«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Экология ниндәй, һаулығың да шундай



15.04.2018 Экология ниндәй, һаулығың да шундай

Экология ниндәй,  һаулығың да шундай
(15 апрель – Экологик белем көнө)

Яҙҙың ныҡлап урынлашыуы менән һәр ихатала тиерлек баҡса ҡаҙыу, сүп-сар яғыу мәшәҡәттәре башланыр. Ер эштәре менән булыш­ҡанда йылдан-йыл тутыҡҡан батарейкаларға йышыраҡ юлығаһың. Ә сүп-сар яндыр­ғанда ҡара болот булып пластик һауыттар төтөнө үрләй, янында торһаң әсе пластмасса еҫенә сыҙарлыҡ түгел.
– Батарейка картуф баҡсаһына нисек килеп эләккәндер, һәр бер сүп-сар ташлағанды хәтерләп буламы ни! – тип аҡланыр берәү.
– Келәт тулы пластик шешәләр­ҙе яндырмай ни эшләтәһең?! – тип өҫтәр икенсеһе.
Ә бына бармаҡ ҙурлыҡ бер батарейкалағы ауыр металдар­ҙың 20 квадрат метр ерҙе, унда үҫкән йәшелсә-емеште ағыулауы хаҡында ни әйтерһегеҙ? Йәки ни бары бер батарейканың 400 литр һыуҙы зарарлай алыуы тураһында? Пластик шешәләр янғанда фосген, диоксин кеүек ҡурҡыныс матдәләр бүленеп сыға. Әйткәндәй, диоксинды организмдан бер нисек тә сығарып булмай һәм ул онкологик ауырыуҙар, астма, аллергия үҫешенә нигеҙ һала.
Быларҙың барыһы ла беҙҙең экологик белемдең һай булыуын күрһәтә. Һәр кем үҙен генә түгел, ә тирә-йүндәгеләрҙе лә ҡайғыртып йәшәү өсөн тәбиғәттә уңайлы шарттар булдырыр­ға бурыслы. БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының ойоштороу-аналитика бүлеге начальнигы Ринат Зөфәр улы Фәтҡуллин үҙенең тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға ҙур өлөш индереүе менән күптәргә өлгө булып тора. Бөгөн ул экологияны яҡшыртыу өсөн ябай ғына ҡағиҙәләр хаҡында һөйләй.


– Бөгөн эко-тормош, эко-ғәҙәт тигән яңы төшөнсәләр ныҡлап инә башланы. Уларҙың асылы нимәлә?
– Экологик тормош алып барыу дөрөҫ йәшәү тигәнде аңлата. Бөгөн үҙебеҙ шаһит булған глобалләштереү, транспорттың күплеге, техноген көсөргәнеш – былар­ҙың барыһы ла кеше эшмәкәрлегенә бәйле. Экология көнүҙәк проблема булған заманда дөрөҫ йәшәүгә өҫтөнлөк биреү мөһим, минеңсә. Һәр кем был юҫыҡта уйланырға һәм эко-тормош алып барыу­ға күсергә тейештер. Һәр хәлдә был аҙым ете миллиардлыҡ донъя халҡының экологияны яҡшыртыуға бәләкәй булһа ла бер өлөшө булыр ине. Минең быуын – 90-сы йылдарҙа тыуғандарҙы ла телгә алғы килә. Беҙ ауыр осорҙа үҫтек. Ул ваҡытта, дөйөм файҙаланыуҙа булған әйбер һинеке түгел, тигән фекер өҫтөнлөк итте. Шуға күрә беҙҙең быуында һаҡсыл ҡараш тигән төшөнсә насар тәрбиәләнгән. Айырыуса экологик тәрбиә аҡһай. Ундайҙар, экология – ул айырым ведомство һәм министрлыҡтарҙың баш бәләһе, тип уйларға күнеккән. Был кешеләр ял итергә йөрөгән урмандың ситендә сүп-сар өйөмө барлыҡҡа килде икән. Улар, кемдер килеп ҡыйҙы алып китергә, таҙартырға тейеш, тип уйлай. Тап эко-ғәҙәттең булмауы арҡаһында үҙҙәре шул өйөмгә шәхси ҡыйын тағы ла өҫтәп ҡайтып китәсәк.
Эко-ғәҙәттәрҙе үҙемдең ғаилә миҫалында һанап үтергә теләйем. Ғаиләмдә күптән инде экологик йәшәү рәүешенә оло иғтибар бүленә. Өйҙә бөтә лампаны ла диодлы яҡтылыҡ биргәненә алмаштыр­ҙыҡ. Ул ни бары 10 ватт энергия “ашаһа” ла, 100 ватлыҡ лампа кеүек яҡтырта. Файҙаланмаған саҡта, бөтә электр ҡорамалдарын һүндереп ҡуябыҙ. Был үҙенә күрә байтаҡ электр энергияһын экономиялай. Составында терегөмөш булған лампаларҙы бөтөнләй һатып алмайбыҙ, сөнки улар батарейкалар кеүек үк бик хәүефле. Пластик шешәләрҙә һыу һатып алмайбыҙ, бының өсөн махсус шешәбеҙ бар. Һыу алып ҡайтыу өсөн уны ҡат-ҡат ҡулланабыҙ. Уңайлы булһа ла, бер тапҡыр ҡулланыла торған һауыт-һабаны бөтөнләй ҡулланмайбыҙ. Ғаилә ағзаларының девизы: «Хәрәкәттә – бәрәкәт», шуға күрә күберәк йәйәү йөрөйбөҙ. Автомобиль менән тик алыҫ араларға ғына барабыҙ. Эшкә яҡыныраҡ булһын өсөн фатирҙы ла ошо тирәнән һатып алдыҡ. Кер йыйыу машинаһын һирәк ҡулланабыҙ, уның өсөн зарарлы булмаған порошок һатып алабыҙ.
– Порошок тураһында һүҙ сыҡҡас, таҙартыу һәм йыуыныу әйберҙәре хаҡында әйтеп үтерһегеҙ?
– Көн дә ҡулланған йыуыныу, таҙартыу шыйыҡсаларының да зыянлы икәне сер түгел. Мөмкин тиклем зыянһыҙ йыуыу средстволарына өҫтөнлөк биреү өсөн әйберҙең составына иғтибар итергә кәрәк. Фосфаттар һәм сульфаттар ни тиклем әҙерәк булһа, шул тиклем яҡшыраҡ. Уларҙы түккәс, торбалар аша килгән эсәр һыуға эләкмәҫ, тип кем гарантия бирә ала? Ауылда йәшәгәндәргә иһә был йәһәттән айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк. Сөнки порошоклы һыуҙы ергә түккәс, бысраҡ һыу барыбер ер аҫты һыуҙарына эләгеүен онотмайыҡ.
– Эко-тауар, аҙыҡ-түлек хаҡында ни әйтерһегеҙ?
– Тауар етештереүселәр халыҡтың экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөк биреүен күптән аңланы инде. Һатыу күләмен арттырыу өсөн төрлө алым ҡулланыуы ла сер түгел. Шуға күрә ентекләп этикетка менән танышып сығырға кәрәк. Беҙҙең ғаилә иһә ауылдан килтерелгән, экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөк бирә. Магазинда “Башҡортостан тауарҙары” маркаһы менән билдәләнгәнен һатып алабыҙ.
Барыһы ла үҙебеҙҙән тора. Сит ерҙә етештерелгән тауар урынына республика райондарынан килтерелгән аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөк бирергә кәрәк.
– Эко-ҡағиҙәләр буйынса йәшәү ауырмы?
– Юҡ, ауыр түгел. Был ҡағиҙәләрҙе үтәүҙең бер ниндәй ҙә ҡыйынлығын күрмәйем. Тирә-яҡ мөхитте һаҡларға теләүең ғәҙәткә әйләнеүе насармы ни? Ғөмүмән, эко-ғәҙәт тигән һүҙ менән килешеп етмәйем. Был ни бары дөрөҫ йәшәү рәүеше. Кеше был төшөнсәне аңлап ҡабул итергә һәм экологик яҡтан зыян килтергән өлкәләрҙән, әйбер­ҙәр­ҙән баш тартырға тейеш. Балаларыбыҙға эко-ғәҙәттәрҙе үҙебеҙҙең миҫалыбыҙҙа еткерергә тейешбеҙ. Ғөмүмән, тәрбиә нигеҙе ошоға ҡоролған. Бары үҙ миҫалыңда ғына балаға нимәлер аңлата, күрһәтә алаһың. Мәҫәлән, тәбиғәткә сығабыҙ икән, мотлаҡ сүп-сар өсөн ҡаптар менән барабыҙ. Урын һайлағас, бергә уны йыйыштырабыҙ. Үҙебеҙҙең сүпте багажникка һалып алып ҡайтабыҙ. Ҡайҙа сүп күрәм, мин уны сүп-сар һауытына ташларға күнеккәнмен. Ҡыҙым да хәҙер шулай итә. Был – ҡанға һеңгән ғәҙәт.
– Һеҙҙеңсә, төбәктә экологик хәл ниндәй?
– Башҡортостан – иҡтисади яҡтан үҫешкән төбәк, бында бихисап сәнәғәт предприятиеһы эшләй. Шуға күрә республикала экологик хәл һәр ваҡыт көсөргәнешле булды һәм буласаҡ. Уның тотороҡло булыуын да әйтеп үтергә кәрәк. Республикабыҙҙың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ойошмалар һәм кеше эшмәкәрлегенең барлыҡ өлкәһендә лә һаҡта тора. Беҙ бер мөрәжәғәтте лә ситтә ҡалдырмайбыҙ.
Әлегә ҡалала сүп-сарҙы айырым йыйыу бөтә ерҙә лә алып барылмай. Минең иң ҙур үтенесем – сүп-сар ташлағанда, зин­һар дөйөм ҡапта батарейкалар һәм терегөмөшлө лампалар­ҙы ырғытмағыҙ. Уларҙың тәбиғәткә килтергән зыяны шаҡтай, шунлыҡтан айырым йыйыла. 2019 йылдан Башҡортостан сүп-сар йыйыу һәм эшкәртеүҙең яңы алымына күсәсәк. Шул ваҡытта сүп-сарҙы айырым йыйыу нескәлектәре тураһында тағы һөйләшербеҙ.
Бөгөн ресурстарҙы һаҡсыл ҡулланыу – бөтә Ер шары өсөн көнүҙәк мәсьәлә. Крандан һыу аҡһын өсөн электр энергияһы кәрәк, уны етештереү өсөн гидротехник ҡоролмалар төҙөү мөһим. Уларҙың да зыяны бар икәнен беләбеҙ. Экология менән иҡтисадтың йәнәш тороуын да онотмайыҡ. Ғөмүмән, һыуҙы ла, электр энергияһын да һаҡсыл ҡулланырға кәрәк. Мәҫәлән, крандан һыу тамып тора икән, минутына 10 тамсы йылына 10 кубометр һыуға әүерелә. Шуға эшкә китер алдынан һыуҙы ла, розеткаларҙан электр прибор­ҙарын да һүндереп китеү ғәҙәткә әйләнергә тейеш.

Лилиә ХӘЛИТОВА яҙып алды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға