«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Һынауҙарҙан ҡайырылмаһын яҙмыштар



14.04.2018 Һынауҙарҙан ҡайырылмаһын яҙмыштар

Һынауҙарҙан  ҡайырылмаһын  яҙмыштар
Бер кем дә көтмәгәнен белһә лә, йүгереп ҡайтты Илнара өйөнә. Яҙҙың тәүге айы башланып ҡына тора, ә яғырға утын да бөткән. Портфелен иҙәнгә ташланы ла, тышҡа сығып та китте. Ирей ҙә башламаған ҡар аҫтынан бирсәткәле ҡулы менән самалап, яғырлыҡ ҡалдыҡ-боҫтоҡ эҙләй башланы. Йоҡа ҡына бирсәткәһенең һыуланыуына иғтибар ит­мәҫкә тырышып, һәрмәнә торғас тапты тәки бер-ике түмәр башын! Улары елле генә булыуҙарына ҡарамаҫтан, көсө етте: ҡар аҫтынан сығарып, ах та ух килеп, бер урынға тәгәрәтте. Иҫке утын һарайынан балта сығарҙы. Атаһының балта үткерлеген тикшергәнен хәтеренә төшөрөп, уға оҡшарға тырышып, тура баҫып, һул ҡулына ҡорамалын алып, уң ҡулының баш бармағы менән йөҙөн һыйпап ҡараны...Үтмәҫләнеп тә бөткән икән... Эсендә олоған бүреләрен ты­йыпмы, әллә атаһын юҡһыныу тойғоларын йүгәнләүҙәнме, Илнара бар көсөнә түмәргә балтаһын төшөрмәһенме! Бәләкәс кенә ҡыҙҙан бындай уҡ көстө көтмәгән түмәр шаҡ ҡатты шикелле, аптырап, “дыңҡ” итеп уртаға ярылды ла ҡуйҙы... Илнара ике түмәрҙе тураҡлап бөткәнсе шыбыр тиргә батты. Өҫтөндәге еңел курткаһын сисергә тип төймәләренә тейҙе лә, һипһенде. Өләсәһенең атаһына: “Ҡапыл һалма кейемеңде, улым, тирең ҡатҡанын көт, сир инер тәнеңә, юғиһә”, – тигәне иҫенә төштө. Ярылған утынды иллә-алла менән тоҡандырып ебәргәс кенә өҫтөн алмаштырҙы. Шул арала электр плитаһына сәйнүген ҡуя һалып, өйҙө йыйыштырырға ла тотондо. Әсәһе дүрт көн элек күрше ауылға әхирәтенә “хәл белергә” киткәйне, ҡасан ҡайтырын кем белә. Наил ҡустыһының иҙәнгә ташлап бөткән уйынсыҡтарын йыйған булды ла, телевизор ҡабыҙҙы. Уныһы ла бер һәйбәт нәмә күрһәтмәгәс, һүндереп, дәресенә тотондо. Плита боҙола башлаған, күрәһең, бер сүмес һыуы бик оҙаҡ ҡайнамай аптыратты. Инде лә сәйен тиҙ генә һемереп, ҡустыһын алырға балалар баҡсаһына йүгерҙе. Тәрбиәсе Сулпан апаһы, бөгөн Наилды бик матур итеп кейендереп алып килгәне өсөн Илнараға рәхмәт әйтте. Ә тегеһе инде, апаһын күреү менән йүгереп килеп, муйынынан бәләкәй генә йылыҡай ҡулдары менән ҡосаҡлап алды, ә ҡолағына: “Әсәй ҡайттымы?” – тип бышылданы. Тәрбиәсегә күрһәтмәҫкә тырышып, Илнара башын: “Юҡ”, – тип һелкте.
Ишетмәй тормай инде ауыл кешеһе был ғаиләнең хәлен! Сулпан апаһы ипләп кенә Наилды уйын бүлмәһенә кире индерҙе лә, ҡыҙға һораулы ҡарашын төбәне. Әллә Илнараның күңеле ошо наҙ тулы ҡараштарҙы көткән тиһең, әллә был бик тә мөләйем апайҙы яҡын күргәнгәме, ни булһа ла бер нәмәне лә йәшереп тә маташманы ҡыҙыҡай, әсәһенән бына инде дүртенсе көн хәбәр юҡлығын, һәм ҡайтһа ла өйҙә башҡа кешеләр менән эсеүен дауам итеүен, балалар­ға иғтибар итмәүен бер тында һөйләне лә бирҙе.
13 йәшлек ҡыҙ үҙҙәренең бынан дүрт йыл элек кенә булған тормошон һағынып иҫкә алды. Атаһының: “Бына, Илнара, ҡусты алып ҡайттыҡ, исеме – Наил! Һин хәҙер апай булдың, ҙур кеше иттек беҙ һине, ҡыҙым!” – тип сикһеҙ ҡыуанғанын, әсәһенең бәхеттән балҡыған йөҙөн онотоп буламы һуң?! Илнара күк бантик бәйләнгән төргәккә яҡынламай ҙа торғас, атаһы ҡулынан тотто ла: “Ҡыҙым, әйҙә яҡыныраҡ барайыҡ әле, танышырға кәрәк бит”, – тип шуҡ йылмайып, Илнараны бәпәй янына тартты. “Уф, Аллаҡайым, ҡалай ҡур­ҡыныс! – тип ҡыҙ сыр итеп атаһына һыйынды. “Атай, ул ни эшләп бигерәк бәләкәй һуң? Биттәре сирышмы? Күҙҙәрен дә асмай, фи! Ул бер ҡасан ҙураямы һуң? Ана, Зәлифәләрҙең бәпәй­ҙәре һымаҡ мат-у-у-у-у-у-с ҡына була икән тиһәм”, – тип илап ебәрмә­һенме... Өләсә­һенең: “Сөбха­налла, Аллаға шөкөр, алты ағзаһы теүәл, аҡылы камил бала бирҙең, Хоҙайым, бәрәкалла! Инде ата-инәле булығыҙ инде, иншалла”, – тип көлә-көлә ҡосаҡлап алыуы ғына тынысландырҙы уны. Был малай бигерәк теремек, аллаға шөкөр, тип доғаларын уҡый-уҡый күмәкләп йыуындырырҙар, кейендерерҙәр, си­сендерерҙәр ине... “Бер бәләкәс кенә кеше өсөн ни тиклем сабышҡан булалар, фи! Ә мин “бишле” алдым бөгөн!” – тип үпкәләгән саҡтары ла булды хатта ҡыҙыҡайҙың. Ә һуңынан ул мәктәптән ошо “тәмлекәс” тубырсыҡты һағынып, йүгереп ҡайтыр булып китте.
Туп-тумалаҡ ҡустыһына теүәл ике йәш тулғанда, аталары мәрхүм булып ҡуйҙы. Илнара ул ваҡытта ниҙәр кисергәнен аңлата алманы. Аптыранды: “Ни­сек итеп ошолай ят та үл инде! Ә Наил ? Ә Илнара? Улар хәҙер кемде атай тип әйтер? Ана бит, Наил ҡустыһы уға ҡарап тора! Малайҙың муйылдай ҡара күҙҙәре берсә илап ултырған әсәһенә баға, һәм аптырап, ни булды тигәндәй, Илнараға текәлә. Бына-бына түгелергә торған йәштәрен йотто ла ҡыҙый, йәһәт кенә ҡустыһын ҡулына алып, өләсәһенең бүлмәһенә инеп китте. Әбекәйҙең ҡуңырт йөҙө, бер бөртөк улын ерләгәндән һуң, тағы ла ҡарайған һымаҡ күренде ҡыҙға. Доғаларын уҡып ултырған өләсәһе икеһен дә ҡоласын йәйеп ҡаршыланы: “Балаҡайҙарым минең!” Икәү­ләшеп өләсәһенең йылы, наҙлы ҡоса­ғында иркәләнеп бер аҙ торғас, Илнара уны ишетте... “Балам, ныҡ булайыҡ, йәме? Хоҙай Тәғәлә ҡайғыһын биреүен биргәс, түҙемлеген дә йәлләмәҫ, иншалла, сабыр булайыҡ”, – тип бышылданы ул ҡалтыранған тауышы менән... Ниндәй генә хәлдәр булһа ла, балам, Хоҙай тәғәләнән ярҙам һора, уны яманлама, асыуланма, яман һүҙ бер ҡасан да сыҡмаһын тешең араһынан, ярармы? Сабыр, сабыр...”– тип әллә үҙен, әллә ҡапыл ғына олоғайып киткән ейәнсәрен йыуатты ул.
