25.12.2010 Яңы йылды ҡайҙа һәм нисек ҡаршы алалар?
Италияла Яңы йыл 6 ғинуарҙа башлана. Балалар изге Фея Бефананы түҙемһеҙләнеп көтөп ала – ул төндә тылсымлы һеперткегә атланып килеп етә лә, балалар йоҡлап ятҡан бүлмәнең ишеген алтын асҡыс менән асып инеп, бүләк менән тулы ойоҡбаштарҙы каминға элеп китә. Насар уҡыусы йәки шаярырға яратҡан балаларға бер семтем көл йәки күмер ҡалдыра.
Баббо Натале – итальяндарҙың ҡыш бабайы.
Италияла, Яңы йылды иҫкенән ҡотолоп ҡаршы алырға кәрәк, тип иҫәпләйҙәр. Шуға күрә Яңы йыл төнөндә бөтә иҫке-моҫҡо әйберҙәрен тәҙрәнән ырғыталар.
Уларҙың байрам өҫтәлендә сәтләүектәргә, яҫы борсаҡҡа һәм виноградҡа – оҙон ғүмер, сәләмәтлек һәм именлек символдарына өҫтөнлөк бирелә.
Яңы йыл иртәһендә йылғанан мотлаҡ яңы һыу килтерергә кәрәк. Бер-береһенә зәйтүн ағасы ботағы менән ҡуша яңы һыу бүләк итәләр – ул бәхет килтерәсәк.
Швецияла Яңы йыл алдынан балалар яҡтылыҡ батшабикәһен – Лючияны һайлай. Уға аҡ күлдәк, башына майшәм яғылған таж кейҙерәләр. Лючия балаларға һәм йорт йәнлектәренә күстәнәс алып килә: бесәйгә – ҡаймаҡ, эткә – һөйәк, ишәккә кишер бүләк итә.
Байрам төнөндә йорттарҙа шәм һүнмәй, урамдар ҙа ныҡ яҡтыртыла.
Англияла ҡыш бабайҙы Санта Клаус тип йөрөтәләр. Байрам көндәрендә балалар боронғо инглиз әкиәттәрен сәхнәләштереп уйнай. «Лорд Беспорядок» карнавал тантанаһын алып бара, унда әкиәт геройҙары ҡатнаша. Урамдарҙа төндә һәр төрлө уйынсыҡтар, һыбыҙғылар, битлектәр, шарҙар һаталар.
Открыткалар бүләк итеү йолаһы нәҡ Англиянан сыҡҡан.
Йоҡлар алдынан балалар эргәләренә тәрилкә ҡуя – йәнәһе, Санта Клаус унда бүләк һаласаҡ. Аяҡ кейемдәренә бесән тығалар – йәнәһе, ишәккә бүләк.
Был илдә Яңы йыл килеүе тураһында ҡыңғырау белдерә. Яңы йылға тиклем ул ныҡ яңғырамаһын өсөн юрғанға урап һуғалар, ә сәғәт 12-не һуғыу менән юрғанын асалар.
Яңы йыл өҫтәленә күркә итен – каштан, ҡурылған картуфты соус менән, шулай уҡ брюссель кәбеҫтәһен быҡтырып, итле бәлеш менән бергә бирәләр. Сәйгә пудинг, тәм-том, емеш-еләк ҡуйыла.
Колумбияла Яңы йыл байрамының төп геройы – Иҫке йыл. Ул оҙон ағасаяҡтарҙа халыҡ араһында йөрөй һәм балаларға мәҙәктәр һөйләй. Папа Паскуале – колумбтарҙың ҡыш бабайы. Унан да оҫтараҡ фейерверктар ойоштороусы юҡ тип һанала.
Вьетнамда Яңы йыл байрамы – иң күңелле байрамдарҙың береһе. Сәскә атҡан персик ботағы – Яңы йыл символы – һәр өйҙә булырға тейеш. Балалар Яңы йыл төнөн түҙемһеҙлек менән көтә – нәҡ ошо мәлдә һәр яҡтан бәләкәй «хлопушка»лар ата башлай.