«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Билеңдә балтаң булһын…



21.04.2018 Билеңдә балтаң булһын…

Билеңдә балтаң булһын…
йәки Ни өсөн үҙебеҙҙә беҙҙе мыҫҡыл итәләр?

Рәсәйҙең ҡайһы бер “белгестәре” ваҡыты-ваҡыты менән беҙҙең шәхестәребеҙгә яла яғып тора. Айырыуса милли батырыбыҙ Салауат Юлаев менән донъяға билдәле ғалим, Рәсәй федерализмының башында тороусы Әхмәтзәки Вәлидигә “эләгә”. Милләтебеҙгә лә, телебеҙгә лә ҡаршы нимәлер әйтеп ҡалырға тырышыусылар ҙа күбәйҙе. Шуныһы һағайта: беҙҙе үҙебеҙҙә мыҫҡыллайҙар. Ә беҙ нимә эшләйбеҙ?!


Әле бына бөтә виртуаль донъяла “ултырыусы” башҡорттар гөж килә. Бер кәмитсе Салауат Юлаевтың исемен бысратҡан, беҙҙең телебеҙҙән көлгән. Ҡайҙа? Башҡор­тостандың баш ҡалаһы Өфөлә. Руслан Белый (“ижады”на реклама түгел, әҙәм аҡтыҡтарының исем-атын белергә тейешбеҙ) тигән комик йораты сәхнәгә сығып, тамашасылар алдында үҙенең белемен күрһәткән, йәнәһе. Ҙур зал йыймаған ул, тик быныһы мөһим түгел, мәсьәлә уның башҡорттарҙан көлөргә йөрьәт итеүендә. Нимәһе аптырата: әйтеүҙәренсә, тыңлаусылар араһында беҙҙең башҡорт егет һәм ҡыҙҙары булған. Ҡаршы бер һүҙ түгел, өн дә сығармағандар. Нимә был: битарафлыҡмы, ҡурҡыу­мы, наҙанлыҡмы, рухһыҙлыҡмы?
ТНТ каналының программаһы (телевидениеға яҙҙырыу былтыр октябрҙә үк булған!) нигеҙендә яһал­ған сығыш, әлбиттә, эҙһеҙ үтмәне. Уны шундуҡ башҡалар ишетте, социаль селтәрҙәргә таратты. Тиҙ арала кәмитсегә ҡаршы үҙ фекерҙәрен Эльбрус Ниғмәтуллин, Ринат Рамаҙанов, Радик Юлъяҡшин, Артур Кәбиров, Гүзәл Сит­диҡова кеүек замандаштарыбыҙ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, “Башҡорт” йәмәғәт ойошмаһы һәм башҡа бик күптәр белдерҙе. Белыйҙан кисекмәҫтән ғәм халыҡ алдында (публично) ғәфү үтенеүен талап иттеләр. “Бәйләнештә” селтәрендә #Салаватнебандит хештегы менән кампания башланды. Хатта бер төркөм егеттәр осрашыуға Мәскәүгә юлланырға булды.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ашығыс кәңәшмә йыйып, ТНТ телеканалына һәм Башҡортостан прокурорына ТНТ вәкиле, шоумен Руслан Белый­ҙың башҡорт батыры Салауат Юлаевты һәм башҡорт телен кәмһетеп сығыш яһауына бәйле мөрәжәғәт әҙерләне. Талап шул ине: кәмитсе ғәфү үтенергә тейеш, юҡһа, әлеге сығыш буйынса енәйәт фактын тикшереүҙе һорап, РФ Генераль прокурорына ғариза ебәреләсәк. Бынан тыш, телеканал етәкселегенән Белыйҙың сығышын юйыу һәм башҡа бындай күренештәргә юл ҡуймау һоралды.
Тағы шуныһы: үҙебеҙҙең арала ла, был бит шоу, комиктың шаяртыуы тип ҡабул итәйек, тигән туҙға яҙмаған һүҙҙәр һөйләүселәр та­былды. Ул китте, онотолдо, тиеүселәр ҙә осраны. Эйе, беҙ күп тапҡыр оноттоҡ. Йыуашландыҡ. Моңһоҙ­ландыҡ. Рухһыҙландыҡ. Шуға ба­рып еттек: беҙҙән тупаҫ көлһәләр, ҡушылып көлә башланыҡ. Һәр килгән-киткән шундай мөнәсәбәт күрһәтһә, беҙ һаман да өндәшмәһәк, тарихи ҡаһарманлығыбыҙ беҙҙең быуында тамамланырмы икән ни улайһа? Юҡ, атай-бабайҙар­ға торошло ысын ир-егеттәр бар һәм Руслан Белый кеүектәргә генә яуап бирә алырбыҙ, моғайын.
Ирекһеҙҙән халҡыбыҙҙың үткер телле бер әйтеме иҫкә төштө: “...дуҫың булғанда, билеңдә балтаң булһын”.
Был ваҡиғаның нисек тамамланыуы тураһында хәбәр итербеҙ.

А. ЗИННУРОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға