10.02.2018 Байлыҡтарҙан өҫтөн ғаилә бәхете
Йәшәү өлгөһө булырлыҡ Ғүмәровтар
Стәрлетамаҡ районының Күсәрбай ауылында үтә лә матур ғаилә йәшәй. Тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына, әммә ошо ябайлыҡ менән улар ауылды йәмләй, кешеләргә өлгө булып тора. Һүҙем – 54 йыл бергә татыу ғүмер итеүсе Ғәйшә һәм Венер Ғүмәровтар тураһында. Улар менән танышыуымды яҙмыш бүләге тип ҡабул итәм. Йор һүҙле, шаян, моңло тауышлы, ҡартлыҡта ла мөһабәт ир ҡиәфәтен ташламаған ғаилә башлығы менән уның һәр һүҙенә ҡеүәт биреп ултырған нәзәкәтле, йомшаҡ күңелле һылыу ханымға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Уларҙың ғаилә тарихы 54 йыл элек түгел, унан әҙ генә алдараҡ, Ғәйшә Ғибаҙулла ҡыҙының ауылға эшкә килгән ваҡытынан, башланғандыр ул. 10-сы класта уҡып йөрөгән егет, танышырға теләп: “Фамилияң кем?” – тип һорауына, ул, алдап: “Ғүмәрова”, – тип яуаплай. Кем генә белһен инде, был һүҙҙәр фәрештәнең “амин” тигән сағына тура килер тип.
Ғәйшә апайҙың үҙ-үҙен тотошо, мәҙәниәтле булыуы, ихласлығы ябай ауыл ҡатыны булмышына бер аҙ тап килмәгән дә кеүек. Классик романдар героиняларына хас нескәлек һәм нәзәкәтлек бөрккән был ханым һәр саҡ яҙмыш тарафынан иркәләнеп кенә торған кеүек. Тик аралаша башлағас, уның ауыр бала сағын һәм йәшлек йылдарын белеп, тормоштоң әсе һурпаһын татыуын да аңланым. Архангел районының Үрге Ләмәҙ ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ 13 йәшендә генә үкһеҙ етем ҡала. Башланғыс кластарҙы – үҙ ауылында, аҙаҡ Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылына йөрөп уҡый. Аҙна һайын ҡара урман юлы аша, ямғырлы көҙ, буранлы ҡыш, ташҡынлы яҙ миҙгелдәрендә 25 саҡрым араны үтә ул. Йыртҡыс йәнлектәргә лә осрай, буранға ла ҡамала, әммә яҙмыш уны афәттәрҙән һаҡлап ҡала. Ата-әсәһе урынына ҡалған Рәхимә апаһы менән Мәжит еҙнәһе уны һәм тағы ла ике ҡустыһын үҙҙәренең ун балаһы янына ҡабул итә. Юҡлыҡты ла, ауыр эште лә күрергә тура килә уларға. Туфлиҙарының тиҙ туҙыуынан ҡурҡып, ауылдар араһындағы юлды байтаҡ ваҡыт ялан аяҡ үтеүе Ғәйшә апайҙың һаман да иҫендә. Шулай ҙа, нисек кенә ауыр булмаһын, яҡын кешеләре уны уҡырға, белем алырға өндәй. Мәктәпте тамамлағас, үҙ-үҙен һынап ҡарау өсөн Абҙан ауылы мәктәбенә эшкә урынлаша. Һөнәрҙең күңеленә яҡын булыуын аңлағас, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының ситтән тороп уҡыу бүлегенә документтарын тапшыра. Көндөҙгө бүлектә уҡыр ине лә бит, тик бер стипендияға ғына йәшәү мөмкин түгел. Имтихандарҙы уңышлы тапшырып, үҙ исемен студенттар исемлегендә күреү менән йәш ҡыҙ райондың мәғариф бүлегенә барып эш һорай. Уны Күсәрбай ауылына рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп тәғәйенләйҙәр. Тап шул мәктәптә осрата ла инде ул буласаҡ ирен.
– Ғүмәрова тигән фамилия оҡшай торғайны. Ошо ваҡиғанан һуң бер йыл үткәс, Венерҙың үҙенә кейәүгә сығып, оҡшаған фамилияға эйә булдым. Өйләнгәндә ул 18 йәшлек кенә егет ине, мин әҙ генә өлкәнерәкмен. Ҡайным менән ҡәйнәм шул тиклем һәйбәт кешеләр булды, етем үҫкәнгәме, атай-әсәйле йәшәгем килде. Шуға ла, тәҡдим яһағас, ҡаршы булманым. Донъя күргән, аҡыллы кеше ине ҡәйнәм, бер ваҡытта ла ауыр һүҙ әйтмәне. Киреһенсә, бәләкәй генә эшемде лә ҡыуанып, маҡтап ҡабул итте. Ә уның йылы һүҙенән күңелем күтәрелеп, тағы ла тырышыр инем. Бер-бер артлы балаларыбыҙ тыуҙы, дипломды дүрт бала әсәһе булғас ҡулыма алдым. Ул саҡтағы мәктәп директоры: “Һинең был документың алтын! Ғүмерҙә лә дүрт бала менән диплом алған кеше тураһында ишеткәнем юҡ ине, афарин! Етмәһә, ошондай мәшәҡәтле эштә эшләйһең!” – тип ҡулымды ҡыҫҡайны. Ә уҡытыусы эше ғүмер буйы мәшәҡәтле булды: конкурстар, асыҡ дәрестәр, тимурсылар командаһы, политмәғлүмәт дәрестәре, концерттар – үткән сараларҙы һанап ҡына бөтөрөрлөк түгел. Оҙаҡ йылдар буйы ойоштороусы, завуч, парторг, профком рәйесе кеүек яуаплы вазифаларҙы башҡарҙым. Янымда һәр ваҡыт, балаларҙы йырлатып йә бейетеп, гармунын күтәргән Венер йөрөр ине. Уҡыған саҡта контроль эштәр, рефераттар яҙырға ярҙам итте, балаларҙың дәфтәрҙәрен тикшерешә ине, – тип хәтирәләргә бирелде Ғәйшә апай.
Венер ағай ҙа ситтән тороп педагогия институтына уҡырға инә, әммә ғаилә мәшәҡәттәрен һылтау итеп, сираттағы сессияға бармай ҡала. Дуҫлашып йөрөгән осорҙа уҡ Ғәйшә апай менән Венер ағай барлыҡ концерттың, мәҙәни сараның биҙәге булып, йыр-бейеүҙәр менән ҡатнашып йөрөгән була. Шуға ла ғаилә башлығын мәҙәниәт йортона эшкә саҡыралар. Күңелле бер мәл итеп иҫкә ала унда эшләгән йылдарын йор һүҙле ғаилә башлығы:
– Атайымдың уйнауына ҡарап, 4-се класта уҡ гармунда көй сығарырға өйрәнгәйнем инде. Бала саҡ йәштәрҙе бейетеп үтте, ғаилә ҡорғас та концерттарҙан ҡайтып инмәнем. Мәҙәниәт йортонда эшләргә тигән тәҡдимде, минән бигерәк, Ғәйшә апайың шатланып ҡабул итте. Көндөҙ, ул эштә саҡта, мин донъя көтәм, ул ҡайтһа, кискә мин сығып китәм. Көнләшеү кеүек алама ғәҙәте булманы һис кенә, киреһенсә, йәштәр ҡайтмай, оҙаҡлаһа, ҡайтып, уны ла үҙем менән эйәртеп сығып китә инем. Ғүмерем гармун тартып ҡына үтте, тип шаяртып әйтәм. Районда үткән конкурстарҙа бер нисә йыл рәттән гран-при яуланым, республика кимәлендәге сараларҙа ла күп ҡатнаштым. Яңауыл ҡалаһында үткән “Гармун байрамы”на ғына биш тапҡыр барҙым. Ҡатындары көнләшеп йонсотҡан күп ир-егет сәхнәгә сыға алмай ҡалды. Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә – ҡатын, тиҙәр. Мин ул яҡтан бәхетлемен. Хаҡлы ялға сыҡҡас та йәштәр өйөбөҙ янынан үткәндә: “Венер бабай, әйҙә киске уйынға сығып, беҙҙе бейет әле!” – тип шаяртып ҡысҡырып үтә ине. Шулай ҙа мәҙәниәт йортонда эшләү ауыр хеҙмәт, быны хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына аңланым.
Ғүмәровтарҙың балалары ла уларҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, матур донъя көтә. Оло улдары Илдар Наумовка ауыл хужалығы техникумын тамамлаған, һуңғы йылдарҙа Себер тарафтарында эшләп йөрөй. Ҙур ҡыҙҙары Эльвира – Стәрлетамаҡ медицина училищеһын тамамлап, тыуған ауылында фельдшер. Земфиралары – һөнәре буйынса уҡытыусы, ә кесе улдары Юнир сәнғәт юлын һайлаған. Хәҙер инде Ғәйшә апай менән Венер ағай ете ейән-ейәнсәргә, өс бүлә-бүләсәргә өләсәй, олатай булыу бәхетен татыған. Байрамдарҙа атай йортона йыйылып, ғаилә оло бер табын ҡора, ишек алды йырлы-бейеүле һабантуй майҙанына әүерелә. Яратҡан уҡытыусыларын һағынып, уға рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә элекке уҡыусылары ла йыш килә был йортҡа. Кемдәр генә юҡ улар араһында: ябай эшселәр ҙә, уҡытыусы-табиптар ҙа, ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре лә, төҙөүселәр ҙә, юғары вазифа биләүселәр ҙә. Күптән атай-әсәй, хатта олатай-өләсәй булып бөтһәләр ҙә, үҙҙәрен донъя күргән уҡытыусыларының кәңәшенә, йылы һүҙенә мохтаж итеп тоялар. Тимәк, уҡытыусылары уларҙың күңеленә изгелек орлоҡтары сәсә белгән, рәхмәтле итеп тәрбиәләгән. Ғәйшә апай менән Венер ағай уларҙы ла үҙ балаларылай яҡын итеп, яҡты йөҙ, ихлас күңел, ҡайнар сәй менән ҡаршы ала.
54 йылдың әсе һалҡындары кеүек ауырлыҡтарҙы ла, йәйҙәй йәмле һөйөнөстәрҙе лә бергә үткәргән, хәҙер инде ҡартлыҡ бәхетен парлы-парлы булып татыған был мөхәббәтле ғаиләнең тормошона һоҡланмайынса ҡарап булмай. “Йәш ваҡыттар үтер әле, ҡартлыҡ бәхеттәрен насип ит”, – тип йырҙа йырланғанса, йәшлек һынауҙарын лайыҡлы үтеп, оло йәштә ғүмер матурлығына һоҡланып тороу – бәхет бит ул! “Нимә ул мөхәббәт?” – тигән мәңгелек һорау бар. Бер-береһенең күҙҙәренә һаман да йылмайып ҡына ҡараған оло йәштәге кешеләрҙе күргәнегеҙ бармы? Бына ошо була ул ысын мөхәббәт. Стәрлетамаҡ районының бәләкәй генә Күсәрбай ауылында йәшәүсе Ғүмәровтар – быға асыҡ миҫал.
Гөлнур ЮЛДАШЕВА.