04.04.2018 Дуҫтар булһын
Ике күрше тураһында риүәйәт был. Ҡыш килгән. Ҡар күп яуған. Ғәлимйән иртә менән сыға ла ҡар көрәй, ти. Эшләп йөрөгән арала күршеһенең яғына күҙ һала. Унда – өйгә табан тап-таҡыр юл, имеш. “Ҡалай иртә тороп ҡар таҙарта был Сәлимйән күрше”, – тип аптырай ҙа, иртәгә тағы ла иртәрәк торорға ҡарар итеп, инеп китә.
Икенсе көнгә лә ҡар күп яуа. Ғәлимйән, ғәҙәттәгесә, сығып ҡар көрәй. Сәлимйәндең ҡапҡа төбөнә ҡараһа, тағы – тап-таҡыр. Өсөнсө көндә лә шул уҡ күренеш.
Ғәлимйәндең Сәлимйән менән осрашҡан бер көндө сәләмләшкәндән һуң уҡ тәүге һорауы шул була:
– Күрше, ҡара әле, мин иртә-ә менән сығып ҡар көрәйем, һинең бөтә ерең шып-шыма, юлдарың – таҡыр. Ҡасан ҡарҙан таҙартып өлгөрәһең ул?
– Юҡ, Ғәлимйән күрше, мин бер ҡасан да ҡар көрәмәйем. Дуҫтарым күп, улар килһә, урамдан йортҡа һуҡмағым үҙенән-үҙе таҡырая!
…Үәт, йәмәғәт, ҡар көрәп ыҙаланмағыҙ, дуҫтарығыҙ килер әле. Ә улар бармы?
А. АҠБУЛАТОВА.