«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йондоҙнамә (5-11 март)



05.03.2018 Йондоҙнамә (5-11 март)

Йондоҙнамә (5-11 март)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Һәйбәт осор. Күңелегеҙ һәр саҡ тыныс булыр. Кемдер тормошоғоҙға ҡыҫылырға маташыр. Ләкин борсолор өсөн бер ниндәй ҙә сәбәп юҡ һымаҡ. Был арала кешеләр менән уртаҡ тел табыу күпкә еңеләйер.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Аҙна башынан уҡ эшкә егелерһегеҙ. Иң ауыр эштәр ҙә ҡулығыҙҙан килер. Тик артыҡ мауығып, башҡа күп нәмәне онотоуығыҙ мөмкин. Ҡәҙимге көн тәртибен боҙмаҫҡа тырышығыҙ. Күберәк тәбиғәт ҡосағында булығыҙ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Алдығыҙҙа ҡайһы бер офоҡтар асылыр. Мәл тормошоғоҙға үҙгәреш индереү өсөн уңайлы. Йәмәғәт эштәрендә мотлаҡ уңыр­һығыҙ. Йондоҙҙар был арала етәкселәр менән үҙегеҙҙе тыныс тоторға һәм артығын һорашмаҫҡа кәңәш итә.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Һәйбәт аҙна. Шишәмбелә уйламағанда ниндәйҙер бүләк алыуығыҙ ихтимал. Шаршамбынан һуң яҡын туғандарығыҙға бәйле мәшәҡәт менән булышырһығыҙ кеүек. Кеше аҡсаһы менән бик һаҡ эш итегеҙ.

Буға (21.04 – 21.05)
Матди мәсьәләләр һаман да борсоп торор. Аҙна барышында ҡайһы бер күптәнге мөнәсәбәттәр бөтөнләй юҡҡа сығыр. Ғөмүмән, кәрәкмәгән кешеләр тормошоғоҙҙан китер. Йомала үҙегеҙ өсөн бик файҙалы хәбәр ише­терһегеҙ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Күптәрҙә эшендә һәм тормошонда тәртип урынлаштырыу теләге тыуыр. Ләкин быны аҙағынаса башҡара алмаҫһығыҙ кеүек. Шаршамбы бар йәһәттән дә уңышлы үтер. Йомала бөтә эшегеҙ кирегә китер. Ҡайһы бер таныштарығыҙ менән арағыҙ боҙолор.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Һәйбәт көндәр. Иң мөһим мәсьәләгә ныҡлап тотона алырһығыҙ, моғайын. Үҙегеҙҙе тыңларға тырышығыҙ. Эске тауышығыҙ дөрөҫ йүнәлештәрҙе күрһәтер. Шаршамбыла уйламаған хәл алдан ҡорған уй-маҡсаттарығыҙҙы боҙорға мәжбүр итер. Бер аҙ борсолорға ла тура килер.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Өмөтлө осор. Һөйләшеүҙәр, аралашыуҙар файҙалы булыр. Артабан ҡәҙимгенән күберәк эшләрһегеҙ. Әле тормошоғоҙҙо ыңғай яҡҡа үҙгәртә алмаҫһығыҙ. Кесе йомала ниндәйҙер ҡыҙыҡлы тәҡдим ишетерһегеҙ. Уны ҡабул итһәгеҙ, бер ҙә яңылышмаҫһығыҙ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Бөтә эшегеҙ ҙә ҡыйынлыҡ менән барыр. Ҡайһы ваҡыт яңғыҙлыҡ тойғоһо ла кисереүегеҙ ихтимал. Күпселек осраҡта үҙ көсөгөҙгә генә таянырһығыҙ. Элек дуҫ булып һаналған бәндәләрҙең ысын йөҙөн дә күрерһегеҙ. Шулай ҙа йомалағы хәл өмөт уятыр.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Ҡәҙимге аҙна. Булған үҙгәрештәр файҙа килтерер. Шишәмбелә яҡындарығыҙ өсөн бер аҙ борсолоп та алырһығыҙ. Аҡса менән бәйле ниндәйҙер мәшәҡәт тә килеп сығыр. Төп эшегеҙҙә барыһы ла тыныс.

Саян (24.10 – 22.11)
Был арала яңы эштәр башларға ашыҡмағыҙ. Улар барыбер көрсөккә терәләсәк. Шаршамбыла ниндәйҙер уйламаған хәл килеп сығыуы ихтимал. Тәжрибәгеҙ дөрөҫ юлды табырға ярҙам итер. Йомала өҫтәмә сығым­дарға юлығырһығыҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Ҡатмарлы осор. Ҡайһы бер ваҡиғалар алдан ҡорған маҡсаттарығыҙҙы боҙорға мәжбүр итер һымаҡ. Бәғзе эштәрегеҙҙе туҡтатып торорға мәжбүр булырһығыҙ. Шишәмбелә ниндәйҙер ҙур булмаған юғалтыу кисерерһегеҙ, моғайын.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға