«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йондоҙнамә (26 февраль - 4 март)



26.02.2018 Йондоҙнамә (26 февраль - 4 март)

Йондоҙнамә (26 февраль - 4 март)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Был арала алданыу ихтималлығы артыр. Ҡыйын булһа ла, берүк бурысҡа инмәҫкә тырышығыҙ. Шаршамбынан һуң ниндәйҙер һәйбәт яңылыҡтар ишетерһегеҙ. Тормошо­ғоҙҙо ыңғай яҡҡа үҙгәртеү мөмкинлеге сығыр.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Аҙна барышында үҙегеҙ тураһында кеше фекерҙәренә иғтибарлыраҡ булығыҙ. Уларҙың бик дөрөҫ һәм һеҙҙең файҙаға булыуы ихтимал. Яҡын кешегеҙҙән дә аҡыллы кәңәш ишетеүегеҙ бар. Ниндәйҙер мәшәҡәтле эш өсөн өҫтәмә аҡса алырһығыҙ кеүек.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Йыбанһағыҙ ҙа, ҡайһы бер өй-йорт эштәре менән булышырға тура килер. Әйткәндәй, йондоҙҙар был арала күпселек ваҡытығыҙҙы үҙ өйөгөҙҙә үткәрергә ҡуша. Алыҫ киләсәк тураһында күп уйламағыҙ, маҡсаттарығыҙҙы барыбер үҙгәртерһегеҙ.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Ҡәҙимге аҙна. Шишәмбелә ниндәйҙер икеле хәлдән оҫта сыға алырһығыҙ һымаҡ. Төп эшегеҙҙә әүҙемлек күрһәтмәҫкә кәңәш ителә, барыбер бер кемдән дә рәхмәт һүҙҙәрен ишетмәҫһегеҙ. Ҡайһы ваҡыт һеҙгә оҡшамаған эш менән шөғөлләнергә тура килер.

Буға (21.04 – 21.05)
Бөтә эшегеҙ ҙә ҡытыршылыҡ менән барыр һымаҡ. Аралашыуҙа ла ҡыйынлыҡтарға осрарһығыҙ. Шаршамбыла эске тауышығыҙҙы ишетергә тырышығыҙ. Бер ниндәй ҙә яңылыҡ-үҙгәрештәрҙән ҡурҡмағыҙ. Уларҙың барыһы ла яҡшыға булыр.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Был арала йыш ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо кисерерһегеҙ. Ысынында хәлегеҙ бигүк насар түгел кеүек. Бик тиҙҙән ул тағы ла һәйбәтләнергә тейеш. Уңайлы мөмкинлектәр, бәхетле мәлдәр ҙә булыр. Кәрәкле кешеләр ҙә еңел осрап торор.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Кеше араһында абруйығыҙ мотлаҡ артыр. Ғаилә мөнәсәбәттәре йылынып китер. Шаршамбыла алыҫтан ниндәйҙер хәбәр алыуығыҙ ихтимал. Уның киләсәктә мәшәҡәт килтереүе мөмкин. Төп эшегеҙҙә етәкселәр күҙенә йышыраҡ күренергә тырышығыҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Һуңғы арала башҡарған эшегеҙ тейешле баһаланыр һымаҡ. Мәл һаулығығыҙҙы нығытыу өсөн уңайлы. Сирләгән кешеләргә көс-хәл инер. Был арала иң ауыр эштәрҙән дә ҡурҡмағыҙ, уларҙы еңел хәл итерһегеҙ. Алда һеҙҙе ыңғай үҙгәрештәр көтә.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Төп эшегеҙҙә хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрәсәк. Абруйығыҙ артыр, фекерегеҙҙе тыңларҙар, һүҙегеҙ үтемле булыр. Яҡын арала мәшәҡәтлерәк, ләкин аҡсаһы күберәк булған эш тәҡдим итеүҙәре ихтимал. Ҡайһы бер дошмандарҙың һеҙгә теше үтмәй башлар.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Мәл өйҙәге мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн уңайлы. Аҙаҡтан уларҙы яйға һалыу күпкә ауырлашыр. Оло йәштәге туғандарығыҙҙың хәлен белергә онотмағыҙ – бәғзеләр ярҙамға мохтаж һымаҡ. Йомала алыҫтан һәйбәт хәбәр килеүе бар.

Саян (24.10 – 22.11)
Матди ҡыйынлыҡтар дауам итер кеүек. Был арала аҡсағыҙҙы бик уйлап тотоноғоҙ. Ярҙам эҙләү әллә ни файҙа килтермәҫ. Аралашыуҙа ҡытыршылыҡтар килеп сығыуы ихтимал. Был йәһәттән шишәмбе хәүефле күренә.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Аҙна һеҙгә яңы уй-фекерҙәр килтерер. Тик уларҙы тормошҡа ашырырға ашыҡмағыҙ, бының өсөн ваҡытығыҙ булыр әле. Ауыҙығыҙҙы йомобораҡ торорға кәңәш ителә – ҡайһы бер серҙәрегеҙҙең кеше араһына таралып китеү хәүефе һағалай.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға