«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йондоҙнамә (19-25 март)



19.03.2018 Йондоҙнамә (19-25 март)

Йондоҙнамә (19-25 март)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Һеҙҙе еңел булмаған осор көтә. Өйөгөҙҙә лә, төп эшегеҙҙә лә төрлө ваҡ-төйәк мәшәҡәт, юҡ-бар хәбәр күп булыр. Бер ниндәй эште лә тулыһынса һәм аҙағынаса тамамлап булмаҫ. Яҡын кешеләр менән дә араны һаҡлау ауырлашыр.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Аҙна башындараҡ яҡшы танышығыҙ ярҙам һорап мөрәжәғәт итер. Уның йомошон хәлегеҙҙән килгәнсә үтәргә тырышығыҙ, изге эшегеҙҙең сауабы тиҙ арала икеләтә артып ҡайтыр. Кесе йома һәм йома уңышлы үтер. Артыҡ күпкә өмөт итмәһәгеҙ, аҙнанан ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Әлегә матди мәсьәләләрегеҙҙе хәл итә алмаҫһығыҙ, моғайын. Ярҙам эҙләү ҙә әллә ни файҙа бирмәҫ һымаҡ. Ҡайһы ваҡыт күңелегеҙҙе яңғыҙлыҡ тойғоһо биләп алыр. Шаршамбылағы ваҡиғалар өмөт уятыр, бәлки. Йомала көтөлмәгән хәлдәргә әҙер булығыҙ.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Ҡәҙимге аҙна. Артығын башҡармағыҙ, үҙегеҙгә күберәк ял бирергә тырышығыҙ. Шишәмбелә кеҫәгеҙ һиҙелерлек таҡырайыр кеүек. Башҡа көндәр тыныс үтер. Төрлө мәжлестә ҡатнашыуҙан мөмкин тиклем баш тартығыҙ.

Буға (21.04 – 21.05)
Был арала бик һаҡ, аҫтыртын эш итеүегеҙ мөһим. Яҡын киләсәккә маҡсаттарығыҙ тураһында артыҡ һөйләмәгеҙ. Шаршамбыла бәғзеләр эштәрегеҙгә ҡыҫылырға маташыр. Уларҙы баштан уҡ урындарына ултыртығыҙ, юғиһә аҙаҡ башығыҙға менерҙәр.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Аҙна барышында көтөлмәгән юғалтыуҙар булыуы ихтимал. Уларҙың мотлаҡ матди йәки аҡсалата булмауы ла мөмкин. Шәхси тормошоғоҙҙа үҙгәрештәр булыр һымаҡ. Элек тотороҡло күренгән мөнәсәбәттәр ҙә ҡаҡшай башлар.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Эске тауышығыҙға тулыһынса ышанығыҙ. Шулай итһәгеҙ, алдан уйлағанығыҙҙы тормошҡа ашырырһығыҙ. Кәрәкле ваҡытта ниндәйҙер ярҙам да килер. Был кесе йомала булыр, моғайын. Шәмбелә матди килем көтөгөҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Бөтә яңы эшегеҙ ҙә һәйбәт барыр. Ғөмүмән, тормошоғоҙҙағы бар үҙгәреш файҙаға ғына булыр. Кәрәк саҡта яҡындарығыҙ ҙа ярҙам итер. Шаршамбыла икеле хәлдәр­ҙән, төрлө дәғүәнән ары тороғоҙ. Йомала кеше йомошо менән йөрөрһөгөҙ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Аҙнаны файҙалы һәм әүҙем үткәрерһегеҙ. Матди хәлегеҙ ҙә күҙгә күренеп һәйбәтләнер. Килгән аҡса уйлағандан күберәк булыр. Күптәр үҙ һәләтен тулыһынса күрһәтә алыр. Шишәмбеләге ҡыйынлыҡтар ҙа кәйефегеҙҙе боҙмаҫ, уларҙы еңел генә хәл итерһегеҙ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Киләсәккә маҡсаттарығыҙҙы бер аҙ асыҡлай алырһығыҙ. Бәғзеләргә алыҫтан яҡшы яңылыҡ килер. Шаршамбыла кемдер тәгәрмәсегеҙгә таяҡ тығырға маташыр. Әйткәндәй, бындай хәлдәр артабан йышыраҡ ҡабатланыр. Элек изгелек эшләгән өсөн сауап алыуығыҙ ҙа ихтимал.

Саян (24.10 – 22.11)
Уй-маҡсаттарығыҙҙы тормошҡа ашырыу ауырлашыр. Быға янығыҙҙағы ҡайһы бер кешеләр һәм дөйөм хәл булышлыҡ итер. Аҡса яғынан ҡытлыҡ кисерерһегеҙ. Был арала ниндәйҙер килем сығанағын бөтөнләйгә юғалтыуығыҙ бар.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Яңы эштәрегеҙ яйлап барыр барыуын, ләкин ҡаршылыҡтар ҙа күбәйер. Буш һөйләшеүҙәр көс-ваҡытығыҙҙы алыр һымаҡ. Шаршамбы көтөлмәгән матди юғалтыуҙар менән янай. Был арала тәҡдим ителгән осрашыуҙан баш тартмағыҙ, ул һеҙҙең өсөн файҙалы булмаҡсы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға