«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йондоҙнамә (2-8 апрель)



02.04.2018 Йондоҙнамә (2-8 апрель)

Йондоҙнамә (2-8 апрель)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Тормошоғоҙға индерелгән яңылыҡтар мотлаҡ файҙа килтерер. Иҫкергән әйберҙәрҙән, туйҙырған шәхси мөнәсәбәттәрҙән дә ҡотолорға тырышығыҙ. Шаршамбыла бер аҙ борсолорға ла тура килер, бәлки. Элекке бурысығыҙҙы ҡайтарыу хәйерле булыр.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Яңы эштәрегеҙ һәйбәт барыр. Эш мәлендә кеше фекерҙәренә иғтибар итмәгеҙ. Хәлегеҙ яҡшырған һайын төрлө тәнҡит тә күбәйер. Был арала уйламағанда ниндәйҙер аҡсалата килем алыуығыҙ бар. Әлегә аҡсағыҙҙы йыйыбыраҡ тоторға ҡушыла.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Төп эшегеҙҙә тәртип урынлаштырыу мө­һим. Шунһыҙ алға китеп булмаҫ. Бәғзе­ләрҙең етәкселәрҙән ниндәйҙер етди йөкләмә алыуы ихтимал. Уны мөмкин тиклем һәйбәтерәк башҡарыу абруйығыҙҙы күтәрер. Шәмбелә яҡшы хәбәр ишетерһегеҙ һымаҡ.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Был арала тәжрибә, аҡыл-ғилем туплауға күберәк иғтибар бирегеҙ. Шишәмбе һәм шаршамбы файҙалы аралашыу өсөн уңайлы. Уй-фекерҙәрегеҙ башҡалар тарафынан һәр саҡ яҡлау табыр. Аҙна бер аҙ мәшәҡәтле булһа ла, унан ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ.

Буға (21.04 – 21.05)
Ҡыйынлыҡтар осрап торһа ла, үҙ көсөгөҙгә ышаныс уларҙы хәл итергә ярҙам итер. Алдан ҡорған маҡсаттарығыҙҙы тормошҡа ашырыу һәйбәт барыр. Күберәк үҙ аллы эш итергә тырышығыҙ, кеше кәңәштәре башығыҙҙы бутар.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Ҡайһы бер эштәрегеҙҙе туҡтатырға мәжбүр булырһығыҙ. Яңы уй-фекерҙәр ҙә тыуыр кеүек. Аҙна башында матди ҡыйынлыҡтарҙы хәл итерһегеҙ. Иң етди эштәрҙе аҙна уртаһына тәғәйенләүегеҙ дөрөҫ булыр. Ҡайһы ваҡыт кеше эшен дә башҡарырһығыҙ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Был арала йыш ҡына үҙ фекерегеҙҙе яҡлар­ға мәжбүр булырһығыҙ. Йондоҙҙар ныҡ торорға кәңәш итә. Ҡайһы бер ҡатмарлы һорауҙарға аныҡ яуап алырһығыҙ һымаҡ. Ниндәйҙер үҙгәрештәр килеп сығыуы ла ихтимал. Аҙаҡ уларҙың ыңғай икәнен асыҡ күрерһегеҙ.


Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Мәл маҡсаттарығыҙҙы тормошҡа ашырыу өсөн уңайлы. Шулай ҙа яңғыҙ эш итеү әллә ни файҙа бирмәҫ. Ышаныслы кешеләргә таянһағыҙ, яҡшыраҡ булыр ине. Аҙна аҙағында ниндәйҙер ҡатмарлы, еңел хәл итә алмаҫлыҡ мәсьәләгә осрауығыҙ бар.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Белем алыу, уҡыу теләге көсәйер. Был арала ҡайһы бер мәсьәләләрҙе ыңғай аңлай башларһығыҙ һымаҡ. Шаршамбынан һуң дөйөм хәл һеҙҙең файҙаға үҙгәрә башлар. Аҡсалата килем дә алырһығыҙ һымаҡ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Аҙна барышында яҡындағы кешеләргә ҡарата иғтибарлыраҡ булырға кәңәш ителә. Кемдәндер бик өмөтлө тәҡдим дә ишетеүегеҙ бар. Мәл тәнде һауыҡтырыу өсөн уңайлы. Сирле кешеләр ҙә еңеллек һиҙер. Иң һәйбәт көндәрегеҙ – йома һәм шәмбе.

Саян (24.10 – 22.11)
Күптәр был арала шәхси мөнәсәбәттәрҙе нығытыр. Ғөмүмән, аралашыуҙа түҙемлек күрһәтегеҙ. Аҙна башында әүҙемлек күрһәтеү әллә ни файҙа бирмәҫ, моғайын. Шаршамбынан һуң һәләтегеҙҙе күрһәтеү өсөн уңайлы мөмкинлектәр булыр.


Уҡсы (23.11 – 21.12)
Аралашыуҙа мотлаҡ уңырһығыҙ. Кешеләр араһында булыу теләге лә көсәйер. Шаршамбыла һис көтмәгәндә ниндәйҙер ҡыуаныслы ваҡиға йәки өмөтлө мәл кисереүегеҙ ихтимал. Кесе йомала ыңғай танышыу көтөгөҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға