«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Алға-артҡа күсә сәғәт телдәре



28.12.2010 Алға-артҡа күсә сәғәт телдәре

Яҙлы-көҙлө сәғәт телдәрен йәйге һәм ҡышҡы ваҡытҡа күсергән мәлдә халыҡтан төрлө фекерҙәр ишетергә тура килә.
Берәүҙәр ваҡыт күсереүҙе хуплаһа, икенселәр, киреһенсә, быға ризаһыҙлыҡ белдерә. Күптән түгел ваҡыт мәсьәләһе тирәһендә бәхәстәр айырыуса ҡуйырып алды. Өҫтәүенә, ҡайһы берәүҙәр Мәскәү ваҡытына күсеү тураһында ла һүҙ алып барҙы. Мәҫәлән, БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаты Нәжиб Йәмилев Мәскәү ваҡытына күсеү хаҡында закон проекты әҙерләгән. Әммә ул йәмәғәтселектә яҡлау тапманы.
Һүҙҙе йәйге һәм ҡышҡы ваҡытҡа күсеүҙән башлайыҡ. Был мәсьәлә ғалимдар­ҙы ла, дәүләт власы органдарын да, йәмәғәтселекте лә битараф ҡалдырмай. Дөрөҫ, әлегә тәғәйен фекерҙәр сәғәт телдәренә тәьҫир итерлек булмаһа ла, нигеҙле һәм уйландырырлыҡ. Бөгөнгө яҙмала әлеге мәсьәлә менән шаҡтай ваҡыт етди шөғөлләнгән, был йүнәлештә үҙ аллы күҙәтеү алып барған республиканың нефть сәнәғәте тармағында билдәле шәхес, тау инженеры Фаат Фаиҡ улы РАФИҡОВТЫҢ уй-фекерҙәре менән таныштырабыҙ.
– Сәғәт телдәрен ҡышҡы-йәйге ваҡытҡа күсереү мәсьәләһе ҡасан һәм ни рәүешле килеп тыуҙы һуң?– тигән урынлы һорауҙан башланы Фаат Рафиҡов әңгәмәне. – Белеүебеҙсә, 1981 йылға ҡәҙәр беҙҙең илдә ваҡытты иҫәпләү буйынса һис ниндәй ығы-зығы тыуманы. Яҙлы-көҙлө сәғәт телдәрен алға-артҡа күсереүҙең дә кәрәге булманы. Әйҙәгеҙ, ваҡыт киңлегендә фекер йөрөтөп ҡарайыҡ. Миҫалға Мәскәү һәм Өфөгә оҡшаш өлкәләрҙе алайыҡ. 1981 йылға ҡәҙәр Мәскәү өлкәһендә йәйен ҡояш яҡынса 21 сәғәттә байыһа, Өфөлә был 22 сәғәткә тура килә.
1981 йылдың апрель айынан илдә тәү тапҡыр йәйге ваҡытҡа күсеү ғәмәлгә ашырылды. Йәғни йыл һайын яҙ айында сәғәт телдәрен бер сәғәткә алға күсереү тәртибе индерелде. Артабан Мәскәү өлкәһендә йәйен ҡояш байыу 22 сәғәткә, ә Өфөлә 23 сәғәткә тура килә башланы.
Ә 1992 йылдан илдең ҡояш байыуы яҡынса төн уртаһына яҡынлашҡан байтаҡ төбәктәре уңайһыҙлыҡтарҙан арыныу хәстәрлеген күрҙе. Ни рәүешле, тиһегеҙме? «Декрет» ваҡытынан (1930 йыл) ҡотолоу йәки сәғәт телдәрен бер сәғәткә артҡа күсереү юлы менән. Был яңылыҡты тәүгеләрҙән булып Һарытау, Волгоград, Әстерхан, Новосибирск, Томск, Кемерово, Камчатка, Чукотка ҡалаларында һ.б. төбәктәрҙә йәшәүселәр күтәреп алды. Хәҙерге ваҡытта урындағы депутаттар, Чукотка һәм Камчаткала (инде икенсе тапҡыр күсерәләр!), Магадан, Сахалин, Хабаровск, Якутск, Улан-Удэ, Владивосток, Иркутск, Омск һ.б. төбәктәр­ҙә «декрет» ваҡытын ғәмәлдән сығарыу мәсьәләһен хәл итеүҙе һорап, Рәсәй Хөкүмәтенә күпләп мөрәжәғәт итә башланы. Уларҙың үтенесе ҡәнәғәтләндерелеп, был төбәктәр «декрет» ваҡытынан арынған осраҡта, ул бары тик Өфө, Пермь һәм Ырымбур өлкәләрендә генә тороп ҡала. Был осраҡта инде донъяның сәғәт поястары менән эш итеүсе ғалимдар фекеренә ҡолаҡ һалайыҡ.
World Time Zone (АҡШ) президенты Александр Кривенышев – ошо йүнәлештә тиҫтә йылдан ашыу тикшеренеүсе ғалим. Ул АҡШ, Канада, Бразилия, ҡытай миҫалындағы донъяның сәғәт поястары эшмәкәрлегендә беҙҙең илдә ваҡытты иҫәпләү буйынса шундай мәғлүмәттәрҙе бәйән итә:
– Башҡортостандың Мәскәү ваҡыты поясына күсеү фекерен хупламайым, – ти ул. – Пермь крайы, ҡурған, Ырымбур, Свердловск, Силәбе өлкәләре менән берлектә республикала Мәскәү менән бер сәғәт айырмалыҡлы ваҡыт поясын тергеҙергә (йәғни МSK+1 поясына күсеү) кәрәк.
Ә бына Рәсәй Фәндәр академияһының География институты директоры урынбаҫары, география фәндәре докторы, профессор Аркадий Тишков бындай фекерҙә:
– Башҡортостандың ваҡыт поясы отош­ло, шуға уны үҙгәртергә кәрәкмәй.
Фаат Фаиҡ улы был ғалим менән килешмәй. Үҙ фекерен былай дәлилләй: «Әгәр ҙә ваҡыт поястарының реаль картаһына күҙ һалһаҡ, шул яҡшы аңлашыла: Башҡортостан МSK+1 (UТС+4) ваҡыт поясының көнбайыш сигендә урынлашҡан, МSK+2 (UТС+5), йәғни Көнбайыш Себер (Төмән, Ханты-Мансийск, Нижневартовск) ваҡыты буйынса йәшәй. Шуға ла беҙҙең ваҡыт поясын ҡышын +1 сәғәткә, йәйен + 2 сәғәткә уҙа. Республиканың МSK+1 поясының көнбайыш сигендә урынлашыуын иҫәпкә алғанда, быларға йәнә ярты сәғәт ваҡыт өҫтәлә. Һөҙөмтәлә ул + 2,5 сәғәткә йыйыла. Шуға ла ҡышҡы ваҡытта ҡояш 10 (9.40) сәғәттәрҙә ҡалҡа һәм йәй көнө төн уртаһында (23.00) сәғәттә байый, йәғни ул мәлдә әле яҡты була. Был ваҡытта балалар­ҙы йоҡлатыу ҡатмарлы. Хеҙмәт йәшендәгеләргә лә еңел түгел. Һуң йоҡлар­ға ятырға, бик иртә торорға тура килә. Айырыуса был хәлде эш көнөн иртә башлаусы, әйтәйек, шоферҙар, ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре, завод эшсәндәре һ.б. ауыр кисерә. Шуға бәйле табиптар иһә был мәсьәләнең кеше организмында эҙһеҙ үтмәүен дәлилләй.
Юғарыла һөйләгәндәрҙән сығып, шуны әйтке килә: Фаат Рафиҡов бик тә актуаль мәсьәлә күтәрә һәм төплө фекерҙәр әйтә. Уның дөйөм халыҡ мәнфәғәтенән сығып алып барған үҙ аллы эҙләнеү-тикшеренеүҙәре әлеге мәсьәлә менән шөғөлләнеүсе ҡайһы бер ғалимдарҙың уй-фекерҙәренә лә тап килә. Сәғәт телдәрен күсереү-күсермәү тирәһендә әлегә бәхәстәр тынмаған һәм мәсьәлә асыҡ ҡала. Мәсьәләне фәнни нигеҙләнгән аныҡ фекергә килеп хәл иткәндә, Фаат Рафиҡовтың тәҡдимдәре лә ғилми даирәләрҙә иғтибарға алыныр һәм тейешле кимәлдә яҡлау табыр, тип ышанғы килә.
Ләбибә ЗАРИПОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға