03.05.2018 Ремонт эшләүселәргә кәңәштәр
- Кухняла мөмкин тиклем күберәк розетка ҡуйырға тырышығыҙ. Улар техника торасаҡ һәр ерҙә булырға тейеш. Тройник ҡулланмаҫ өсөн, ике яҡлы розетка һатып алығыҙ.
- Иҫке канализация торбаларын пластик торбаларға алмаштырғанда уларҙы нимә менәндер тышларға онотмағыҙ. Сөнки өҫтәге күршеләрегеҙ унитаз менән файҙаланғанда тауыш ныҡ ишетелеп торасаҡ.
- Ҡараңғы төҫтәге иҙән, паркет матур, әлбиттә, әммә ҡояшлы көндә ундағы саң асыҡ күренәсәк.
- Капиталь ремонт эшләгәндә материалдарҙы экономияламағыҙ. Обой, буяу, клей ҙа яҡшы сифатлы булһын.
- Көҙгө туҙан йыймаһын тиһәгеҙ, крахмал иретмәһендә сыланған сепрәк менән һөртөгөҙ ҙә, таҙа ҡағыҙ менән ялтыратҡансы ышҡығыҙ.
- Скотчтан ҡалған таптарҙы бөтөрөргә теләһәгеҙ, был урынды тәүҙә фен менән йылытығыҙ һәм үҫемлек майы йәки уайт-спирит менән һөртөп алығыҙ.