«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Арыу ирҙән бисә китмәй ул



03.02.2018 Арыу ирҙән бисә китмәй ул

Арыу ирҙән бисә китмәй ул
йәки Ете йыл элек кейәүгә сыҡҡан апайымдың еҙнәй менән айырылышып йөрөүен ишетеп, шаҡ ҡаттым

Бисәләрҙең шашып ҡотороусан икәнен үҙемдән дә беләм, йәшереп тормайым. Ирҙәребеҙ әҙ генә йомшаҡлыҡ күрһәтһә, елкәләренә менеп атланырға ғына торабыҙ бит ул, тик хут биреүсе генә юҡ. Берәй көн шулай еңергә маташып, шау-шыу ҡуптарып алам, ирем икенсе көндә үҙенең яратҡан көләмәсен һөйләп ала. Имеш, әсәй кеше ҡыҙын кейәүгә оҙатҡанда өгөт-нәсихәт бирә икән: “Ирҙе баштан уҡ еңеп алырға кәрәк. Шуға күрә тиҙ арала кейәүҙең елкәһенә менеп ултыр ҙа, йүгәнләп ал!”. Бер нисә ай үткәс, ҡәйнәһе кейәү йортона ҡунаҡҡа килгән, ти. Аш-һыу бүлмәһендә сар-сор килгән тауыш сыҡҡан, бер аҙҙан дөбөр-шатыр итеп нимәлер ауып киткән. Залда ултырған ҡәйнә: “Нимә булды?” – тип өтәләнеп барып сыҡһа, кейәүе тыныс ҡына итеп: “Бына кәләш елкәгә менеп бара ине, аяғы тайып ҡолап төштө”, – тип яуап биргән, ти. Аҡыллыға – ишара тигәндәй, был көләмәс һөйләнгән һайын йылмайып ҡына ҡуям.
Бер аҙ ситкә киттем, буғай. Гөлдания апайым тураһында яҙа башлағайным бит. Радик – уның икенсе ире. Тәүгеһе – Марат менән өс йыл ғына йәшәп айырылдылар. Татыу булдылар шикелле, асыуланышып йөрөгәндәрен хәтерләмәйем. Тик уны ҡәйнәһе үҙһенмәне, туйҙа уҡ, иҫереп алып: “Йәшәтмәйем мин улар­ҙы. Берҙән-бер улыма Һыуһылыу кеүек ҡыҙ табам!” – тип тауыш күтәреп маташҡайны. Ысынлап та, апайым йәше лә тулмаған Альбина исемле ҡыҙын күтәреп, инәйем менән олатайым йортона ҡайтып төштө. Еҙнәй әсәһенең һүҙенән сыға алманы, ҡыҙын күрергә тип, килеп-китеп йөрөнө лә, бер аҙҙан икенсе ҡатын­ға өйләнде. Хәҙерге ваҡытта 13 йәшлек Альбина менән башлыса телефон аша аралашалар. Алименттан тыш, байрамдарға 2 – 3 мең һум аҡса ебәрә. Быларҙан тыш еҙнәйҙең бала тормошона ҡыҫылышы юҡ. Ә һеңлем Радик еҙнәйҙе тәүге күргәненән үк “атай” тип йөрөтә башланы.
Әгәр Гөлдания менән Радиктың тарихын баштан ҡарағанда, шул баланың: “Миңә атай булаһыңмы?” – тип һорауы уларҙы ҡауыш­тыр­ҙы кеүек. Сөнки тәүге иренән айырылғандан һуң апайым эшкә һәм балаға сумды. Уҡытыусының ваҡ мәшәҡәттәре күп, бала ла иғтибарһыҙ ҡала алмай, йәш ҡатынға үҙ тормошо тураһында уйланырға ваҡыты етмәне. Төҫкә әллә ни матур булмаһа ла (ҡәйнәһе юҡҡа ғына Һыуһылыу теләп ултырмағандыр инде), эшкә шәп ул. Донъяһы гөрләп тора, өлкәнәйә барған ата-әсәһен ҡарарға ла өлгөрә. Шулай ҙа Радик еҙнәйгә кейәүгә сығыуын беҙ, уның туғандары, бәхетле осраҡ, тип һанайбыҙ. Бала менән егет кешегә сыҡты, Альбина тип үҙ атаһынан былайыраҡ өлтөрәп тора, эшкә шәп, етмәһә, Себерҙә эшләй. Кеше кеҫәһендәге аҡсаны һанарға яратмайым, әммә күп алалыр. Сөнки туйҙарынан һуң йәш ғаилә еңел автомобиль алып ебәрҙе, яңы йорт һалырға тотондо. Ике йылдан апайым туп кеүек теремек кенә, еҙнәмә ике тамсы һыу кеүек оҡшаған малай тапты. Ҡуй инде, һин дә мин килеп йәшәп ятҡанда, ғаилә юҡҡа сыҡһын әле?!
Ишетеп белеүемсә, апайымды яҡын-тирәлә йәшәгән барлыҡ туған-тыумаса әрләп тә, өгөтлөп тә ҡараған. “Беҙҙең Гөлдания ҡыҙыҡ бит ул, өндәшмәй ҙә ҡуя. Шалҡандай ирҙең дә ҡәҙерен белмәгәс, уға хан улы кәрәкме икән? Кейәү эсмәй, барһаң, өҙөлөп тора. Анауса мал-тыуар, ҡош-ҡорт, умарта! Бисәне аҙҙырһаң, шулай инде ул. Машина йөрөтөргә уҡып алды, хәҙер үҙе ултыра ла саба, ир кәрәкмәй. Төҙөлөп ятҡан өйҙәрен һатып юҡ итте, байлыҡ ҡәҙерен белмәгән!” – ошондайыраҡ әрләүҙәр яуып ҡына торҙо. Ырыу-нәҫелебеҙҙең һәр ҡунағы, йыйыны был ғаиләне тикшереүҙән башланыр ине. Ә апай өндәшмәй ҡалыуын белде. Бер нисә йыл үткәс, яңы мәшәҡәттәр тыуып ҡына улар яйлап онотолдо.
Ҙур ҡунаҡтарҙа осрашҡан булһа ла, Гөлдания апай менән аулаҡлап һөйләшеп ултырырға яй сыҡманы. Бары тик быйыл, 9-сы класты тамамлаясаҡ ҡыҙын баш ҡала менән таныштырырға, уҡырға урынлаштырырлыҡ колледж-техникумдарҙы йөрөп сығырға килгәс кенә, күңелен бушатты ул. Альбина йоҡлап киткәс, аш-һыу бүлмәһендә сәй эсә-эсә таңға тиклем һөйләштек тә ҡуйҙыҡ.
– Беләһең бит инде, Марат еҙнәйеңде яратып, оҙаҡ ҡына дуҫлашып йөрөп кейәүгә сыҡҡайным. Айырылыуҙы ауыр кисерҙем, башҡаға күңелем асылманы. Ҡәйнәмдең мине үҙһенмәүен алдан белдем, тик барыһына ла түҙермен кеүек ине. Тик сабырлығым өс кенә йылға етте. Бала булмағанда беленмәне, һәр эште йүгереп йөрөп башҡарам, ризыҡ әҙерләүгә лә иренмәнем, ул әрләр ине, мин йылмайып сәй әҙерләр инем. Альбина тыуғас, мәшәҡәттәр артты, өлгөрмәй башланым. Февраль айында киҙеү менән ауырып киттем, ашай алмайым, хәлем юҡ, һөтөм бөттө. Асығып илаған баланы ҡулыма алырлыҡ та хәлем юҡ, ә ҡәйнәм, һыйыр һауырға иренеп ятаһың, тип өйҙә тауыш ҡуптарҙы. Еҙнәйең мине яҡлап бер һүҙ ҙә әйтә алмай. Шул саҡта, ауырығанымды күргән фельдшер ҡыҙ әсәйемдәргә хәбәр иткән булған, район үҙәгендә йәшәүсе әсәй менән атай хәл белергә тип килеп инде. Ҡәйнәм үҙ хәбәрен һөйләй, ир өндәшмәй, мин ятам. Әсәй баланы ҡайғырта башланы, атай өндәшмәй ултырҙы-ултырҙы ла һүҙ башланы: “Ҡоҙағый, һин донъя күргән кеше, бындай ҡыланышыңды һис кенә лә аңламайым. Гөлданияның ниндәй ярамаған ере бар һуң ул? Мин бит ҡыҙымды беләм, әгәр ауырымаһа, һыйыр һаумай ултыра торған бала түгел. Ғәйепләштән булмаһын, туйға килгәндә ҡаҡашҡан донъяғыҙҙы күреп ҡайттыҡ бит инде, шуны таҙартып, гөл итеп ҡуйған бына. Эшкә шәп, аҙып-туҙып йөрөмәй, кейәү яратып алды, бала тапты. Уны бушҡа йәберләткем килмәй”. Ҡәйнәм әллә ниндәй һүҙҙәргә етеп туҙынды, өйҙән ҡыуа башланы. Ирем яғынан яҡлау булманы. Шулай итеп, беҙ айырылышып ҡуйҙыҡ.
Ғаилә емерелде, тик мөхәббәт үтмәне. Мараттың килеренә лә өмөтләндем, тик ул икенсегә өйләнде. Хыялдар селпәрәмә килде, башҡаса кейәүгә сыҡмаҫҡа тип ҡарар иттем. Йыл артынан йылдар үтте, Аль­бинаның атаһын таптырып көйһөҙләнеүен иҫәпкә алмағанда, тормош матур дауам итте. Класташым Илфаттың тыуған көнөнә бөтә класс менән йыйылғайныҡ. Туғандары, дуҫтары, хеҙмәттәштәре – ҡунаҡтар апаруҡ йыйылған. Унда Аҫҡар ауылынан әрмелә бергә хеҙмәт иткән дуҫы Радик менән таныштыҡ. Тәүҙә уға әллә ни иғтибар итмәнем, әммә егет, үҙе әйтеүенсә, тәү күреүҙән миңә үлеп ғашиҡ булған. Телефон һандарымды табып шылтырата башланы, бер нисә көндән күстәнәстәр һәм ҡыҙыма ҡурсаҡ тотоп өйгә лә килеп инде. Ярҙамсыл, ихаталағы барлыҡ эште башҡарҙы, әсәйемдәр менән танышҡас, уларға ла барып етешә ине. Альбина тамам уға эйәләште, Яңы йыл байрамы алдынан икәүләшеп катокка барып ҡайттылар ҙа, сәй эсергә ултырғас: “Һин мине лә, әсәйемде лә яратаһың бит, миңә атай бул да ҡуй!” – тип, беҙҙе һүҙһеҙ ҡалдыр­ҙы. Танышыуыбыҙға дүрт ай үткәс, Радик бергә йәшәү тураһында һүҙ сығарғайны инде, тик туранан-тура уға яратмауымды әйтеп, баш тарттым. Тик атайһыҙ үҫкән Альбинамдың ғына һағышын аңламағанмын.
Бала йоҡларға ятҡас, Радик ғаилә ҡороу тураһында һүҙ ҡуҙғатты. Атай-әсәйем менән һәйбәт мөнәсәбәттә, баламды ярата, мин тип өҙөлөп тора. Күпме яңғыҙ йәшәргә була, тип был юлы инде баш тартманым. Матур итеп туй үткәреп, һин дә мин йәшәй башланыҡ. Ҡәйнәмдең, балам, тип өҙөлөп тороуына өйрәнеп китә алмай бер булдым. Эшем булғас, район үҙәгенән ҡуҙғалмаҫҡа булдыҡ. Минең өйҙә йәшәргә булдыҡ, ә Радик ер алып, яңы өй һалырға теләк белдерҙе. Ул Себерҙә эшләүен дауам итте. Йыйған аҡсам бар ине, туйға төшкәнде ҡушып, машина алып ебәрҙек.
Ике йыл тирәһе барыһы ла һәйбәт барҙы. Радик шул тиклем идеаль ир булды, хатта бәхетемә ышанмай ҙа инем. Яратыу хисе булмаһа ла, мин уға яйлап өйрәндем, ихтирам тойғоһо мөхәббәттән дә көслө була икән ул. Тик... Барыһы ла алдаҡ булып сыҡты. Хәйер, тормош ҡорғас та һорауҙар барлыҡҡа килгәйне инде. Иң тәүҙә мине иремдең, Себер тарафтарында эшләп тә, аҙ эш хаҡы алыуы аптыратты. “17 мең һумды һаулығыңды бөтөрөп, сит тарафтарҙа йөрөмәһәң дә алаһың бит. Ҡайтып, бында эшкә урынлаш”, – тиеүемә ул: “Эйе, эш белешә башланым инде. Һеҙҙең янда ғына йәшәгем килә”, – тип яуапланы. Әммә ҡайтырға уйламаны. Мине туғандар ҙа, дуҫтар ҙа, “сибиряк” ҡатыны булараҡ, аҡсаға ҡойоноп йәшәй, тип уйланы, бурысҡа һорап килеүселәр йыш булды (мөмкинлек булмай, баш тартһам, әрләнеп тә ултырып ҡалдым). Юғары категориялы уҡытыу­сы булараҡ, дәрестәрем дә күп, үҙемдең эш хаҡым һәйбәт ине. Етмәһә, уҡыусыларға өҫтәмә дәрестәр биреп тә аҡса эшләйем, аҡсаға артыҡ мохтажлығым булманы. Шуға күрә, ризаһыҙлыҡ белдерһәм дә, был йәһәттән тауыш-тын сығарманым. Бала тыуғас, хәл киҫкенләште, сөнки минең аҡса эшләр мөмкинлек юҡ, ә сығымдар артты. Башлан­ған яңы йорттоң иге-сиге күренмәне, сөнки төҙөлөш материалдары алырға аҡса еткереп булманы. “Әсәлек капиталы” һәм башҡа компенсациялар юллай башлағас, иремдең эш хаҡы тураһында справка һәм хеҙмәт кенәгәһенең күсермәһен һоранылар. Радикка был турала әйткәс, ҡайтҡанда алып ҡайтырмын, тине. Йә, оноттом, йә, бухгалтерия эшләмәй ине, тип, ике вахтанан документтар алып ҡайтманы. Аптырағас, почта аша ебәреүҙәрен һорап, үҙем шылтыраттым. Хат килеп төшкәс, аптырауымдың иге-сиге булманы: гел генә аҡсаһы юҡлыҡҡа һылтанған Радик ай һайын 60 мең һумдан күберәк эш хаҡы алған булып сыҡты.
Эштәге ирҙең кәйефен боҙмаҫ һәм телефон аша мөнәсәбәт асыҡламаҫ өсөн өндәшмәнем. Ҡайтҡас, алдына документтарҙың күсермәһен һалдым. “Икенсе ғаиләң бармы әллә йәшереп аҡса йыяһыңмы? Мин һинән үҙем өсөн һорағаным булманы, бала менән кейәүгә сығып, һинең елкәлә ятырға намыҫым ҡушмай. Шулай ҙа үҙ балаңа ярҙам итергә тейешһеңдер бит?” Аптырап ҡалған ир тәүҙә бер ни ҙә өндәшмәне, аҙаҡ тауыш ҡуптарып алды. Йәнәһе, уның артынан тикшереп йөрөйөм. Аҡланырлыҡ сәбәп таба алмағас, мине һалҡынлыҡта, уны яратмауҙа ғәйепләй башланы. Бер нисә көн үткәс, хәл бер аҙ яйланды, мин дә, ул да был темаға әйләнеп ҡайтманыҡ, һорау асыҡ ҡалды.
Тик һүҙ ҡуҙғатмау проблеманың юҡлығын аңлатмай шул. Хәл көндән-көн киҫкенләште. Эшкә ҡабат барырға аҡсаһы булмай, кешенән алып китеүҙәр йышайҙы, бер нисә тапҡыр туғандары, дуҫтары ҙур суммала бурысын һорап килде. Өйҙө үртәү менән янаусылар ҙа табылды. Берҙән-бер көндө ишекте коллектор­ҙар шаҡыны. Радик 1,5 миллион һум кредит алып түләмәгән икән. Бандиттар икәне йөҙөнә яҙылған әҙәмдәр­ҙең иманһыҙ күҙ ҡарашын мәңге онотаһым юҡ. Өйһөҙ тороп ҡалыр инем, әгәр ҙә уны никахҡа тиклем алмаған булһам. Туғандарға әйтмәй генә өйҙө һатып ебәрҙек тә, бурысты ҡапланыҡ. Тик күп тә үтмәне, осраҡлы рәүештә еҙнәңдең тағы ла 600 мең һум кредит алыуын белеп ҡалдым. Ҡыҫҡаһы, ул уйын автоматтарына ултырған. Эштән ҡайтып килешләй үк Өфөлә туҡтап, аҡсаһын юҡҡа сығарып ҡайта икән. Дауаланырға өндәп ҡараным, әммә мине тыңларға ла теләмәне. Шулай итеп, айырылышып ҡуйҙыҡ. Никахта алынған кредитты суд икебеҙгә бүлеп түләргә ҡарар сығарҙы. Шулай, һылыуым, “сибиряк” ҡатыны исемен күтәреп, муйындан бурыста ултырам. Һәр кешегә ҡысҡырып йөрөп булмай бит, күптәр, һәйбәт ирҙең ҡәҙерен белмәне, тип мине яманлай.
Идеаль кеше булмай, беләм. Тик ҡомарлы уйын һаҙлығына батҡан, балаһы менән ҡатынының киләсәген уйламаған ир менән артабан йәшәргә ҡурҡтым. Белеп торам, теге саҡта һатырлыҡ өйөбөҙ булмаһа, бурыс юллап килгән иманһыҙ бәндәләр Радиктың үҙен үлтерер, ә мин ғүмер буйы бурыс түләп йәшәр инем. Балаға алимент юллағайным, 20 мең һум тирәһе килә. Кредиттың миңә тейеш өлөшөн түләйем дә, ҡалғанын кассала йыйып барам. Ҡәйнәм өсөн борсолам, тағы ла шулай кредит алып түләмәһә, коллектор­ҙар уға барасаҡ бит. Шул саҡта ярҙам итермен, тип ниәтләйем. Ул йәл миңә...
Гөлдания апайҙың һөйләгәндәрен тыңлағас, бик оҙаҡ уйланып йөрөнөм. Ысынлап та, барлыҡ сәбәптәрҙе белмәйенсә, хөкөм ҡарары сығарырға яратабыҙ шул. Бер уйлап ҡараһаң, арыу ирҙән кемдең киткеһе килһен инде. Йәбешеп ятабыҙ. Ҡасабыҙ икән, тимәк, сәбәп бар.
Гөлдәриә ВӘЛИТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға