гүзәл заттың үҙенә кемделер буйһондора, тыңлата алыуы – үҙенең дә кемгәлер буйһоноп йәшәүе һөҙөмтәһе ул.
Ҡатын-ҡыҙ ғаиләһендә, улар миңә барыһы ла бурыслы, улар тейеш, тип уйларға тейеш түгел. Ул һөйөклө иренә, балаларына буйһоноп, күндәм генә хеҙмәт итә. Уны был эш, ғаиләһе бәхетле итә, башҡалар хаҡында хәстәрлек күреүе менән ул үҙен бәхетле тоясаҡ. Бер ҡасан да хөрмәт, иғтибар көтмәгеҙ. Һуңынан улар һиңә барыһын да бирәсәк. Уларҙың мәнфәғәтендә ҡылған ғәмәлдәрегеҙ һеҙгә әйләнеп ҡайтасаҡ, һеҙҙе көслө итәсәк, ҡатын-ҡыҙ булараҡ асасаҡ. Кемгәлер кәрәклегеңде тойоу ҙа үҙе бәхет бит.
– Үҙ парҙарын эҙләүселәр өсөн никах агентлығы ла ойошторғанһығыҙ. Һеҙгә йышыраҡ кемдәр мөрәжәғәт итә?
– Йәштәр ҙә, 40 йәштән алып 60 йәшлек ололар ҙа бар. Тәүҙәрәк уларҙан анкета тултыртып, психолог булараҡ, ниндәйерәк кеше, ниндәйерәк сифаттарға эйә кешене эҙләүе тураһында әңгәмәләшеү ҙә ойоштора инем. Һуңынан был эш ялҡытты. Хәҙер, ошо кандидатура һеҙ эҙләгән кешегә тура килә, осрашып ҡарағыҙ, тип телефондарын ғына бирәм. Әлбиттә, 40 йәштән уҙғандарҙы табыштырыуы ауыр. Улар буласаҡ тормош иптәштәренә юғары талаптар ҡуя. Етди уй-ниәт менән ғаилә ҡорорға теләгәндәр менән генә эшләйем. Идеаль кеше булмай ул. Атай менән әсәй араһындағы мөнәсәбәтте, атайға хөрмәтте күрмәгән, белмәгән ҡыҙҙар ирҙәрҙе күрмәй, шуға ла уңышлы кейәүгә сыға ла алмай, һайланалар. Мин таныштырған 90-лап кеше никахлашты инде. Уларҙы табыштырам, тип маҡтана алмайым, уларҙың осрашыуына тик сәбәпсе генәмен.
– Ҡатын-ҡыҙҙан, ир-егеттәр менән мөнәсәбәт ҡора алмайым, мине сихырлағандарҙыр, моғайын, тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә.
– Үҙегеҙгә генә тәғәйен парығыҙ эргәгеҙҙә генә йөрөй. Күктән ергә төшөгөҙ, ҡыҙҙар. Юҡҡа ғына беҙ ете быуын ата- бабаларыбыҙ өсөн доға ҡылмайбыҙ. Кеше үҙе мәрхүм булһа ла, уның ғәмәл дәфтәре ябылмай. Кем белә, улар ҡасандыр кемдәрҙелер рәнйетһә, бәлки, гонаһтарының әжерен беҙ кисерәбеҙҙер. Уларҙың ҡайҙа, нисек хаталанғанын беҙ белмәйбеҙ. Тормошоғоҙға күҙ һалығыҙ әле, кемдәрҙең мөхәббәтен кире ҡағып рәнйеттегеҙ? Кемде өмөтләндереп йөрөтөп, алданығыҙ? Үпкә, рәнйеш, күҙ йәштәре эҙһеҙ үтмәй бит. Һәр саҡ доғала булайыҡ, Хоҙай ихлас теләктәрҙе ишетә ул.
– Ҡыҙҙарға үҙҙәренә лайыҡлы ирҙе нисек табырға һуң?
– Ҡыҙҙар, мин сибәрмен, юғары белемлемен, бар яҡлап та булдыҡлымын, тип бөгөн үҙҙәрен алиһәгә тиңләй. Егеттәргә бит ундайҙар кәрәкмәй. Улар, киреһенсә, көсһөҙ, нәзәкәтле, үҙҙәрен уның янында ир итеп тойған ҡыҙҙарҙы эҙләй.
Йәшегеҙ бара, ә һеҙ һаман да кейәүгә сыға алмайһығыҙ икән, психологтар атайға булған үпкәләрегеҙҙе оноторға кәңәш итә. Аңлағыҙ, ул күңелендә нимә булған, һеҙгә барыһын да биргән, булмағанын бирә алмаған. Ҡыҙҙарҙың йөрәгендә атай кеше лайыҡлы урын алмаған икән, ул атай менән булған мөнәсәбәткә өмөт итеп, бер ҡасан да үҙенең партнерын күрә алмай. Ир менән ҡатын атай менән ҡыҙ түгел, ул – партнерлыҡ бәйләнеше.
– Һеҙ үҙегеҙҙең тренингтарығыҙҙа, ҡатын-ҡыҙ – ул энергия, көс сығанағы, ир-егетте ҡанатландырыусы зат, тигән фекерҙе еткерәһегеҙ. Үҙен ысын ҡатын-ҡыҙ итеп тоймаған, ҡәҙер-хөрмәт күрмәгән, иренең эсеүенән, ауыр холҡонан арыған, ирле булып та, донъя йөгөн бер үҙе генә тартҡан ҡатын-ҡыҙ бының менән һис кенә лә килешмәҫ ине…
– Ирҙәргә үҙенә буйһонған, уның менән һәр саҡ килешкән, тыңлап ҡына торған нәзәкәтле, яғымлы ҡатындар кәрәк. Беҙҙең көс – нисек кенә, ниндәй генә булмаһын, көслө зат менән килешеп йәшәүҙә. Ҡатын-ҡыҙ тәрән аҡылға эйә булырға тейеш. Әсәһе атаһын хөрмәтләп, ҡәҙер итеп йәшәй икән, был ғаилә моделен ҡыҙ кеше кейәүгә барғас та ҡабатлай.
Әгәр ҙә ирең хәмер ҡоло икән, тимәк, һин үҙең кимәлеңдәге кешене тормош иптәше итеп һайлағанһың. Шуға ла уның менән бергә үҫергә кәрәк. Һәр хәлдә, ташлап китергә түгел. Иғтибар итегеҙ, әсәһен хөрмәт итмәгән, уның менән мөнәсәбәт ҡора алмаған ирҙәр эскелеккә бирелә. Икенсегә, өсөнсөгә кейәүгә сыҡһағыҙ ҙа, ирегеҙ йүнле булмаясаҡ.
– Гөлбикә, «профессиональ ҡатын» тигән терминды йыш ҡулланаһығыҙ. Аңлатма бирһәгеҙсе…
– Профессиональ ҡатын – күндәм, иренең холҡоноң кире яҡтарын тәнҡитләмәгән, сабыр, аҡыллы, һығылмалы характерлы ҡатын. Ул үҙенең теләгәненә ирешеүҙе, ваҡытты ашыҡтырмай, көтә белә. Ирен аҡылы менән еңә, күркәм холҡо менән үҙ яғына ауҙара. Ул яһил, хәйләкәр түгел. Ирҙәр менән бер ҡасан да көрәш алып барырға кәрәкмәй. Уларҙы тыңлау, яғымлылыҡ, наҙ, йылы һүҙ, тәмле аш менән еңеп була. Бер аҙ үҙеңде йәлләтеп, күҙ йәштәренә лә ирек бирергә мөмкин.
Ирҙәргә ниндәйҙер ҡарар ҡабул итергә өйрәтергә ярамай. Мәҫәлән, һеҙгә берәй урынға сөй ҡағырға кәрәк, ти. «Ҡәҙерлем, бына сүкеш, сөй, ошонда шуны ҡағып ҡына бир инде», – тип әйтеп, күрһәтеп бирмәҫкә, икенсе стратегияны уйларға, үҙеңдең көсһөҙлөгөңдө, ҡулыңдан килмәгәнде белдереп: «Миңә шуны эшләп бирһәң, яҡшы булыр ине», – тип үтенесегеҙҙе генә белдереү шарт. Өйрәтеп, күрһәтеп, ирҙе был процесты уйлап эшләү мөмкинлегенән азат итәһегеҙ. Ирҙәрҙең үҙаллылығын, ирлеген хөрмәт итегеҙ, ир булараҡ һанлағыҙ, ул һеҙҙең өйрәтеүегеҙгә мохтаж түгел. Ир – ғаиләлә баш. Уның ҡулынан алып бер нәмә лә эшләргә ярамай. Ирем эшләмәй, барыһын да үҙем эшләйем, тигәнсе, был эшкә ғаилә башлығының тотонғанын сабыр ғына көтөгөҙ. Ғаилә эсендә икенсел роль биреп, ялҡаулыҡҡа уны ҡатын-ҡыҙ үҙе өйрәтә. Һуңынан, эшләмәй, карьераһы юҡ, тип аптырайбыҙ. Үҙенең өйөндә ҡатынына таяныс була алмаған ир нисек уңышлы булһын инде?! Ирҙәрҙең төп ролде үтәүен, ғаиләне тәьмин итеүҙә табыусы, туйындырыусы булыуын оноторға ярамай, быны мотлаҡ башҡарырға, үтәргә кәрәк.
– Ҡатын-ҡыҙға нәзәкәтлелеген, матурлығын нисек һаҡларға?
– Иң мөһиме – уйҙарың, күңелең таҙа булһын. Үҙең тураһында матур уйла, башҡаларҙан көнләшмә, үсләшмә. Энергияғыҙҙы ҡара уйҙар уйлап бөтөрмәгеҙ, изге эштәргә йүнәлтегеҙ. Шунда ғына йөҙөгөҙҙән нур бөркөлөп торор. Хоҙайҙан бәрәкәт һорағыҙ.
– Башҡортостанда дини баҫмалар күп түгел. Мосолман ғаиләләре өсөн һеҙ сығарған «Аиша» журналы уҡыусылар араһында бик популяр…
– Мосолмандар өсөн Рәсәй кимәлендә ғаилә журналдары юҡ. Исламда ғаилә ҡиммәттәре, тормош фәлсәфәһе, ир-аттың һәм ҡатын-ҡыҙҙың тәғәйенләнешен аңлатҡан баҫмабыҙ бик танылған. Уны үҙ эшенең оҫтаһы булған, ысын мәғәнәһендә бәхетле кешеләр нәшер итә. Уҡыусыларға нисек бәхетле булыу тураһында ғына һөйләмәйбеҙ, өлгөлө ғаиләләр миҫалында ла күрһәтергә ынтылабыҙ, ир менән ҡатын араһында мөнәсәбәттәр ҡорорға, тәүфиҡлы балалар тәрбиәләргә, ғаиләне һаҡлап ҡалырға өйрәтәбеҙ. Тормошта һәр кешегә кәрәкле кәңәштәрҙе бирәбеҙ. Унда үҙемдең дә психология буйынса мәҡәләләрем күп баҫыла. Үҙебеҙҙең проекттарыбыҙ, үткәргән саралар менән журнал уҡыусыларҙы таныштырып барырға тырышабыҙ.
– Хәҙер психология буйынса тренингтар алып барыусылар күбәйеп китте. Кешеләр уларға теләп йөрөй. Араларында секталарға йәлеп иткәндәре лә бар. Һеҙ үҙегеҙ ҙә тренингтар, вебинарҙар алып бараһығыҙ. Үҙеңде үҫтереү, характерыңды ыңғай яҡҡа үҙгәртеү өсөн ошондай лекцияларға йөрөү кәрәкме икән?
– Мин үҙем ислам дине күҙлегенән ғаилә, бәхетле булыу гармонияһы, ҡатын-ҡыҙҙың көсө тураһында төрлө тренингтар үткәрәм. Бәхетле ҡатын-ҡыҙ булырға өйрәткән психологтар Хәлиҙә Гурова, Гүзәл Мағизоваларҙың лекцияларын тыңларға яратам, уларҙы хөрмәт итәм. Олег Торсунов бик оҡшай. Бар тренингҡа ла йөрөргә кәрәкмәй. Улар араһында ла кешене юлдан яҙҙырған, кешеләр менән идара иткән, ҡара магияға өйрәткән психологтар бар.
– Бөгөн күңелеңдә буран уйнай икән, нисек үҙеңде бәхетле итеп тойорға һуң?
– Был тормошта кеше һәр саҡ ниәт итеп йәшәй. Уға ирешеү өсөн барыһын да эшләй. Тик ошо ниәт ҡылыу дөрөҫ юлдан барһын, емергес көскә эйә булмаһын, алдаҡҡа, рәнйешкә ҡоролмаһын. Бар теләгәндәрегеҙ ҙә ҡабул булыр. Бөгөнгөгөҙ менән бәхетле булығыҙ, ошо ниғмәттәрҙән айырмауын Хоҙайҙан һорағыҙ, тормошоғоҙға тағы ла бәрәкәт килер.
Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА әңгәмәләште