«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Торналар ҡайтыр ҙа...



10.03.2018 Торналар ҡайтыр ҙа...

Торналар ҡайтыр ҙа...
... Ишек алдында йөрөйөм, ҡура мәшәҡәттәре менән. «Торыйыҡ-торыйыҡ» тигән үҙәк өҙгөс ауаздар һиҫкәндерҙе. Күккә баҡтым: унда, ҙур ғына өсмөйөш яһап, торналар оса. Ауыл өҫтөнән әйләнделәр ҙә көньяҡ тарафтарға юл алдылар. Беренсе октябрь көнө ине был. Күңелде сәйер бер моңһоу­лыҡ биләп алды. Тамаҡҡа тығылған әскелтем төйөр­ҙө саҡ йотоп, хушығыҙ,торналар, имен-һау ҡабат әйләнеп ҡайтығыҙ, тип бышылданым. Бөйөк Рәсүл Ғамзатовтың «Торналар» шиғыры иҫкә килде. Уйға уй бәйләнеп, мин дә, юҡ, яу ҡырында ятып ҡалған батырҙарҙы түгел, ә ғәҙәти тыныс тормош юлында яҡты донъя менән хушлашҡан дуҫтар­ҙы, таныштарҙы хәтерләнем. Улар араһында Әбйәлилдең генә түгел, Башҡортостандың күген яҡтыртырҙай һәләтле, әммә яҙған шиғыр-хикәйәләрен китап итеп күрергә өлгөрмәгән Рәшит Гәрәев, Мөхәммәт Моратов, Булат Әйүпов хаҡындағы иҫтәлек йәнде ҡыйып үтте. Вил ағай Ишмырҙин менән Булат ағай Мөлөков ҡына тәүге йыйынтыҡтарын ҡулға алды, буғай. Үкенесле, шул тиклем үкенесле уларҙың арала булмауы. Һәр ваҡыт башҡорт әҙәбиәтендә ынйы булып балҡыр­ҙай талант эйәһе ине улар. Бөгөн мин шуларҙың өсәүһе хаҡында һөйләргә теләйем.
Вил ағай Ишмырҙин менән күпмелер ваҡыт Башҡорт дәүләт университетының филология фа­куль­тетында бергә уҡыныҡ, унан «Осҡон» – «Искра» район гәзите редакцияһында бергә эшләргә тура килде. Бөтә булмышы менән шағир ине Вил ағай. Өлгөргән шағир. Тик, үкенескә күрә, замана сире ҡағылып өлгөргәйне. Имен генә эшләп йөрөй, күңелгә ятышлы мәҡәләләр яҙа һәм берҙән-бер көн килеп ысҡына. Яҙмышы ла ҡатмарлы, яҡын кешеләре лә ҡалмағайны. Серҙәрен миңә һөйләр ине. Сибәр бер ҡыҙға үлеп ғашиҡ булғайны ул.
– Мине тиңһенһә, эсеүҙе лә ташлар инем, – тине бер мәл, әсенеп. – Эргәңдә яҡын күргән кешең булмағас ни...
Эйе, эргәһендә, эсмә, тиеүсе ғәзиз кешеһе булманы, уның ҡарауы: «Шағир эсергә тейеш. Эсмәһәң, ниндәй шиғыр яҙаһың? Ана, бөйөк Ғүмәр Хәйәм дә шарапҡа дан йырлаған», – тип һөйләүсе дуҫтары бихисап ине. Ә мин, ул саҡта сабыйлыҡтан да сығып өлгөрмәгән бер ҡатлы ҡыҙыҡай, нисек итеп анауындай талант эйәһенә аҡыл өйрәтәйем, һөйләгәндәрен тыңларға ғына беләм. Шулай ҙа Вил ағай ғашиҡ ҡыҙ менән һөйләшеп ҡараным. «Хәҙер мин уны йәлләйем ти, ә аҙаҡ үҙемде кем йәлләр?» – тине. Моғайын, ул хаҡлы булғандыр, тимен хәҙер. Бөйөк Мостай Кәрим дә миңә бер ваҡыт: «Ирҙәрҙе йәлләргә ярамай», – тигәйне...
– Әйҙә, Гөлшат, редакция эргәһендә әҙәби түңәрәк ойошторайыҡ, – тине бер мәл Вил ағай. Башлап яҙыусыларҙы бергә тупларҙай, кәңәш-төңәш итерҙәй урын булһын.
Икәүләп гәзит мөхәррире Мырҙахан Разай улы Шәмсетдиновҡа индек. Ғәжәйеп аҡыллы, рухлы кеше булды мөхәрриребеҙ. Тәҡдимде хуплап ҡына ҡалманы, мине Өфөгә оҙатты:
– Берәй редакция менән килешеп, матур клише яһатып алып ҡайт. Ул клишела түңәрәктең исеме яҙылырға тейеш. Ай һайын «Осҡон»да бер бит биреп барырбыҙ.
Мырҙахан Разай улының яҡшы иҫтәлеге алдында баш эйәм. Үҙе шиғыр ҙа, хикәйә лә яҙмай ине ул (хәйер, кем белә...), әммә райондың әҙәби ижадҡа ынтылған йәштәре өсөн әлеге түңәрәктең ни тиклем кәрәклеген ҡайһылай белгән! Йәштәр, һуңыраҡ «Йәйғор» тирәһенә хатта 50 – 70 йәшлек инәй-апалар ҙа тупланды. Эйе, «Йәйғор» тип атаныҡ ойошмабыҙҙы. Йәйғор төрлө төҫөндә балҡыған кеүек, йәш таланттарҙың да ҡәләме төрлөсә, һәр ҡайһыһы үҙенсә яҙа, донъяны үҙенсә күрә. Ә мин Өфөнән, «Совет Башҡортостаны» гәзитенән бик матур клише эшләтеп алып ҡайттым. Яңылышмаһам, рәссам Фазлетдин Ислахов (хәҙер ул да мәрхүм инде) бөтә күңелен биреп яһағайны рәсемен.
Ә «Йәйғор» әҙәби бите айына бер түгел, ике-өс мәртәбә сыға башланы. Редак­цияға килгән яҙмаларҙың «иң-иң»дәрен гәзиттә бирә барабыҙ, бынан тыш, ай һайын ҡәләм тибрәтеүселәрҙең ижадына күҙәтеү яһайбыҙ, йыш ҡына редакцияға йыйналып, шиғырҙар уҡыйбыҙ. Күренекле әҙиптәр Рамазан Өмөт­баев, Яныбай Хамматов, Рәми Ғарипов, Тимер Йосопов, Сафуан Әлибаев, Әсхәл Әхмәт-Хужа, Ирек Кинйәбулатов, Шәрип Бикҡолов, Ҡәҙим Аралбаев, Роберт Байымов, ә һуңғараҡ Наил Ғәйетбай, Рәсимә Ураҡсина һәм башҡалар беҙҙә даими хөрмәтле ҡунаҡтарға әүерелде. Ауылдар буйлап йөрөйбөҙ, осрашыуҙар үткәрәбеҙ, клуб һәм мәктәптәр һәр ваҡыт шығырым тулы була.
Халыҡҡа һәр ваҡыт һүҙе кәрәк. Яҙыусы менән күҙгә-күҙ осрашыу, күңелде борсоған һорауҙарға яуап алыу, һис юғы йәнгә ятышлы шиғыр тыңлап ҡайтыу күңелде байытып, рухты күтәреп кенә ҡалмай, тәрбиә сараһы ла булып тора.
Бөгөн исемдәре киң билдәле Айһылыу Йәғәфәрова, Әхмәҙин Әфтәх, Фирҙәүес Ноғоманова (Шафиҡова), Сулпан Миңлебаева, Мәүҙиға Рәхмәтова, Фәнүзә Биктимерова, шулай уҡ Зөһрә Кашапова, Азамат Усманов, Булат Мөлөков, Вазифа Хәйретдинова, Гүзәл Әхмәҙиева, Нуридә Илһамова һәм башҡалар, әҙәби «сирҡансыҡ»ты тәү башлап «Йәйғор»ҙа алды. Районда рус телендә яҙыусылар ҙа байтаҡ булып сыҡты, улар өсөн «Искра» гәзитендә «Литературная страница» булдырҙыҡ, хатта эргәләге Магнитогорск ҡалаһынан шиғыр һәм хикәйәләр алып килә башланылар. Байтаҡ һәләтле йәш кеше беҙҙең йүнәлтмә менән филология һәм тел-әҙәбиәт факультеттарында уҡып сыҡты. Эйе-эйе, беҙ биргән йүнәлтмә уларға юғары уҡыу йорттарына конкурстан тыш инеп китергә ярҙам итә торғайны.
1978 йылда Өфөгә эшкә сығып киттем. Күп тә үтмәй, Вил ағайҙың вафат булыуын ишеттем. Ғаилә ҡорорға ла, яҙған әҫәрҙәрен бергә тупларға ла өлгөрмәне ул. Тәүге «Станса» йыйынтығын бөгөн көндөҙ шәм яндырып эҙләһәң дә табыу мөмкин түгел. Был тормош уға ҡыҫҡа ваҡытлы станция ғына булып ҡалды...
Өфөнән һуң район гәзитенә кире ҡайтып эшләп йөрөгән мәлем. Яуаплы сәркәтип булғас ни, айырым бүлмә биреп ҡуйҙылар. Өҫтәлемде нух заманынан ятҡан ҡағыҙҙарҙан таҙартып ултыра инем, дүрт-биш дәфтәр килеп сыҡты. Матур ғына почерк менән яҙылған шиғырҙар.
– Яҙа ла яҙа, Әүмештән Рәшит тигән бер зәғиф кеше, – ти редакцияла эшләп йөрөгән, үҙенән башҡаларға кәмһетеп ҡарарға яратҡан берәү. – кемгә кәрәк уның яҙғаны...
Уҡый башланым. Йәшләй генә ғәрипләнеп ҡалған егеттең йән әрнеүе, күңел ғазаптары ғына түгел, иртәгәһе көнгә ышаныс, иң мөһиме, йәшәүгә булған һөйөү сағыла шиғырҙарында. Көлкө, юмористик әйберҙәре лә байтаҡ.
Мөхәрриргә: «Миңә Әүмеш ауылына командировка бирегеҙ, зинһар», – тинем. Үтенесемде кире ҡағып ҡуймаһын тип, өҫтәй һалам: «Машина кәрәкмәй, автобус менән барам».
– Машина кәрәк ине лә, бындай йонсоу көндә унда юл юҡ, – ти Мырҙахан Разай улы.
Үҙем ул Әүмештең ҡай тарафтарҙа икәнлеген дә белмәйем. Баҡтиһәң, Таштимер ауылының бер яҡ ситендә ятҡан Алсынбайҙы икенсе төрлө шулай атайҙар икән.
Таштимергә автобус менән килеп төштөм, юлды һорашам.
– Һиңә Йәлембәткә етәрәк төшөргә кәрәк булған, – тиҙәр. – Хәҙер уға боролоп, атлайһың да атлайһың инде, юлдың өҙөк мәле...
Атлы әҙәм осраманы, ә мин Суртанды күленең уң яғына, һамар ауылына барып сыҡтым. Һыуыҡ ноябрь айы. Әсе ел иҫә. Ҡар ҡатыш ямғыр һибәләй, ни туңдырмай, ни иретмәй ятҡан ала-сола көҙ инде, ҡыҫҡаһы.
Күлде урап сығып, Әүмешкә саҡлы әллә күпме атларға тура киде. Ҡараңғы төшә башланы. Елеккә үтерлек һыуыҡ еле лә көсәйҙе. «Юлда һәләк кенә булам икән», – тигән уй килә башҡа. Ниһайәт, алда ниндәй­ҙер ауыл уттары күренде. «Әүмеш булмаһа ла, моғайын, берәйһе ҡунып сығырға ғына рөхсәт итер әле», – тип йыуатам үҙемде. Ярай, Әүмеш икән. Рәшит Гәрәевтың йортон еңел таптым, бер игелекле ағай ҡапҡаға хәтлем үк оҙатып ҡуйҙы. Ата-әсәһе әйҙүкләп ҡаршы алды, инәй,төпкө бүлмәгә уҙып, балам, һиңә редакциянан бер ҡыҙ килгән, тип һөйөнсөләне. Ҡапыл күҙ алдым ҡараңғыланып, хәлһеҙләнә башлағанымды тойҙом. Диванға барып ултырғанымды хәтерләйем, иҫтән яҙғанмын. Ҡыҫҡа ваҡытҡа мәрткә китеү булдымы был, һушымды юйғанмынмы – әле булһа аңлап етмәйем. Табиптарҙың әйтеүенсә, улай оҙайлы һушты юйғандан һуң иҫән ҡалыу мөмкин түгел икән, сөнки мин өс сәғәттән ашыу аңыма килмәй ятҡанмын. Хужалар нишләргә белмәй ҡаңғырғандар, ауылда телефон-маҙар юҡ, «Ашығыс ярҙам» машинаһы һамар яғына үтте, тигәндәр, алмашлап уны ҡарауыллағандар. Шул тиклем мәшәҡәт тыуҙырғаным өсөн бик уңайһыҙ булды, ә инәй менән апа минең уяныуыма ҡыуана.
Рәшит бөтөнләй хәрәкәтһеҙ тиерлек. Һөйләшә, баш һәм һуҡ бармаҡтары араһына ҡәләм йә ручка ҡыҫтырып яҙа һәм һүрәт төшөрә ала. Һуңынан уның ҡасандыр иҫ киткес шәп бейеүсе булғанын, ә ун туғыҙ йәшендә ҡапыл аяҡтан яҙғанын белдем. Ауыҙынан бер зарланыу һүҙе сыҡмай, көләмәстәре менән минең кәйефте күтәрергә тырыша, әлбиттә, мин йәлләү тойғоһон йәшерергә маташам, уны һау-сәләмәт кеше күреп һөйләшәм.

Гөлшат ӘХМӘТХУЖИНА.
(Дауамы бар).


Атай-әсәй елкәһендә бот һоноп тик ятҡас, ваҡыт күп, яҙам инде, – тип көлә Рәшит.
Уның ни өсөн сирләп китеү сәбәбен әсәһе әсенеп һөйләне. Туғыҙынсы синыфта уҡып йөрөгән үҫмерҙе ферманың мал ҡараусыһы саҡырып ала. Баҡтиһәң, колхоз башмаҡтары Суртанды күленә төшөп киткән икән. Оло ағай кеше октябрь аҙағындағы боҙло һыуға төшөүҙең ни менән тамамланыуын яҡшы аңлай. Рәшиттең илһөйәрлек тойғоһона баҫым яһай:
– Һин камсамул бит әле! Камсамулдар ҡыйыу була, ана, миңә башмаҡтарҙы сығарып бир әле. Яңғыҙым ҡайыра алмайым, – ә үҙе һау-һаулап яр буйлап йүгергеләй.
Рәшит оҙаҡ уйлап тормай, ярым туңа башлаған һыуға ташлана, мең бәлә менән малды ҡыуып сығара. Үҙе бәҫһеҙ булып өйгә ҡайтып йығыла. Ауылда телефон да юҡ, фельдшерҙа юҡ ул заманда. Ҡыҙыу итеп мунса яғып, дарыу урынына ҡаҙ майын ҡулланып дауалай торғас, үҫмер йүнәлгәндәй була, аяҡҡа баҫа. Ә аҫтыртын сир үҙен дүрт йылдан һуң кинәт белдерә. Ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итһәләр ҙә, табиптар бер үк һүҙҙе ҡабатлай: һуң­лағанһығыҙ...
Һис шикһеҙ, совет осоронда пионерия, комсомол ғәйәт ҙур көскә эйә булды. Әммә бөгөн булһа, мин ул замандарҙа пионер галстугының, колхоз тракторының, уҡыу әсбәбының, кеше ғүмеренән дә ҡиммәтлерәк, ҡәҙерлерәк булыуын аңламайым, дөрөҫөрәге, ҡабул итә алмайым. Ошоға бәйле, бер ваҡиға иҫкә төштө. Асҡар урта мәктәбендә уҡып йөрөгән мәлем. Бөтәбеҙҙе дәрестәрҙән бушатып, зыяратҡа ҡуйҙылар. Уҙған төндө бәләкәйерәк синыфтарҙа уҡыған ике малай утта янып һәләк булған. Береһенең, ҡустымдың класташының, исеме Рәшит ине. Ни бары икенсе синыфта уҡып йөрөй, ә ике туған ағаһын күптән түгел генә пионер сафына ҡабул иткәндәр. Төн уртаһында йортта янғын сыҡҡас, ике ейәне менән өләсәһе тышҡа сығып өлгөрә. Йортта башҡа кеше булмай. Ләкин малайҙар кире ут эсенә ташлана: унда бөтә китаптары, галстук, пионер галстуг, тороп ҡалған! Ул арала ла өй түбәһе емерелеп төшә...
– Ысын совет уҡыусыһы бына шулай булырға тейеш! Ысын пионер шундай була! – Беҙгә сәғәткә яҡын ошондай юғары вәғәзде тыңлап торорға тура килде.
Минең, бишенсе синыф уҡыусыһының: «Ә йәшәргә лә өлгөрмәгән малайҙарҙың ғүмере?!» – тип ҡысҡырғым килде. Һүҙҙәремде дөрөҫләгәндәй, ҡайтҡас, әсәйем өс балаһын алдына теҙеп ултыртып, кеше ғүмеренең барыһынан да ҡиммәтлерәк икәнен аңлатты: «Ә һуғышта?»– тип һораныҡ. «Һуғышта һалдаттар ерен, илен һаҡлай, шулай тейеш!» – тип кенә ҡуйҙы ул.
Һуңғараҡ «Комсомольская правда» гәзитендә колхоз тракторын уттан ҡотҡарам,тип, йыш утта һәләк булған Анатолий Мерзляков хаҡында уҡыным. Егерме йәшлек егеттең ата-әсәһе, яҡындары нимә кисерә – быға битараф автор, ул да йәш быуындың илһөйәрлек тойғоһона баҫым яһағайны ... Кеше ғүмерен ҡотҡарыу хаҡына утҡа-һыуға ташланыуҙы ҡабул итә алам, үҙемдең дә, бөтөнләй йөҙә белмәйенсә, шәп йөҙгән дуҫымды батыуҙан ҡотҡарыу өсөн һыуға һикергәнем булды. Әммә, ниндәй генә юғары идеяларға хеҙмәт итмәһен, йәнһеҙ атрибутика, матди байлыҡ, документ әҙәм ғүмеренә торошло түгел.
Ситкә киттем. Һүҙем бит шағир Рәшит Гәрәев хаҡында ине. Хәтеремдә, атаһының: «Колхоз башмаҡтарын ҡотҡарам, тип кенә харап булды инде»,– тиеүенә ҡаршы Рәшит: «Мин үкенмәйем, атай, колхоз күпме зыян күрә ине ул башмаҡтар батып йә туңып һәләк булһа», – тигәйне. Әле уйлап ултырҙым да, ә бит үҙем дә инде йән эйәләрен ҡотҡарыу өсөн ғүмеремде уйлап тормаҫ инем, тигән фекергә килдем. Ни хәл ҡылаһың, шундай инде беҙ ...
Ә Рәшит дуҫҡайым яҡын киләсәктә колхоздың барыбер юҡҡа сығырын, илде, колхоз-совхоздарҙы тарҡатыуҙы заманында юғары телмәрҙәр тыйған «ағайҙарының» бойомға ашырыуын күрмәй-белмәй китте яҡты донъянан.
Рәшит Гәрәевтың, шиғырҙары, мәҫәлдәрен «Осҡон», «Башҡортостан пионеры» (хәҙерге «Йәншишмә»), «Ленинсы» ( хәҙерге «Йәшлек») гәзиттәрендә, «Һәнәк» журналында баҫтырып өлгөрҙөм. Яйы сыҡҡан һайын Әүмешкә барып, хәлен белгеләп йөрөнөм, хат алыштыҡ.
Һуңғараҡ яҙмыш елдәре мине Сибай яҡтарына ташланы. Бер ваҡыт Магнитогорскийҙан шылтраттылар: «Мин Рәшиттең апайы булам, ул китеп барҙы. Үлер алдынан яҙыуҙарын һеҙгә тапшырыр­ға ҡушты», – тип. «Ундай яуаплылыҡ алмайым үҙемә», – тинем. Күп тә үтмәй, ата-әсәһенән сәләм килде: «Беҙ иҫән саҡта килеп ҡайт», – тигәндәр. Машина яллап, Әүмешкә юл тоттом. «Ҡыҙым, баш тартма, Рәшит тик һиңә генә тапшырырға васыят итеп әйтте», – тип, ҡулыма шәлгә төрөлгән ҡағыҙҙарын тотторҙолар.
Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһында әҙәби консультант булып эшләй башлағас, Рәшиттең, йәнә лә түбәндәрәк һөйләйәсәк Булат Әйүповтың ҡулъяҙмаларын ойошмаға тапшырҙым. Теләгем – әкренләп уларҙы ваҡытлы матбуғатҡа әҙерләп биреү, мөмкинлек булһа, йыйынтыҡ итеп сығарыу ине, әммә ойошманан ҡапыл ғына китеп барырға тура килде, ә һуңғараҡ минең ҡат-ҡат мөрәжәғәт итеүемә ҡарамаҫтан, ҡулъяҙмаларҙы ҡайтарып биреүсе табылманы, дөрөҫөрәге, үтенесемә битараф ҡалдылар. Ҡулъяҙмалар араһында Рәшит мәрхүмдең көндәлектәре, ә Булат Әйүповтың хикәйәләре һәм «Уҡытыусылар» исемле повесы ла бар ине.
Рәшиттең үлеменә бер нисә йыл үткәс, уның ҡасандыр яратып йөрөгән ҡыҙынан хат алдым. Силәбе өлкәһе ҡасабаларының береһендә ғаиләһе менән йәшәй икән, саҡырып яҙған. Барып сығырға форсат булманы.
Булат Әйүпов. Класташым Әсмәнең тормош юлдашы. Икеһе лә Амангилде урта мәктәбендә уҡытты. Яҡшы күңелле кешеләр ине икеһе лә. Булат ғилми эштәр менән шөғөлләнеү өҫтөнә гәзит-журналдар өсөн тәрән йөкмәткеле мәҡәләләр яҙҙы, «Башҡортостан уҡытыусы»һында баҫылған бер мәҡәләһе өсөн Союз кимәлендәге конкурста еңеүсе булғаны ла хәтеремдә. Ул бик өмөтлө прозаик та ине. Баянда уйнай, көйҙәр яҙа, рәссам. Амангилде мәктәбендәге бер осрашыу ваҡытында (ул саҡта дуҫтарым икеһе лә баҡыйлыҡҡа күскәйне инде) миңә үҙемдең портретты ла күрһәткәйнеләр, уны Булат яҙған булып сыҡты. Хәҙер ҡайҙалыр инде... Ниңәлер Булат көйҙө минең шиғыр­ҙарға ғына яҙҙы. «Беҙ егеткә икәү ғашиҡ инек» – был уның тәүге йыры, әлеге йырҙы ла, башҡаларын да ҡыҙы Айгөл сәхнәлә башҡарып йөрөнө, тик махсус яҙҙыра алманыҡ.
Ғаиләлә алма кеүек өс ҡыҙҙары – Айһылыу, Айгөл, Айгүзәл – үҫеп килә, ә Әсмә Булат фажиғәле рәүештә һәләк булғанда дүртенсегә йөклө ине.
Был фажиғәнән саҡ ҡына алдараҡ иптәшем Вәкил Закуан улы менән бәшмәккә китеп барабыҙ. Ҡаршыға байрамса кейенгән Әсмә менән Булат осраны. Әсмә һәр ваҡыттағыса ҡояштай балҡып, йылмайып-көлөп килә.
– Күберәк йыйығыҙ, мотлаҡ ашашырға киләсәкбеҙ, – тине Булат.
Был беҙҙең һуңғы күрешеү булды. Һәләк булыр көндө Булат редакцияға килгән, ағайҙар эргәһенә лә инеп сыҡҡан, яңы көйҙәр яҙыуы хаҡында белдергән. Ниңәлер, минең бүлмәгә инмәгән, өйөбөҙгә киткән. Вәкил менән оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултыр­ғандар. Мин эштә тотҡарландым, гәзит сыҡҡан көн ине. Ә Булат беҙгә баянын ҡалдырып, иртәгә килермен, тип, Булат ағай Мөлөкөв менән автобус станцияһына юлланғандар. Яңы тыуған сабыйының «тәпәйен йыуып» йөрөгән берәү ауыр мотоциклда арттан елдереп килеп бәрҙергән Булатты. Йәрәхәт үлемесле булған...
Әсмәнең ул ваҡыттағы кисерештәрен күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Күҙҙәрендә нур һүнде, уның алсаҡ йөҙөнән йылмайыу китте. Шулай ҙа артабан бирешмәй йәшәргә көс тапты: береһенән-береһе бәләкәй өс бала, оҙаҡламай дүртенсеһе – Гөлшаты донъя күрер. Әсмә шәкәр диабеты менән сирләй башланы. Моғайын, Булатты юғалтыу ҡайғыһынандыр.
– Был ҡағыҙҙар һиндә һаҡланһын,– тип, иренең иренең ҡулъяҙмаларын алып килгәс, ҡырҡа баш тарттым.
– Ваҡытым да, әҙерләп, ҡайҙалыр барыр­ға мөмкинлегем дә юҡ, – тип ҡараным.
– Баҫтыр, тимәйем дә, ятһын һиндә, – тип үҙ һүҙен ҡабатлай. – Донъя хәлен белеп булмай, мин үлеп китһәм...
– Кит, юҡты һөйләмә, – тип асыуланам, ә ул көлә.
Ошо һөйләшеүҙән һуң күп тә үтмәне, Әсмәнең аяҡтарын киҫтеләр. Дауаханаға барҙым.
– Әйттем бит һиңә, – ти Әсмә, ә үҙе һис бошонмайған кеше һымаҡ ҡылана. – Аҙашыңды һаман күрмәй йөрөйһөң, хас та һинең һымаҡ та ул, күҙҙәренә тиклем. Атаһына ла, миңә лә оҡшамаған.
Аҙашым Бөгөн Мәскәүҙә йәшәй. Бәхетле генә булһын.
Мин һеҙгә дуҫтарымдың яҙмышын бәйән иттем. Ниндәй һәләтле, көслө рухлы кешеләр ине...
Торналар китә йылы яҡтарға. Яҙҙар етер, торналар ҡабат тыуған ерҙәренә әйләнеп ҡайтыр. Тик баҡыйлыҡҡа күскән дуҫтар инде ҡайтмаҫ. « Ҡайтығыҙ, торналар», – тип бышылдайым күккә ҡарап...

Гөлшат ӘХМӘТХУЖИНА







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға