«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » «Балам кемегеҙҙән?»



24.02.2018 «Балам кемегеҙҙән?»

«Балам кемегеҙҙән?»
йәки үҙәк телеканалдарҙа әхлаҡһыҙлыҡты пропагандалаған тапшырыуҙарҙы тыйырға нимә ҡамасаулай?

Үҙәк каналдарҙы ҡарарлыҡ түгел хәҙер. Һуңғы йылдар­ҙа ундағы темалар – кем аҡсаны йәки мираҫты урлаған, бисәһенә йәки иренә хыянат иткән, үлтергән йәки үлтермәгән һәм башҡалар. Бигерәк тә ғаиләгә ҡағылышлы тапшырыуҙар күп күрһәтелә. Берәй ҡатындың бар ғаләм алдында балаһының атаһын асыҡлауы – ғәҙәти күренеш.

Атайҙың кем булғанын белеү өсөн берәү түгел, кәмендә өс ир килә. Кем белә донъя хәлен – ҡатын барлыҡ шикләнгән кешеһен саҡырта. Ул ирҙәрҙең ҡатындары ла эйәреп килә һәм төп героиняны инәһенән төшөп әрләй. Әрләү генәме, эш һуғыш­ҡа тиклем барып етә. Ирҙәрҙе аҙҙырып ятҡан ҡатындың балаһы кемдән икәнен белеү өсөн ДНК анализы алынған, тапшырыу аҙағында, ниһайәт, һөҙөмтә иғлан ителә. Бынағайыш, ирҙәр­ҙең береһе лә «ғәйепле» түгел икән. Бахыр ҡатын нисек йәшәр инде артабан? Бахыр итерһең уны, бер аҙнанан тапшырыу түренә тағы килеп ҡунаҡлаған, ана, күр! Был юлы дүрт ирҙе тикшертмәксе, әстәғә­фирулла!
– Баламдың атаһы табылмаһа ла борсолмайым, исмаһам, күңелем тынысланып ҡалыр, – ти үҙе, иҫе китмәй генә.
ДНК анализы берәүҙең атай булыуын күрһәтте, уныһы бәлиғ булмаған күрше егете… Шул саҡ залда ултырған берәү: «Бәлки, ҡатындың балаһының атаһы 17 йәшлек үҫмер түгелдер, ә уның атаһылыр?» – тигән фекерен еткерҙе. Тимәк, тапшырыуҙың өсөнсө серияһы буласаҡ, унда кем киләсәген һиҙеп тора­һығыҙҙыр, йәмәғәт. Был тапшырыуҙар барышында ауыл ирҙәренең ҡото алынғандыр, ҡыҫылышым булмаһа ярар ине, мине лә саҡырып ҡуймаһындар, тип күптәрҙең ярты башы ағарғандыр. Ә бына миллионлаған кеше ҡа­раған эфирға үҙен танытҡан ҡатын быуар йыландай тыныс, тимәк, үҙен хаҡлы итеп һанай. Шулай булмай ни, был депутат уға ярҙам вәғәҙә итте, тегеһе, яңғыҙ ҡатын булараҡ, өҫтәмә социаль түләмдәргә хоҡуғығыҙ бар, тип ышандырҙы. Уны яҡлап сығыш яһаусылар ҙа булды, бөгөнгө героиня – көсләү культураһының һәм гендер тигеҙһеҙлегенең ҡорбаны, тип белдерҙе бер ҡат­нашыусы.
Бысраҡ кейемдә ҡаҙынған, аҙғынлыҡты яҡлаған тапшырыу­ҙар илдең төп каналдарын баҫты. Йәштәр тиҙ генә байығыу хаҡында хыяллана, ни өсөн? Сөнки «зәңгәр экран»да барыһы ла долларға табына – ҡаптарҙа, кейста һәм сумкала – иң мөһиме, күберәк булһын. Ә намыҫ, тәртип, һөйөү артҡы план­ға күсә. «Ысынында», «Һин ышанмаясаҡһың!», «Рус сенсациялары» кеүек тапшырыуҙарҙың маҡсаты – танылған шәхестәр тураһында бысраҡ факттар күрһәтеү, хатта уйлап сығарып булһа ла. Дөрөҫмө, дөрөҫ түгелме, негатив булһын ғына! Ток-шоуҙар арҡаһында талантһыҙ шәхестәр танылыу яулай, сәхнәлә сығыш яһап түгел, ә тапшырыуҙарҙа үҙҙәренең бысраҡ тормошон иләк аша үткәртеп аҡса эшләй.
Үкенескә күрә, «зәңгәр экран»да көсләү, бәғерһеҙлек, яланғас кешеләрҙе күреп өйрәнгәнбеҙ. Әгәр ҙә беҙ, ололар, аңлы рәүештә телевизор ҡарау­ҙан баш тарта алабыҙ икән, балалар әлегә бындай тапшырыу­ҙарҙың психика өсөн хәүефле булыуын аңламай. Бер һүҙһеҙ, телевидение баланың аңы формалашыуға тәьҫир итә. Күрһәтмә әсбап кеүек – нисек урларға, үлтерергә, шартлатырға, кешене мыҫҡыл итергә. Ғалимдар әйтеүенсә, үҫмерҙәрҙең өстән бер өлөшө телевидение ар­ҡаһында тәмәке тарта һәм наркотик ҡуллана башлай. Шулай уҡ үҫмерҙәрҙең көсләүҙе тап «зәңгәр экран»дан алып тормошҡа ашырыуы күптән иҫбат ителгән. Ә кинофильмдарҙың ҡаты бәғерле геройҙары бала саҡтан кумир­ҙарға әйләнә.
Күптән түгел РФ Дәүләт Думаһы комитеты рәйесе урынбаҫары Елена Драпеко Рәсәйҙә Әхлаҡ буйынса совет булдырыу тәҡдиме менән сығыш яһаны. Уның әйтеүенсә, яңы совет нәфис фильмдарҙы баһаларға, уларҙың прокатҡа сығыу-сыҡмауын хәл итергә тейеш. Был сығыш «Сталиндың үлеме» фильмы тирәләй килеп тыуған низағҡа бәйле булды.
«Сталиндың үлеме» – Британия режиссерының провокацияға ҡоролған сатирик фильмы. Кинола СССР-ҙағы юғары вазифа биләүселәрҙең Сталин үлгәндән һуң нисек үҙ-ара власть бүлешеүҙәре хаҡында. Был фильмды иң тәүҙә чиновниктар, депутаттар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡарай һәм шау-шыу тыуҙыра. Улар картинаны Рәсәйҙә тыйыуҙарын талап итә. Һөҙөмтәлә РФ Мәҙә­ниәт министрлығы 25 ғинуар­ҙа прокатҡа сығырға тейешле кино хаҡында 23 ғинуарҙа ҡарарын үҙгәртә һәм уны яңынан экспертизаға ебәреүҙе кәрәкле тип таба.
Драпеко фекеренсә, Рәсәйҙә порнографияға һәм дәүләт ҡоролошон көсһөҙләндереүгә ҡорол­ған фильмдарҙы күрһәтеүҙе тыйырға кәрәк. «Сталиндың үлеме» фильмын прокатҡа сығарырға танытма биргән Мәҙәниәт министрлығы үҙ вазифаһын намыҫ менән үтәмәй, ти ул.
Ысынлап та, РФ Президенты ҡарамағындағы Әхлаҡ буйынса комитет төҙөргә нимә ҡамасаулай? Ошо комитеттың кино, театр, мәғариф өлкәһен һәм, әлбиттә, киң мәғлүмәт сараларын, телевидениены контролдә тотҡан тармаҡтары булырға тейеш. Эйе, телевидениела мотлаҡ этика һәм әхлаҡ нормалары буйынса цензура булырға тейеш. Әйткәндәй, цензура өсөн рәсәй­ҙәрҙең 65 проценты тирәһе ыңғай тауыш бирә. Күрәһең, көсләү, иреш-талаш, шәхси тормошто тикшереүсе тапшырыуҙар каналдарға яҡшы табыш килтерә. Ә үҙ-үҙен ҡарай алған каналды артыҡ дотацияларға кәрәкмәй, был да, үҙ сиратында, кемдер өсөн уңайлы.
Шуныһы ҡыҙыҡ, һуңғы ете йылда буш ваҡыттарында телевизорын тоҡандырған кешеләр­ҙең һаны икеләтә кәмегән, имеш. Был һандарҙы Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге килтерә – һәр бишенсе кеше телевидениеға ҡарағанда интернетта ултырыуҙы хуп күрә. Шулай уҡ ял көндәрендә телевизорға текәлеп түгел, ә тәбиғәткә сығып ял итеүселәр, туғандары, дуҫтары менән осрашыусылар һаны артҡан. Ете йыл элек буш ваҡытын телевидениеға арнаусылар 63 процент булһа, бөгөн улар – 29 процент ҡына. Халыҡ көсләү, урлашыу, үлтерештән арыны, негативтан ялҡты булһа кәрәк…

Лилиә ХӘЛИТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға