25.04.2018 Башҡорт википедияһы йәштәрҙе көтә!
Бөгөнгө ҡунағыбыҙ – “Киске Өфө” гәзитенең “ҡала тормошо” бүлеге мөдире, Википедияның иң әүҙем ирекмәндәренең береһе Зәйтүнә Наримйән ҡыҙы Ниғәмәтйәнова.
– Бөгөн Википедия тураһында күп ишетергә тура килә. Был бик кәрәк проектмы? Уның актуаллеге нимәлә? Ғөмүмән, унда мәҡәләләр яҙыу, тәржемә итеүҙең мәғәнәһе бармы?
– Википедия – ике һүҙҙән ҡушып яһалған вики – етеҙ һәм энциклопедия. Йәғни етеҙ, тиҙ энциклопедия. Бөгөн Башҡорт Википедияһында төрлө темаға ҡағылышлы 41 мең самаһы мәҡәлә булһа, Рус Википедияһында был һан миллион ярымға етеп бара. Тимәк, ни тиклем күберәк тел беләһегеҙ, шул тиклем күберәк мәғлүмәткә эйә булаһығыҙ. Баҫма энциклопедия күпмелер ваҡыттан һуң ғына ҡабаттан баҫыла, ә Википедия көн һайын яңыртылып тора. Ә инде инглиз телендәге 5 миллион мәҡәлә Башҡорт Википедияһында булһа һәм, шуға өҫтәп, халҡыбыҙға ҡағылышлы бөтә мәғлүмәт индерелһә, был энциклопедияның баһаһы бөткөһөҙ!
– Тәржемә эшләүе ҡыйынмы?
– Шәхсән үҙем шундай ҡағиҙәгә таянам: һәр бала тыуғанда уҡ гений булып тыуа, әммә ғаиләлә, балалар баҡсаһында, мәктәптә, вузда уларҙан тырышып-тырышып роботтар әүәләнә – тыуғанда уҡ төпкө аңында һаҡланған бөтөн мәғлүмәт ҡалыптар эсендә йәшәгән өлкәндәр тарафынан юйҙырыла йәки үҙҙәре белгән ҡалыптарға индерелә, йәғни нимә эшләй алыуға, нимәгә хәленән килмәүгә һ.б. программалана. Ошоларҙан сығып ҡарағанда, әгәр тәржемәгә, уға ғына түгел, хатта теләһә ниндәй эшкә тотонор алдынан, ой, ҡыйын, мин уны эшләй алмайым, уны эшләргә ваҡытым юҡ, минән булмай, хаталы булһа, көлөрҙәр һ.б. шундай сикләүҙәр ҡуйғанда, әлбиттә, уны башҡарып сығыу ауыр буласаҡ. Cөнки алдан уҡ шундай программаға көйләнәһегеҙ. Ә инде, мин эшләй алмаған эш юҡ, беренсе тапҡыр тотоноуым яҡшы – яңы шөғөлөм, белемем арта һ.б. шундай ыңғай ҡараш менән, башҡарасаҡ эшеңә алдан уҡ яратып тотонғанда уның бер ауырлығы ла юҡ, киреһенсә, һәр бер тәржемә (йәки башҡа эш) – ҡәнәғәтлек тойғоһо алып килә. Википедияла иһә тәржемәне өс төрлө вариантта эшләргә мөмкин: вордта, йәғни тексты файлға күсереп алып, тәржемә эшләп, һуңынан мәҡәлә итеп яҙҙырып ҡуйырға һәм техник яҡтан төҙәтергә. Икенсеһе – вики-тексты үҙгәртеү аша рус вариантын күсереп алып, шул уҡ юл аша Башҡорт Википедияһына ҡуйып, өсөнсөһө – машина тәржемәсеһе менән. Машина тәржемәсеһе хәҙер ярайһы башҡортса “һөйләшә”, бында, әлбиттә, рус текстарын башҡортсаға тәржемә итеүсе апайҙарҙың, ағайҙарҙың өлөшө бик ҙур.
– Йәштәрҙе Википедияға йәлеп итеү өсөн ниндәй эштәр башҡарыла? Улар мәҡәләләр яҙыуҙа әүҙемлек күрһәтәме?
– Әлеге ваҡытта Башҡорт Википедияһының нигеҙен вики-өләсәйҙәр тәшкил итә. Ни өсөн вики-өләсәйҙәр, сөнки уларҙың күпселеген хаҡлы ялдағы уҡытыусылар, башҡа тармаҡ хеҙмәткәрҙәре алып тора. Вики-өләсәйҙәр төркөмө бөгөн Башҡортостанда, Рәсәйҙә генә түгел, хатта донъя кимәлендә уникаль күренеш. Беренсенән, әгәр бөтә донъяла википедистар сафының 70 – 80 процентын ир-ат тәшкил итһә, беҙҙекен – ҡатын-ҡыҙ. Икенсенән, әгәр башҡа википедияларҙа ирекмәндәр йәштәр һәм урта йәштәгеләр булһа, Башҡортостанда – хаҡлы ялдағы ҡатын-ҡыҙ. Ләкин донъяла күсәгилешлек принцибы һәр ваҡыт һаҡланырға тейеш, шунһыҙ алға барыу мөмкин түгел. Бөгөн Башҡорт Википедияһында иң йәш ҡатнашыусыға 11 йәш, бер ирекмәнебеҙ Өфө дәүләт нефть техник университетының 1-се курсында уҡып йөрөй. Ҡыҙыҡһыныу белдереүсе йәштәр бар, әммә улар теркәлеүҙән ары китмәй һәм ныҡлап ҡыҙыҡһынып эшләп китә алмай. Бәлки, бында йәштәр менән эшләү өсөн икенсе алымдарҙы ҡулланыу кәрәктер. Шулай уҡ быйыл БДПУ-ның ситтән тороп уҡыу бүлеге студенттары менән осрашып, нисек теркәлеү, эш башлау нигеҙҙәрен өйрәтеп, онлайн дәрестәр биреп ҡараныҡ – һөҙөмтә юҡ. Әлбиттә, студенттарҙы ла аңларға мөмкин, йәш ваҡытта төрлө сараға йөрөп ҡалғы ла килә, ваҡыт етмәй. Шулай уҡ Википедияның проекттары бик күп. Фотоға төшөрөү менән мауығыусылар фотоларын Викимилеккә һала ала, Викидәреслеккә яҙышырға мөмкин, Викиһүҙлек проектында башҡорт-рус, башҡорт-инглиз, башҡорт-ҡытай һ.б. һүҙлектәр эшләргә була. Был йүнәлештәр әлегә бик яй үҫешә, сөнки ирекмәндәр юҡ. Буласаҡ журналистар өсөн Викияңылыҡтар проекты бар. Улар үҙҙәрен шунда һынап ҡарай ала. Викияңылыҡтарҙа ла төрлө телдә яҙырға мөмкин.
Мөмкинлектән файҙаланып, йәштәрҙең үҙҙәренә мөрәжәғәт иткем килә: Башҡорт Википедияһы тураһында хәбәрҙарһығыҙмы әллә етерлек мәғлүмәт юҡмы? Йәштәр үҙҙәре ошо һорауҙарға яуап бирмәй тороп, беҙ уларҙы нисек итеп йәлеп итеү юлдарын таба алмаясаҡбыҙ, сөнки бында волонтерҙар кәрәк, ә йәштәрҙең ҡыҙыҡһыныу өлкәһе бөтөнләй икенсе булыуы мөмкин. Шуға алтын урталыҡты бергәләп эҙләргә тәҡдим итер инем. Әйткәндәй, 2018 йылды Рәсәй Президенты Владимир Путин Ирекмәнлек (Волонтерлыҡ) йылы тип иғлан итте. Википедия ла шул уҡ ирекмәнлек ул, тимәк, уның менән хеҙмәттәшлек итеп тә волонтерлыҡ хәрәкәтенә ҡушылырға була.
– Википедияның сит илдәрҙә, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә төрлө фестиваль үткәреп тороуы мәғлүм. Уларҙа йәштәрҙән ҡатнашыусылар бармы?
– Иң әүҙем ирекмәндәрҙе төрлөсә хуплап, уларҙы башҡа төбәктәргә, сит илдәргә алып сығырға, башҡа википедистар менән таныштырырға, хеҙмәттәшлекте үҫтерергә тырышабыҙ. Быйыл ғына Башҡорт википедияһы ирекмәндәре Берлинда, Канадала, Варшавала донъя кимәлендәге сараларҙа, Рәсәйҙә Дербент, Йошкар-Ола вики-семинарҙарында, Мәскәү Вики-конференцияһында ҡатнашты. Шулай уҡ 3 декабрҙә Өфөлә БашВикиКон үткәрҙек. Былтыр Ижевскиҙа үткән вики-семинарҙа БДУ-ның география факультеты студенты Зөләйха Батырова ҡатнашҡайны. Бындай сараларҙың әһәмиәте шунда – башҡаларҙың эш тәжрибәһен күреп, аралашып, өйрәнеп ҡайтаһың, яңы танышлыҡтар булдыраһың, киләсәктә нимәләр эшләргә тейешлеккә курс алаһың. Мәҫәлән, бөгөн Әрмән википедияһы мәктәп уҡыусылары, йәштәр менән эшләү буйынса ҙур тәжрибәгә эйә. Уларҙа мәктәп уҡыусылары үҙҙәре вики-клубтар ойоштора, мәҡәләләрҙе үҙҙәре тәржемә итә. Шулай уҡ студенттар ҙа бик әүҙем. Йәйгеһен уҡыусылар, студенттар өсөн вики-лагерҙар ойошторола. Уларҙа ирекмәндәр бер аҙна лагерь тормошо менән йәшәй, көнөнә бер нисә сәғәт Википедияға яҙыша. Әгәр Башҡортостанда актив уҡыусылар йәки студенттар булғанда, быйыл йәйгеһен улар 4 – 5 кешене ҡабул итергә теләктәрен дә белдергәйне (бағыусыларҙы БашВики табыу шарты менән), заявкалар ноябрь һуңына тиклем ҡабул ителде, әммә шуға тиклем теләүселәр табылманы. Бәлки, был хеҙмәттәшлек киләһе йылда тергеҙелер. Әрмәнстан, Грузия, Украина, Беларусь йәштәре, Википедияның телде, тарихты, мәҙәниәтте, әҙәбиәтте һаҡлап ҡалыуҙағы әһәмиәтен күреп һәм баһалап, бөгөн ҙур әүҙемлек күрһәтә. Башҡорт йәштәре әлегә был хәрәкәттән ситтәрәк тора.
– Википедия ирекмәне булыу өсөн нимә эшләргә кәрәк?
– Википедия ирекмәне булыу өсөн иң беренсе теләк кәрәк. Бөгөн күптәрҙе тормоштоң матди яғы ҡыҙыҡһындыра һәм борсой, амбициялы йәштәр аҡсалы эш йәки үҙенең бизнесы хаҡында хыялланалыр, бәлки. Әммә ниндәй генә уңышлы кешенең уңыш тарихын алып ҡарама, һәммәһенең уртаҡ сифаты бар: улар башҡарған эшен ярата, һәр ваҡыт мөмкин булғандан күберәк һәм бушҡа эшләй. Әммә ошо тәүге осорҙағы бушҡа эшләү күпмелер осорҙан һуң үҙенең файҙаһын килтерә: беренсенән, кеше тәртипкә өйрәнә; икенсенән, бөтөн нәмәнең дә аҡса менән баһаланмағанлығына төшөнә – күңел тыныслығы һәм үҙ эшеңдән ысын ҡәнәғәтлек тойғоһон бер ниндәй аҡсаға ла һатып алып булмай; өсөнсөнән, тәжрибә туплай; дүртенсенән, бәхетле һәм шат булыу матди сығанаҡтарға, икенсе кешегә түгел, ә бары үҙеңдең эске халәтеңә бәйле икәнлеген аңлай. Шулай уҡ уңышлы кешеләрҙең икенсе принцибы: 21 көн бер үк эште башҡарһаң, уға күнегәһең, 40 көндән һуң – ул ҡағиҙәгә әйләнә, 90 көндән инде тормош рәүеше булып китә. Бары тик ниндәй өлкәлә генә булмаһын, башлап ҡарап, минән булмай, тип ташлап ҡуйырға ярамай – маҡсатҡа өлгәшер өсөн көн һайын бер үк нәмәне билдәле ваҡытта ҡабатларға ғына кәрәк. Маҡсатлы һәм уңышлы булығыҙ!
– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Зәйтүнә Наримйән ҡыҙы! Был интервьюны уҡығандан һуң, Башҡорт Википедияһына ҡушылырға теләүселәр артыр тигән өмөттәбеҙ.
Гөлиә Дауытова әңгәмәләште,
БДУ-ның II курс студенты.