«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Автобуста



14.02.2018 Автобуста

Автобуста
Ҡала-яны автобусы туҡталышҡа етеп килгәндә, йән-фарман йүгергән ир менән бала күренде. Трассанан ситтә ятҡан ауылдан, ахырыһы, көрт йырып туранан оло юлға саба был икәү. Битараф булмаған пассажирҙар шоферға: «Саҡ ҡына көтөп тороғоҙ инде», – тип өндәште. Водитель двигателен һүндереп үк ҡуйҙы ла, сабыр ғына креслоһына ауышты. Ирҙең балаһы бәләкәйгә оҡшаған, сама менән 4 – 5 йәш барҙыр, күтәрәм тиһәң – ауыр, йүгертәм тиһәң, яй, тигәндәй.
Ҡолаҡсын кейгән һәм гаджеттарына «инеп» киткән пассажирҙарҙан тыш, барыһы ла был икәүҙең йүгергәнен тәҙрә аша күҙәтә башланы. Бына ҡыҙыҡ, үҙҙәре йүгерә, үҙҙәре тыйыла алмай көлә. Биттәре ҡыҙарып салонға килеп инделәр – урын эҙләү, сумкаларҙы урынлаштырыу мәшәҡәттәренән арынғандан һуң, автобус, ниһайәт, ҡуҙғалып китте. Быларҙың барыһы ла малайҙың шырҡ-шырҡ көлөүе аҫтында эшләнде. Иркенләп ултырышҡас, бала: «Атай, һин бынан да нығыраҡ уф…ра алаһыңмы ул?» – тип ҡысҡырып һорамаһынмы. Ҡыҙарынған-бүртенгән ир нимә тип яуап ҡайтарырға ла белмәне. Һүҙҙе икенсегә борорға теләп, балаһына сумканан уйынсыҡ машина алып бирҙе.
Халыҡтың берәүҙәре ҡабат тәҙрәгә боролдо, икенселәре өҙөлөп ҡалған әңгәмәһен дауам итте. Хәҙер малайҙың яҡшы кәйефе барыһына ла күсте – автобуста һәр кем үҙ алдына йылмая ине.

Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға