«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йырҙар



25.12.2010 Йырҙар

Яңы йыл вальсы

З. ҡотлогилдина һүҙҙәре,
Д. Әҙелбаев көйө.
/Сулпан Кейекбирҙина башҡара/

Яңы йылдың сәғәттәре
ҡот-бәрәкәт алып килһен.
Күктән яуған йондоҙ-уттар
Көмөш нурҙан бишек элһен.
Бишектәрҙә сабый көлһөн,
Бәхетенә ҡарай елһен.

ҡушымта:
Эй, Яңы йыл,
Бәхетле бул!
Иманлы ла бул,
Илһамлы ла бул!

Көсһөҙҙәргә көсө ҡайтһын,
Яңғыҙаҡтар ишен тапһын.
Йән һөйгәндәр ҡауышһындар,
Аҙашҡандар табышһындар.
Өмөтһөҙгә өмөт килһен,
Йөҙҙәрендә шатлыҡ көлһөн.

ҡушымта:
Эй, Яңы йыл,
Бәхетле бул!
Мөхәббәтле бул,
Мәрхәмәтле бул.

Бейей-бейей яуа ҡарҙар,
Һәр тарафта гөрләй йырҙар.
Бер-беренән күҙен алмай,
Сер бүлешә ғашиҡ йәрҙәр.
Һәр ғаилә бишек элһен,
ҡояш булып сабый көлһөн.

ҡушымта:
Эй, Яңы йыл,
Бәхетле бул!
Теләйбеҙ һиңә
Хәйерле аҡ юл!


Оҙаҡ торҙо, атым сапманы

Р. Ханнанов һүҙҙәре һәм көйө.

/Фидан Ғафаров башҡара/

Оҙаҡ торҙо, атым сапманы,
Боролоштан саҡ-саҡ атланы.
ҡыңғырауҙар тағып, ауыл урамдарын
Сәскәләргә күмеп булманы.
Оҙаҡ торҙо, атым сапманы.

Оҙаҡ торҙо, атым сапманы,
Тормош ауыр, саҡ-саҡ атланы
.
Зәңгәр таҫмаларҙа, бәллүр
бокалдарҙа
Сихри шампандарҙы ватманым.
Оҙаҡ торҙо, атым сапманы.

Оҙаҡ торҙо, атым сапманы,
Сатҡы тәҙрәләрҙән ҡараны.
Ярһып атламаны, кәртәләр ватманы,
Сылбырҙар өҙмәне, һаҡланы.
Оҙаҡ торҙо, атым сапманы.

Мин табылдым һиңә

Ә. Үтәбай һүҙҙәре,
Г. Ишҡыуатова көйө.

/Гөлсөм Бикбулатова башҡара/

Һин юғалтма мине тормошоңдан,
Юғалырға һиңә килмәнем.
ҡунаҡ булып ҡына йөрәгеңә
Юлаусы ла булып инмәнем.

ҡушымта:
Мин табылдым һиңә ғүмергәсә,
Йәндәреңә индем бөтәүләй.
Үҙ-үҙеңде юғалтаһы булма,
Тормошоңа килдем бөтөнләй.

Барлыҡ булмышымды, асылымды
Устарыңа килдем һалырға.
Минең ғүмер – һинең ғүмер икән,
Онотмасы усың ябырға.

ҡушымта.
Ғүмеребеҙ башланырға тора,
Төштә түгел, ысынбарлыҡта.
Һөйөүебеҙ – ғүмер башланғысы,
Тыуыу тураһында танытма.
ҡушымта.
Бәхетле бул

Г. Ишҡыуатова һүҙҙәре һәм көйө.

Бәхетле бул, мин кисерәм һине,
Күңел ҡошоң осһон күктәргә.
Ни тиһәң дә, мин яраттым һине,
Бындай һөйөү теймәй күптәргә.

ҡушымта:
Ни тиһәң дә, мин бәхетле булдым,
Бахыр йөрәк һаман талпына.
Барыһы өсөн ғәфү итәм һине
Оло мөхәббәтем хаҡына.

Башҡа берәү булыр, бәлки, һиңә
Минән яғымлыраҡ, наҙлыраҡ.
Ә шулай ҙа ишектәрем асыҡ,
Өшөгәндә килһәң ут һорап.

ҡушымта.
Борсолма һин, тыныс булһын йәнең,
Рәнйеүҙәрем төшмәҫ башыңа.
Кешеләргә ышанысым кәмей –
Бары шуның өсөн бошонам.
ҡушымта.


Алтын балдаҡ

З. Биишева һүҙҙәре,
А. Хәлфетдинов көйө.
/Венера Рәхмәтуллина башҡара/

Иҫеңдәме, һөйөүем билдәһе, тип
Алтын балдаҡ бүләк иткәйнең.
Күҙҙәреңде төбәп күҙҙәремә,
Йөрәгемде һин әсир иткәйнең.

ҡушымта:
Аһ, ул таңдар, аһ, ул наҙлы таңдар,
Ниңә шулай ашығып үттеләр:
Ниңә һайрар ҡоштар йөрәгемә
Һүрелмәҫ моң һалып киттеләр?

Ант иткәйнең, мөхәббәтем минең
Бирелгән, тип, һиңә мәңгегә.
Йөрәгемдән һине юя алмаҫ,
Оноттора алмаҫ бер ни ҙә.

ҡушымта.

Балдағыма баҡһам, күңелемдә,
Гүйә, ҡабат яҙғы таңдар ата.
Ләкин инде, араларҙы өҙөп,
Йөрәк үтә алмаҫтай юлдар ята.
ҡушымта.

Һөйгәнемә сәләм әйтегеҙ
Н. Нәжми һүҙҙәре,
Н. Дауытов көйө.

/Илһам Вәлиев башҡара/

Аҡ ҡайындар араһынан үтәм:
ҡарлы юлдар аҡлыҡ өләшә.
Ул сағында ҡала ине эҙҙәр
Минең эҙҙәр менән йәнәшә.
Бөгөн дә мин аҡ юл буйлап киләм,
Йәнәшәмдә минең юҡ бер эҙ.
Аҡ ҡайындар, ул саҡ икәү инек,
Бәхетемә шаһит инегеҙ –
Һөйгәнемә сәләм әйтегеҙ.

Моңһоулығым юҡһыныуҙарҙан ғына,
Хәтерләтеп уны яуа ҡар.
Ғүмерҙәрҙә булһа була икән
Шундай ап-аҡ яҡты һағыштар.

Бер үк бәхет ғүмерлеккә түгел,
Алмашына йылдар, аралар.
Йондоҙҙар ҙа көндөҙ һүнәләр ҙә,
Төндә генә балҡып яналар.
Минән башҡа, башҡа менән үтһә,
Һүҙ әйтмәгеҙ, ғәфү итегеҙ.
Аҡ ҡайындар, мин бәхетле инем,
Бәхетемә шаһит инегеҙ,
Һөйгәнемә сәләм әйтегеҙ.

Йәшлегем тирәктәре
К. Аҡбашев һүҙҙәре,
Р. Ғимрани көйө.
/Ғәзим Ильясов башҡара/

ҡуш тирәккә ҡуш яулыҡтар бәйләнем
мин,
ҡуш шатлыҡтар булып елберләһен
өсөн.
Бер әйләнеп ҡайтырһың тип,
Бер әйләнеп ҡайтырһың тип,
Тирәктәргә башым эйҙем иртә-кисен.

ҡуш тирәккә ҡара ҡайғы һалманым
мин
Һәм түкмәнем күҙ йәштәре, булһа
ҡыйын.
Бер әйләнеп ҡайтырһың тип,
Бер әйләнеп ҡайтырһың тип,
Һөйөү йыры йырланым мин һәр таң
һайын.

ҡуш тирәктә ҡуш яулыҡтар уңды инде,
Тик уңманы һөйөү хисе йөрәктәрҙә.
Һаман ҡайтмай әйләнеп, тип,
Һаман ҡайтмай әйләнеп, тип,
Елдәр булып һағыш йөрөй
тирәктәрҙә.

Яңы йорт
Р. Сурағол һүҙҙәре,
Р. Тимербаев көйө.

Яңы йорттоң нигеҙенә
Талир тәңкәләр һалдыҡ.
Ташып торһон бында муллыҡ,
Бәхет, татыулыҡ, һаулыҡ.
Яңы йорттар ҡотло булһын,
Табындары мул булһын.
Дуҫ-туғанға, йыр-моңдарға
Урын иң түрҙән булһын!

ҡушымта:
Яңы йорт – ҙур бәхет!
Ысынға ашҡан аҡ өмөт.
Йомарт хужа, өҫтәл йыйып,
Өй түренә беҙҙе көт!
Яңы йорт – ҙур бәхет,
Ысынға ашҡан аҡ өмөт.
Йомарт хужа, өҫтәл йыйып,
Өй туйына беҙҙе көт!!!

Яңы йорттоң ишегенә
Элеп тә ҡуйҙыҡ даға.
Тел-тештәрҙән, ҡайғыларҙан
Һаҡлаһын, тиеп, Хоҙай.
Яңы йорттар ҡалҡып торһон
ҡалаларҙа, ауылда.
Тыуған илдәр башлана бит
Тыуған нигеҙ ташынан.

ҡушымта.

Тыуған йорттоң диуарына
Туған-тыумаса тулһын.
ҡояш кеүек йылмайышып,
Балалар йүгереп йөрөһөн.
Гөлдәр үҫкән нигеҙҙәрҙә
Йүгереп йөрөһөн балалар.
Яңы йортҡа бәхет теләп,
Имен торһон донъялар!

Урсал тауҙа

С. Сөләймәнов һүҙҙәре,
Р. Нәғимов көйө.

Ярҙарынан ҡайтты йылға,
Йәшелләнде киң ялан.
Урсал тауҙа күкһел томан, –
Әллә шуға моңланам.
ҡушымта:
Үтә айҙар, көтә йәйҙәр,
Һыуҙарында йөҙә алмам.
Урсал тауға ҡарҙар яуған,
Барам әле – түҙә алмам.

Йәшнәп, йәшендәр көйҙөрһә,
Ямғырҙа ҡалып, сылан.
Урсал тауҙа ҡара урман,
Керһәк, сыға алмам һымаҡ.

Көҙҙәр килде, төҫтәр төрлө,
Алтын биҙәк, әйгенәм!
Урсал тауҙы һары һарыған, –
Әллә шуға ҡайғырам.

Бәхет төнө
Н. Әхмәҙиев һүҙҙәре,
З. Сафиуллин көйө.

ҡайындары, ай-һай, аҡ икән,
Һөйөү менән тулы саҡ икән,
ҡайындарҙан яҡты моң тама.
ҡушымта:
Был бит бәхет төнө –
Эҙлә бәхетеңде.
Юҡ, йоҡлама, егет, йоҡлама.

Егет йөрөй ҡыҙға күҙ атып,
Һандуғастар йөрөй оҙатып,
Йондоҙҙарҙан ынйы һибелә.
ҡушымта.
Табышалар парҙар,
ҡауышалар йәрҙәр,
Юҡ, бәғ/е/ерем, юҡ бит һин генә.
Бәхет төнө уҙып китерме,
Беҙгә бәхет биреп китерме,
ҡайындарҙан һора, ҡайындан...
ҡушымта.
Күңелемдең күркен
Яулай алмаҫ бер кем –
Исемдәрең ҡайып яҙылған!

Ел ҡапҡа

Р. Нуретдинов һүҙҙәре,
Р. Сәхәүетдинова көйө.

Ел ҡапҡаны ел астымы,
Кемдер керә, кемдер бар.
ҡайтыр кешем булмаһа ла,
Килер кешем кемдер бар.

Ел ҡапҡаны ел астымы,
Сылтыраны келәһе.
Кемдән хәбәр алып килгән,
Бик тә килә беләһем.

Ел ҡапҡаны ел астымы,
Кемдер керә, кемдер бар.
Көткән кешем килмәһә лә,
Килер кешем кемдер бар.
Ярай әле һин бар янымда

Р. Хәкимйәнов һүҙҙәре,
А. Яҡшымбәтов көйө.
(Искәндәр Ғәзизов репертуарынан)

Тормош һуҡмаҡтары һикәлтәле,
Ярһый елдәр, була дауыл да.
Һағыштарҙан йәнем әрнегәндә
Ярай әле һин бар янымда.

ҡушымта:
Һинең менән шундай рәхәт миңә,
Һағыштарым бик тиҙ тарала.
Йылмайыуың, наҙлы йылы һүҙең
Дауа була йөрәк ярама.

Тормош һуҡмаҡтары борма-борма,
ҡалған саҡтар була буранда.
Икәү бергә үтһәң, юлдар еңел,
Ярай әле һин бит янымда.

Тормош һуҡмаҡтары урау-урау,
Һүндермәйсә йәшәү ғәмдәрен,
Өлөшөмә төшкән көмөшөм һин,
Татып йәшә һөйөү тәмдәрен.

Әсәй

Ә. Гәрәева һүҙҙәре,
Р. Зарипов көйө.
(Рәдиф Зарипов репертуарынан)

Әсәйемдең наҙлы ҡарашынан
Моңһоу донъям балҡый йәмлерәк.
Әсәй мейестән алған йылы икмәк
Алма-хөрмәләрҙән тәмлерәк.

ҡушымта:
Әсәйемдең йылы һүҙҙәренән
Һағыш-борсоуҙарым тарала.
Эй, Хоҙайым, ғәзиз әсәйемде
Бәлә-ҡазаларҙан арала.

Әсәй, бәғерем, һүнмәҫ нурым
бит һин,
Иң ҡәҙерле йәшәү йырым бит һин.
Тормош юлдарымда бул йәнәшә,
ҡайғы күрмә, әсәй, мең йәшә.

Әсәйҙәрҙең изге күңеленән
Ерҙә илһам алып йәшәйбеҙ.
Һеҙҙең алда мәңге бурыслы беҙ,
Ғүмер бүләк иткән кешебеҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға