16.04.2018 Йондоҙнамә (16-20 апрель)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Эш урынығыҙҙа абруйығыҙ мотлаҡ артыр. Һеҙгә мөрәжәғәт итеүсе кешеләр ҙә күбәйер, бәлки. Шаршамбыла үҙегеҙҙәге өлкәнерәк һәм вазифалыраҡ кешеләр менән дәғүәгә инмәгеҙ. Иғтибарығыҙҙы элек тамамланмай ҡалған эштәрегеҙгә йүнәлтегеҙ.
һыуғояр (21.01 – 19.02)
Аҙна барышында төрлө өлкәлә белемегеҙҙе арттыра алырһығыҙ һымаҡ. Кеше алдында уңғанлығығыҙҙы күрһәтергә лә сәбәптәр табылыр, моғайын. Кесе йомала яҡшы таныштарығыҙҙан ниндәйҙер ярҙам алырһығыҙ. Был арала буйҙаҡтарҙы өмөтлө танышыу көтә.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Өй-йорт мәшәҡәттәре тәүге урынға сығыр. Нимәлер эҙләргә лә тура килер, ҡунаҡтар ҙа ҡабул итерһегеҙ. Һатып алған әйберҙәрегеҙ мотлаҡ бәрәкәтле булыр. Төп эшегеҙҙә яуаплы осор башланыр, баш күтәрергә лә ваҡытығыҙ ҡалмаҫ.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Аҙна барышында яҡындарығыҙ йыш ҡына мәшәҡәт өҫтәп торор. Йондоҙҙар быға тыныс ҡарарға һәм түҙемлерәк булырға ҡуша. Эш урынында ла бәғзеләр менән араларҙы ялғарға тура килер, бәлки. Кесе йоманы бик уңышлы үткәрерһегеҙ.
Буға (21.04 – 21.05)
Кеше йомоштарын йөкмәтергә теләүселәр табылып торор. Бынан баш тартығыҙ, үҙегеҙҙең дә хәл ителмәгән мәсьәләләрегеҙ бихисап. Төп эшегеҙҙә һеҙҙе һәр саҡ тыңларҙар, хатта әйткәнегеҙҙе еткереп торорҙар. Һаулығығыҙ һәйбәт буласаҡ, элекке сирҙәрегеҙ ҙә онотолор.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Мәл аралашыу өсөн уңайлы. Кәрәкле кешеләр менән арағыҙҙы нығытыу, фекерҙәр менән уртаҡлашыу ҙа файҙалы булыр. Яңы өмөтлө танышлыҡтар ҙа ихтимал. Кесе йомала ыңғай хәбәрҙәр килер. Ғөмүмән, алдығыҙҙағы офоҡтар бер аҙ яҡтырып китер.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Элекке борсолоуҙар яйлап онотолор. Күңелегеҙ тынысланыр. Шишәмбелә бер ҙә көтөлмәгән бүләк йәки аҡса алыуығыҙ мөмкин. Күптәрҙең ҡаршы енес халҡына ҡарата ҡыҙыҡһыныуы артыр. Ғөмүмән, тормошоғоҙҙо йәнләндереү, яңыртыу ынтылышы күҙәтелер.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Аҙна ҡәҙимгесә үтер. Эштәрегеҙҙең барышы әлегә ҡәнәғәтләнерлек һымаҡ. Өйөгөҙҙә лә тыныс булыр. Яҡындарығыҙ менән арағыҙ һәйбәтләнер, элекке ваҡ үпкәләр ҙә онотолор. Кесе йомала ҡатын кешенән ниндәйҙер ярҙам алыуығыҙ, аҡыллы кәңәш ишетеүегеҙ ихтимал.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Тырышлығығыҙ мотлаҡ уңыш килтерер. Үҙ аллы эш итеү файҙалыраҡ булыр. Өҫтәмә бурыс йөкмәтеүҙәре бар, быға әҙер булығыҙ. Шаршамбы бик өмөтлө килер. Был көндө мөһим һөйләшеү булыр.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Мәл файҙалы мөнәсәбәттәр булдырыу өсөн уңайлы. Алдан уйлап эш итеүегеҙ, тейешле сыҙамлылыҡ күрһәтеүегеҙ дөрөҫ булыр. Кем менәндер арағыҙҙы нығытырһығыҙ, бәғзеләр менән араны ваҡытлыса боҙоуығыҙ ҙа мөмкин – быға тыныс ҡарағыҙ. Иң һәйбәт көндәрегеҙ – кесе йома һәм шәмбе.
Саян (24.10 – 22.11)
Шәхси тормошоғоҙҙа ҡытыршылыҡтар килеп сығыр. Яратҡан кешегеҙҙән ниндәйҙер дәғүә ишетерһегеҙ һымаҡ. Арағыҙға башҡаларҙы ҡыҫылдырмаҫҡа тырышығыҙ. Төптәнерәк уйлағанда, һеҙҙе тәнҡитләр өсөн сәбәптәр ҙә барҙыр, моғайын. Аҙна аҙағында ҡулығыҙға аҡса төшөр.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Яңы белем алыу, өҫтәмә тәжрибәгә эйә булыу теләге тыуыр. Бәғзеләр был арала кәңәш бирерлек кешене эҙләр, моғайын. Аҙна барышында ниндәйҙер элек башҡарған эшегеҙ ыңғай баһаланыр. Шаршамбыла ишеткән хәбәргә ышанырға ашыҡмағыҙ.