Атайһыҙ өйҙә күңелһеҙ, шыҡһыҙ булып тойолһа ла, тора-бара өйрәнделәр шикелле. Илнараны мәктәптән, Наилды балалар баҡсаһынан, әсәһен эштән өләсәһе тәмле ризыҡтар менән көтөп ала. Кистәрен күмәкләп сыр-сыу килеп дәрес әҙерләйҙәр, өләсәһенең әкиәттәрен тыңлайҙар, әсәһенә ул-был ҡул эштәрендә ярҙамлашалар... Әсәһе кистәрен күршеләргә бәйләмен тотоп инер булып китте. Өләсәһе лә, йыйынып йөрөгән килененә: “Килен, ярар, бар, әхирәттәрең менән аралашып, бауыр аҫтынан ел үткәреп кил, һөйләшеп ал эсең бушағансы”, – тип оҙатыр ине. Бер мәл, әсәһен көтөп еткерә алмағас, Илнара йоҡлап китте. Түрбашта ипләп кенә һөйләшкән тауыштар уны төн уртаһында йоҡоһонан уятты. “Һуң ҡайтһамсы, ҡәйнәм, ҡуй үпкәләп торма, әҙерәк кенә эстем мин, уныһы ла шарап ҡына, йөрәгемдең яныуын баҫыр өсөн генә бит!”– был әсәһенең тауышы. Тимәк, тағы ла иҫерек әсәйем, тип уйланды ҡыҙыҡай. Артабан өләсәһенең: “Килен, беҙ һинең менән нисә йыл бергә йәшәйбеҙ, ҡыҙым кеүек бит һин миңә! Ҡайғы бер ҡасан да ағас башынан йөрөмәй шул, ә кеше башынан йөрөй, балам! Әммә үлгән артынан үлеп булмай! Ирҙәре үлгән ҡатындар­ҙың бөтәһе лә эскегә һабыша башлаһа, аллам һаҡлаһын, ярты ил эскесегә әйләнер ине! Сабырлығыңды тупла. Э-э-й-й-й, барҙы юҡ итеүе бик тиҙ ул, килен, “һәйт!” тигәнсе осоп бөтә донъя малы. Өндәшмәй килдем бит ошоға ҡәҙәр, һиҙемләһәм дә. Әле Илнараның танауына еҫ ингән мәле, Наилға ла айныҡ әсәй кәрәк, килен, ишет мине! Ҡағылма, тотма башҡаса шул иблис һыуын, әстәғәфирулла, әстәғәфирулла”, – тигәнен ишетте. Илнара ҡыбырлау түгел, тын алырға ла ҡурҡып ятты. Әсәһенең ипләп кенә өйҙә лә шешәнән шыйыҡса ҡойоп эскәнен күргәне бар ине, тик өләсәһенә генә әйтә алмай йөрөнө.
Бер көн мәктәптән ҡайтҡанда, урамда кещеләрҙең йыйылып киткәнен күргәс, Илнараның мейеһен өләсәһенең: “Бәлә ағас башынан йөрөмәй, кеше башынан йөрөй”, – тигән һүҙҙәре телеп үтте. Өйгә инеү менән әсәһенең илаған йөҙөнән аңланы – өләсәһе! Йөрәге алҡымына килеп тығылдымы ни, шул тиклем итеп күкрәге сәнсте, хатта ҡыҙ тын ала алмай торҙо. Ишек тупһаһын аша атлап инә алмай, аңғармаҫтан ҡолап китте. Ҡыҙының хәлен күргән әсәһе йүгереп килеп ҡосаҡланы ла, икәүләшеп шым ғына илашып алдылар. “Балам, йөрәге туҡтаған да ҡуйған өләсәңдең, эштән ҡайтһам, үткәйне инде”, – тип аңлатты әсәһе. Күрше-күлән, туғандары, өләсәһенең йөрәге улын юғалтыуға түҙмәгән инде, тип ҡай­ғырышты.
Хәҙер инде Наилды баҡсаға Илнара алып бара, алып ҡайта башланы. Әсәһенең малайҙы алып йөрөргә “ваҡытым юҡ, эшем күп, бушай алмайым, әхирәтем килгән, әхирәтемә барам” тигән һәм башҡа сәбәптәре табылып ҡына торҙо. Йыш ҡына кистәрен дә ҡайтмағас, Илнара малды ла үҙе ҡараштырғылаған булды. Һыйыр, һарыҡтарҙың аҫтын таҙалап, бесән-һалам һалырға, тауыҡ-ҡаҙҙарҙы мәлендә ашатып торорға өйрәнде. Мейескә ут тоҡандырырға, тамаҡ йүнәтергә оҫтарып алды. Ниндәй генә эштәр менән ҡулы мәшәҡәтләнһә лә, башында бер генә уй: “Бәлә кеше башынан йөрөй... Хәҙер инде әсәйемде лә тартып алалыр был алла бабай, тип эсе бошто баланың. Их, өләсәһе булһа икән, ул әйтер ине бер аҡыллы һүҙ, ҡотҡарыр ине, кире ҡайтарыр ине әсәһен балаларына, тип өҙгөләнде. Әсәһе өйҙә саҡта Илнара менән Наилдан да бәхетле кешеләр юҡтыр: өй йылы, таҙа, тәмле ризыҡтарҙан өҫтәл һығыла, мал-тыуарҙы ла йүгереп йөрөп үҙе ҡарай...Тик бындай мәлдәр һирәгәйгәндән-һирәгәйә барғанын ҡыҙ күрә, тоя әсәһенең эскелек исемле упҡынға осоп барғанын... Нисегерәк ярҙам итергә икән әсәһенә, кемдән кәңәш һорарға икән, тип баш ватты йоҡлап киткәнсе үҫмер ҡыҙыҡай...
Иртәгәһен ҡустыһын етәкләп, йүгереп баҡсаға килеп ингәндә лә, был уйҙар мейеһен теткеләй ине: “Әсәйем бөтөнләй насар кеше түгел, тик харап була. Кем генә ҡотҡарыр икән, кемгә барып башымды эйергә, хәлемде һөйләп ярҙам һорарға?”– тигән уйҙар менән килеп инде ул. Сулпан апай Наилды сисендереште, һәр ваҡыттағыса яғымлы, йомшаҡ һүҙҙәре менән хәлдәрен һорашты. “Әсәйеңде кисә барып алайыҡ тиһәк, булдыра алманыҡ, Илнара”. Был һүҙҙәрҙе ишеткән ҡыҙҙың бер йыл буйы тулышып килгән күңел яралары әсе, әрнеткес күҙ йәштәре булып түгелде... Тыйырға ла маташманы ҡыҙ үҙен, тормоштоң ҡаты һынауҙарынан өшөп, туңып барған бәләкәс кенә күңелен йылытырғалыр типме, был яғымлы, матур апайға һыйынды...
Ошо көндән уларҙы Сулпан апаһы үҙҙәренә алып ҡайтты. Ишектән уға эйәреп тағы ике бала килеп ингәс, Ғәле ағай шатланып: “Ой-о-о-ой, ҡатынҡай, иртән генә бер ниндәй ҙә яңылыҡ юҡ ине бит артып ҡайтырың тураһында, үәт шәп иткәнһең бит!” – тип көлдө. Балаларға өҫтәрен һалышырға ярҙам итте лә, ихласлап төпкө бүлмәгә әйҙүкләне. Илнара уңайһыҙланыңҡыраһа ла, бәләкәс Наил иҫе китеп торманы: яңы уйынсыҡтарға ынтылды, Ғәле ағайға һорау артынан һорау яуҙырҙы ғына! Илнара Сулпан апайға сәй әҙерләште, бер-ике ауыҙ һүҙ менән мәктәптәге уңыштарын һөйләне. “Ниндәй яҡшы кешеләр, ә балалары юҡ? Ниңә Хоҙай бабай беҙҙең атай-әсәйебеҙ итмәне икән ошоларҙы?” – тигән уйҙар башына инеп сыҡҡыланы хатта. Иртәгәһен Сулпан апай, Илнара һәм ҡустыһы өйҙә ҡалдылар, Ғәле ағай эшкә китте. Уянғас та, үҙҙәренең бында килергә риза булыуына аптырап, киләсәген уйлап, әллә ҡайҙа йөрөгән меҫкен әсәһен йәлләп, ҡыҙ бер талай тормай ятты. Тик ошолайтып ҡына әсәһен анау зәхмәттән ҡотҡарып булыр, алла бирһә, тигән уйҙар уны тынысландырҙы...
Был өйҙә, өләсәһе әйтмешләй, нур, ҡот уйнап тора! Иҫләй Илнара, атаһы үлгәндән һуң, әсәһе араҡы менән “күңелен йыуата” башлағас та: “Ағыу бит ул шайтан эсемлеге, Аллам һаҡлаһын, донъяңдың ҡотон ебәреп, йотма ул ҡара һыуҙы!” – тип әсәһен киҫәткәнен. Тимәк, был өйҙә ул “ҡара һыу юҡ” тигән һығымта яһаны ҡыҙ. Сулпан апай яғымлы, Ғәле ағай шаталаҡ, икеһе лә гел генә көлөп-йылмайып, балаларҙың күңелдәрен күтәрерлек һүҙҙәрен табып ҡына тора. Мәктәптә Илнараны, ауырыҡһына, тип әйттеләр. Шулай итеп, бергәләшеп күңелле генә итеп көн артынан көн үткәреп, йәшәп алып киттеләр. Сулпан апаһы Илнараға дәрестәрен ҡарашһа, Ғәле ағай Наил менән булышты. Алдан һөйләшкәнсә, әсәһе тураһында һүҙ ҡуйыртып торманылар. Сулпан апайҙың Ғәле ағай менән ипләп кенә һөйләшкәндәренән Илнара аңлай: был ғаилә уның һәм Наилдың әсәһен упҡындан йолоп алыр өсөн бөтә көсөн һала. “Балалар хаҡына”, – ти бит Ғәле ағаһы. Илнара үҙе лә, ятҡан-торған һайын әсәһенә һаулыҡ теләне, иман нуры инһен күңеленә әсәкәйемдең, яман холҡонан ҡотолһон, беҙгә ҡайт­һын, көтәбеҙ бит, тип Хоҙай Тәғәләнән үтенде. “Ҡыҙым, ни булһа ла, гел яҡшы теләктәр теләп йөрө, сөнки бала хаҡы – тәңре хаҡы, бала теләге ҡабул була ул”, – тигәйне бит өләсәһе лә, ошондай хәл булырын һиҙгәндәй.
Төшкө аш мәлендә берәү килеп ингәс, Илнара ла, Сулпан апаһы ла иғтибар итмәне, төпкө бүлмәлә Наил менән уйнауҙарын белделәр. “Һаумыһығыҙ”, – тигән таныш тауышты ишеткәс, ҡапыл малай үҙәк өҙгөс тауыш менән: “Әсәй!” – тип ҡысҡырып, ишек алдына йүгереп китте. Һуңғы ике аҙнала әсәһен бер тапҡыр ҙа һорамаған ҡустыһының былай ҡыланырын көтмәгән Илнараның күҙ алды ҡараңғыланып, хәле бөттө лә ҡуйҙы. “Кил-де, тап-ты, кил-де”, – тип дарһылдап типте йөрәге. Сулпан апаһы ҡыҙҙы иңдәренән ҡосоп: “Бөтәһе лә яҡшы, тыныслан”, – тип бышылдап, бүлмәнән сығып китте. Илнара уның яғымлы итеп әсәһен түргә әйҙүкләгәнен, уның хәлен һорашҡанын, Наилды тынысландырғанын, тегеләрҙең илаша-ҡосаҡлаша сисенешкәндәрен бүлмәнән сыҡмай тыңлап ултырҙы. “Кил-де, тап-ты, кил-де”. Бына хәҙер сыҡһа, әсәһен күрһә, шатлыҡ-ҡыуанысынан, күңелен ялмаған аңлайышһыҙ хистәр ҡойононан ҡолап китермен, тип ҡурҡты ул. Бөтә тәне дер ҡалтырап, күҙҙәренән мөлдөрәмә тулы йәштәре бына-бына ҡойолам тип торғанда, әсәһе ҡурҡа-ҡурҡа ғына, Илнараға шулай тойолдо, килеп инде. Үҙенең ни тиклем яңылышҡанын ысын күңеле менән аңлаған ҡатын, артабан атларға ҡыймай, ғәйепле ҡиәфәт менән ҡапыл ғына олпатланған, оло кешеләр күтәрә алмаған ҡара ҡайғыларҙы сабырлыҡ менән үткәреп килеүсе ҡыҙының күҙҙәренә төбәлде. “Балам, яңылыштым, балаҡайҙарым, кисерегеҙ, зинһар мине, ғәфү итегеҙ!”– тип бышылданы уның ирендәре. “Әсәй! Әсәкәйем!” – тип кенә әйтә алды ҡыҙ. Шуны ғына көткәндәй, әсәһе Наилды ҡулынан да төшөрмәй, атылып килеп ҡыҙын ҡосағына алды. Бәләкәс кенә үҫмер ҡыҙҙың күңелендә бик оҙаҡ йыйылып килгән әсәһенә булған үпкәһе, нәфрәте, киләсәктән ҡурҡыуы күҙ йәштәре аша түгелеп, юҡҡа сыҡты...
Ошо мәлдә Илнара өләсәһенең “Сабыр иткән – моратына еткән” тип әйткән мәҡәленең асылына төшөнгәндәй булды ла, бәхетле йылмайып, әсәһенең ҡосағына нығыраҡ һыйынды.

Әлмира ИСХАҠОВА.
Өфө ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға